Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 187 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭРЖӘ
уләнен генә уташтырыу. а Зиннәт әсәһенең, ут яҡмаҫҡа ҡушып, ҡат-ҡат туҡыуына ҡараманы, мейескә тоҡандырып ебәрҙе, утлыҡсанан эре-торо һалам, һандыҡ тырнаш-тырып алып инде. 3. Ураҡсин.
2. кусм. Ентекләп эшләүҙе талап итмәгән.
□ Не требующий точности, аккуратности. ■ Әлегәсә Муллағәли бабай .. эре-торо эш менән булыша ине. Ә был шкаф һынлы шкафҡа беренсе тотоноуы. Р. Солтангәрәев.
ЭРЕ-ТОРО II р. диал. ҡар. эре II, 2. Эре-торо һойләшеу. Эре-торо ҡыланыу. ■ Рая уйҙарын йәшерер өсөн юрамал шулай эре-торо һөйләгән булды. Р. Солтангәрәев.
ЭРЕ ТОТОУ (эре тот-) ҡ. ҡар. эреләнеү
3. Булмағанса уҙеңде эре тотоу. Таныш-белеше араһында уҙен бик эре тота.
ЭРЕҮ (эре-) (Р.: свёртываться; И.: turn; T.: peynirleşmek) ҡ.
1. Эремсеккә әйләнеү (әсей башлаған һөттө ҡайнатҡанда йә ҡатыҡ һалғанда). □ Свёртываться, творожиться, һөт эрегән.
2. Тейешенсә бешмәгәндән төйөрләнеү (ҡымыҙға ҡарата). □ Свёртываться, творожиться (о кумысе). ■ Туй башы һаран булһа, .. һаумалы эрегән булыр. Туй йырынан.
3. Бөрсөк-бөрсөк булып төйөрләнеү (дебеткә ҡарата). □ Сбиваться, сваливаться (о пухе, шерсти).
4. диал. Йылылыҡ, эҫелек тәьҫирендә шыйыҡ хәлгә килеү. □ Таять. Ҡайнар сәй эсендә шәкәр тиҙ эрене. Иртә яҙҙан ҡар эреп аҡты. ■ Сағыу ҡояшта ҡар тиҙ ук эреп бөттө, көндәр йылынды, ваҡыт-ваҡыт ҡойма ямғырҙар яуа башланы. Ә. Хәкимов.
ЭРЕ ҮРҘӘК (үрҙәге) (Р.: утка-кряква; И.: mallard duck; T.: yeşilbaş ördek) и. диал. ҡар. һуна өйрәк.
Ҡыр өйрәктәре араһындағы иң ҙур өйрәк.
□ Утка-кряква, кряква (лат. Anas platyr-hynchus). Эре урҙәккә һунар итеу. Эре урҙәк алыу.
ЭРЕ ҺӨЙӘКЛЕ (Р.: ширококостный; И.: big-boned; T.: büyük kemikli) с.
Кәүҙә төҙөлөшө эре булған, ҙур, ауыр, алп кәүҙәле. □ Ширококостный, крупного
строения (о строении тела, фигуры), а Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ ағас араларынан .. бик тиҙ утте. Эре һөйәкле Сабира уның артынан көс-хәл менән генә эйәрҙе. Р. Низамов. Рәуфә эрерәк һөйәкле булғанға курд уҙ тиҫтерҙәренә ҡарағанда еткәнерәк куренә. Ә. Вәли. Саҙрый көслө һәм эре һөйәкле ине. А. Абдуллин.
ЭРЕШ (Р .: мать невода; И.: kind of water spirit; T.: ağ anası) и. миф.
Балыҡсыларға уңыш килтереүсе ҡот йә эйә; ау анаһы. □ Мать невода (дух, покровительница рыбаков). Эреш хәйере биреу. В Эреште асыуландырырға ярамай. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЭРЕШКЕ (Р.: мясная муха; И.: blowfly; meat fly; T.: et sineği) и. диал. ҡар. рәшә I.
Иткә йомортҡа һала торған эре күк себен. □ Мясная муха (лат. Calliphora augur). Иткә эрешке эйәләгән. Эрешке төшөу.
ЭРЕШКЕЛӘҮ (эрешкелә ) ҡ. диал. ҡар. эренләү. Куҙе эрешкеләгән. Эрешкеләп тороу. Яра бик тиҙ эрешкеләне.
ЭРЕ-ЭРЕ I (Р.: чрезмерно крупный; И.: massive, grand; T.: çok büyük) с.
Күләм-дәүмәле үтә ҙур берәмектәрҙән торған. □ Чрезмерно крупный, очень большой. Эре-эре таштар. Эре-эре ямғыр тамсылары тыпылдай башланы. Эре-эре асыҡ биҙәктәр куҙҙең яуын алып тора. Эре-эре ҡыярҙарҙы биҙрәне өймәләм итеп йыйып индерҙе, а Эре-эре тирәктәр араһынан ҡырла буйлап киткән йомро юл менән бер аҙ барғандан һуң, ялан башланды. А. Абдуллин.
ЭРЕ-ЭРЕ II (Р.: размашисто, широко; И.: wide, boldly; T.: geniş) p.
Ҙур аралы, киң итеп. □ Размашисто, широко. Эре-эре баҫып атлау. ■ Нур эйелеп баҫып торҙо ла, эре-эре атлап, артабан китте. Ә. Бикчәнтәев. Егет теш араһынан сыртлатып төкөрҙө лә эре-эре баҫып китеп барҙы. Д. Бүләков.
ЭРЕ-ЯРЫ р. диал. ҡар. эре-торо I, 1. Эре-яры сәнсеп тегеу. Эре-яры итеп утын ярыу. Эре-яры итеп һалабаш тетеу.
ЭРЖӘ и. диал. ҡар. эрешке. Эржә төштө.
187