ЭРЕНЛЕ
ЭРЕНЛЕ (Р.: гнойный; И.: purulent; Т.: irinli) с.
Эрене булған, эрен йыйылған. □ Гнойный. Эренле куҙ. Эренле шешек. ■ Рәйсәгә ете йәш тулғанда, уның һул беләгенә эренле ҙур шеш сыҡты. X. Мохтар. Ундағыларҙың [буташ ҡайнатыусыларҙың] әсе тиргә ҡатҡан тәненән бер ваҡытта ла эренле сиҡан китмәне. И. Ғиззәтуллин.
ЭРЕНЛӘҮ (эренлә-) (Р.: гноиться; И.: suppurate, fester; T.: irin toplamak) ҡ.
Эренлегә әйләнеү, эренле булыу. □ Гноиться. // Гноение, нагноение. Йәрәхәт эренләй башланы. ■ Операциянан һуң яра уңалмаған, бер мөйөшө эренләп тора ине. Д. Бүләков. Яралыларҙың өҫтәре бысраҡ, биттәре керле, куҙҙәре эренләгән. А. Таһиров. Ҡолойҙоң һул ҡултығы аҫтына ике яҡлы ҡылыс тығылып, ҡабырғаһының да, ҡулының да һум итен ярып һалған тәрән яраһы әсеп, бешегеп, эренләп йөрөнө. С. Ильясов.
ЭРЕСЕМӘК (Р.: высокомерный; И.: imperious, proud; T.: kibirli) с. диал. ҡар. һауалы.
Һауалы, эре холоҡло, тәкәббер (кеше тураһында). □ Высокомерный, чванливый, кичливый. Эресемәк холоҡло. Эресемәк ҡиәфәт. Эресемәк кеше.
ЭРЕТЕЛЕҮ (эретел-) ҡ. төш. эретеү. страд, от эретеү. Һөт алдыр эсендә эретелде. Гөбөгә һалып эретелде. ■ [Рада — Зөфәргә:] Беләһеңме, мин һиңә эретелгән сусҡа майы ҡушып кәзә һөтө эсерәм. Ә. Хәкимов.
ЭРЕТЕҮ (эрет-) (Р.: створожить; И.: caseate; T.: peynirleştirmek) ҡ.
1. Ҡайнар һөткә әҙ генә ҡатыҡ һалып, эремсеккә әйләндереү, эремсек итеү. □ Створаживать. Һөт(тө) эретеу. ■ Һауынға алған һыйырҙың һөтөнән [Туҡмуйырыҡтың] бисәһе ҡышҡылыҡҡа ҡорот ыҫланы, эремсек эретте, еп иләп, киндер һуҡты. Ғ. Ибраһимов. [Сергей — әсәһенә:] Ашаған-эскәнебеҙ әлегә һөт. Шуға уны яңы ғына һауған көйө лә, ҡайнатып та, әсетеп тә әсәбеҙ, эремсек эретеп ашайбыҙ. И. Абдуллин.
2. Ҡымыҙҙы тейешенсә бешеп тормай төйөрләндереү. □ Створаживать кумыс (испортить). ■ [Зөләйха әбей:[ Тегендә килен
дәр ҡымыҙҙы бешмәй, эретеп кенә ҡуймаһалар ярар ине. 3. Биишева.
3. диал. Йылытып таратыу һәм юҡҡа сығарыу. □ Растопить. ■ Ҡуҡырайып ултырған Салпы тауы артынан ҡалҡып сыҡҡан иртәнге ҡояш, көләс йылмайып, йылы нурҙарын ер өҫтөнә ҡоя башланы. Әллә ҡайҙарға йәйелеп, киң булып Базы өҫтөндә кутәрелгән ҡуйы томанды ул аҡрын ғына эретеп ебәрҙе. В. Исхаҡов.
4. диал. һыу ҡушып шыйыҡландырыу; иҙеү. □ Растворить, замочить, месить. Балсыҡ эретеу. ■ Ләйлә .. уткән көндө биҙрәгә аҡбур эретеп киткәйне. С. Поварисов.
5. кусм. Күңелен йомшартыу; иретеү. □ Расчувствовать, растрогать, вызвать прилив чувств. Йылы һуҙ менән эретеу. Кеше куңелен эретеу. Йомшаҡ һуҙ әйтеп йән эретеу. ■ Директорҙың ҡоро, ләкин йылы әйтелгән һуҙ-ҙәре [малайҙарҙы]эретеп ебәрҙе. Б. Бикбай.
ЭРЕТКЕ (Р.: мокрый, слякотный; И.: wet, damp; sleety; sloppy; T.: ıslak; vıcık çamurlu) с. диал. ҡар. епшек.
Йылыға бер аҙ йомшаған, ирегән; еүеш, ебеткәк. □ Мокрый, сырой, слякотный. Эретке ҡар. Эретке көн.
ЭРЕТМӘ (Р.: раствор; И.: liquor, matrix; T.: eriyik) и. диал.
1. Цемент, ҡом, эзбиз кеүек нәмәләрҙе һыуға иҙеп әҙерләгән төҙөлөш материалы; иҙелмә. □ Раствор. ■ Бөгөн Жиган менән Ғәни эретмә яһайҙар, кирбес ташыйҙар, беҙҙең янға менеп, стена өҫтөнә цемент та йәйеп төшәләр. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ниндәйҙер матдә һалып иретелгән шыйыҡлыҡ; иретмә. □ Раствор. Тоҙ эретмәһе. Аҡбур эретмәһе яһау. Аҡ балсыҡ эретмәһе. ■ Ул [Ҡыҙырастың атаһы] быраулауҙа бығаса ҡулланылып килгән балсыҡ эретмәһен таҙа һыу менән алмаштырыу юлын уйлап тапҡан. 3. Биишева.
ЭРЕ-ТОРО I (Р.: крупный; И.: large, big; T.: iri) с.
1. Берәмектәре тейешле дәүмәлдән эре, төрлө ҙурлыҡта булған. □ Крупный. Эре-торо икмәк киҫәктәре. Эре-торо утын ярҡалары. Эре-торо сәнсем менән тегеу. Эре-торо итеп буленгән өлөштәр. Эре-торо
186