Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 188 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭРЗИНКӘ
ЭРЗИНКӘ [рус. резинка] (Р.: резина; И.: rubber, elastic; T.: lastik) и. диал.
1. Каучуктан барлыҡҡа килгән үтә һығылмалы йәки эластик материал. □ Резина. / Резиновой. ■ [Иптәш Ғәҙелшин] эрзинкә башлы сукеш менән ҡатындың тубыҡтарына ла, терһәктәренә лә һуҡҡыланы. И. Ғиззәтуллин. [Артыҡбикә:] Итәге менән ер һепе-рерлек оҙон ҡупшы кулдәк менән эрзинкә итек кейеп, ауыл батҡағына бата-сума клубҡа барып булмай ҙа инде? Р. Сабитова.
2. һөйл. Тартылып-һыҙылып торған бау; быуҙырма, һыҡтырма, резинка. □ Резинка. Эрзинкә бәй. Билендәге эрзинкәһен буша-ғайтыу.
3. диал. Резина аяҡ кейеме, калуш. □ Галоши. Быйма эрзинкәһе. Бәләкәй размерлы эрзинкә. Эрзинкә эләктереп сығыу. Эрзинкә кейеп йөрөу.
ЭРЗИНКӘЛӘҮ (эрзинкәлә-) (Р.: связать резинкой; И.: do kind of knitting; T.: lastik örgü yapmak) ҡ. диал.
Бәйләм башлап алып киткәндә бер уң, бер һул итеп бәйләү. □ Связать резинкой. Ойоҡбаш ҡунысын эрзинкәләу. Ең осон эрзин-кәләп бәйләу. Бейәләй ҡуңысын эрзинкәләу.
ЭРЗЯ (Р.: эрзя; И.: Erzya, one group of the Mordovians; T.: Erzya, Mordvinlerin bir etnik grubu) и. этн.
Мордва халҡының бер этник төркөмө һәм шул төркөмдөң бер кешеһе. □ Эрзя. / Эрзянский. Эрзя халҡы. Эрзя ҡыҙы. Эрзя теле.
ЭРЗЯСА (Р.: по-эрзянски; И.: in Erzya; T.: Erzyaca) р.
1. Эрзяларға хас булғанса. □ По-эрзянски. Эрзяса кейенеу. Эрзяса бейеу. Эрзяса биҙәкләу.
2. Эрзя телендә. □ По-эрзянски. Эрзяса һөйләшеу. Эрзяса акцент менән әйтеу.
ЭРИГӘ [рус./шгя] (Р.: рига; И.: barnyard, barn; T.: üstü kapalı harman yeri) и. диал.
1. Ҡыйыҡлы ырҙын. □ Рига (постройка для сушки снопов с местом для обмолота), гумно (с крышей). Эригә эсендә эшләу. Эригә эсендәге бойҙай өйөмдәре. Эригәлә ашлыҡ елләтеу.
2. Кәлтә ташыу арбаһы. □ Рыдван, сно-повозҡа. Әуәле көлтәне эригә менән ташынылар. Эригәне яңыртыу. Эригәне бушатыу.
ЭРИЖИК (эрижигы) (Р.: рыжик; И.: saffron milk cap; false flax; T.: ketencik) и. диал. ҡар. шипкән.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ваҡ ҡына һары орлоҡло, ҡыҫҡа һабаҡлы бер йыллыҡ үлән (орлоғонан май алалар). □ Рыжик. / Рыжиковый (лат. Camelina). Эрижик майы. Эрижик сәсеулеге. Эрижик баҫыуы.
ЭРИТРОЦИТ [гр. erythros ‘ҡыҙыл’ + kytos ‘күҙәнәк’] (Р.: эритроцит; И.: erythrocyte, red blood cell; T.: alyuvar) и. физиол.
Тән туҡымаларына кислород килтереүсе, гемоглобинға бай ҡыҙыл ҡан күҙәнәге; ҡыҙыл ҡан бөртөксәһе. □ Эритроцит. Эритроциттарҙың нормаһы.
ӘРЙӘ и. диал. ҡар. әрйә. Кибеткә бер әрйә һабын килтерҙеләр. Әрйәгә тултырылған тауар.
ЭРКЕЛДЕРЕҮ (эркелдер-) (Р.: лить потоком; И.: pour; leak away; T.: taşırmak) ҡ.
1. һауыттың ситенән ашҡансы, ташҡансы тултырыу. □ Лить потоком, переливать. Эркелдереп ҡымыҙ ҡойоу. Һөт һалып сәйҙе эркелдереу. Эркелдереп куләуектәр кисеу.
2. Күпләп бер яҡҡа хәрәкәт иттереү, ағылдырыу. □ Скучивать, сбивать в кучу. Малды туплауға эркелдереу. Ҡыуалап бер урынға эркелдереу. Эркелдереп әйҙәу. Бурҙайы һарыҡтарҙы утлауҙың уң яғына эркелдереп ҡуйҙы. ■ Ярлылар байҙарҙа «ҡусты-лыҡта» йөрөгәндәр, яҙлы-көҙлө уларҙың малдарын эркелдереп йәйләуҙәргә һәм ҡышлауҙарға ҡыуғандар. Ж. Кейекбаев.
3. Илар сиккә етеп күҙгә йәш тулыу. □ Наворачиваться на глаза (о слезах). ■ Теҙеп алып китте йәш ҡатын, куҙенән йәштәр эркелдереп. М. Хужин. Симфоник поэма дауам итә. Куңел тултырғыс булып, куҙҙән йәш эркелдереп дауам итә. Ф. Иҫәнғолов.
ЭРКЕЛЕҮ I (эркел-) (Р.: хлынуть; И.: gush; T.: taşmak) ҡ.
1. Бер ыңғайҙан күп булып бер ергә һарҡып йыйылыу, тулышыу. □ Хлынуть,
188