ЭРКЕТ
литься потоком. Йөрәккә ҡан эркелде. Ҡүҙенә йәш эркелде. Дамбанан һыу эркелде. ■ Ер йөҙөндәге иң яҡын кешеләрен иҫкә төшөрөүҙән Ирназарҙың күҙҙәренә йәш эркелде. Ә. Хәкимов. Тамырҙарға, әйтерһең, ҡан түгел, ҡан урынына ялҡын эркелә. Р. Ғарипов. Ҡырҡындынан ҡан эркелеп килеп сыҡты. М. Кәрим.
2. Күп булып, тулышып аша бәреү, бәреп сығыу. □ Переливаться, залить, заполнить всё кругом (о воде). ■ Тауҙарҙан ел килде, һыу өҫтө тулҡынып ярҙарға эркелде. М. Ғәли. Иңкеү ерҙәрҙә, юлды күмеп, күл-күл һыу эркелеп ята. Ә. Хәкимов. Урамға ҙур-ҙур күләүектәр эркелгән. Б. Хәсән.
3. күсм. Тулышып тышҡа бәреү (хис-тойғоға ҡарата). □ Хлынуть, проявляться (о чувствах). Башта төрлө уйҙар эркелә. Күҙҙәренән һөйөү нуры эркелә. ■ Был юлы ул күҙҙәрҙән икһеҙ-сикһеҙ хәсрәт эркелә ине. М. Кәрим.
4. Күмәк булып бергә йыйылыу, өйкө-лөшөү, тупланыу. □ Скапливаться, сбиваться в кучу, собраться вместе. Эркелеп көтөү ҡайта. Эркелеп йөрөгән балыҡ. ■ Оло ғына юлдан саң күтәреп, эркелеп тә килгән яу, буғай. Халыҡ йырынан. Лейтенант, тырым-тыраҡай ҡасыусы немецтарҙың кескәй генә мәмерйә ауыҙына эркелеүен күреп, автоматсыларҙы шунда ашыҡтырҙы. Ә. Хәкимов.
5. Өйкөм-өйкөм булып бергә йыйылыу. □ Скапливаться, сбиваться в кучу. Эркелеп болот аға. ■ Нурулла быуа өҫтөнән эркелеп күтәрелгән томанға .. ҡарап торҙо. Ш. Янбаев.
6. Тирә-яҡҡа бөркөлөү, таралыу. □ Распространяться, рассеиваться. Суйын эсенән ҡайнар боҫ эркелде. Ишектән инеүсе менән бергә өйгә һалҡын эркелде. Яңы һауған һөт еҫе эркелеп танауҙы ҡытыҡлай. ■ Тын юлдарын киңәйтеп, сайыр һәм ылыҫ еҫе эркелде. Т. Килмөхәмәтов.
ЭРКЕЛЕҮ II (эркел-) (Р.: наклоняться; И.: bend, warp; T.: eğilmek) ҡ. диал.
1. Ауышыу, ҡыйшайыу. □ Наклоняться, перекашиваться. Кәбән бер яҡҡа эркелгән.
2. Тауҙы аша сығыу, үтеү, артылыу. □ Перевалить, переходить (вершину горы). Кискә табан тау эркелә башланыҡ. Тау артынан тау эркелеп барыу.
ЭРКЕЛЕШЕҮ (эркелеш-) ҡ. урт. ҡар. эркелеү I, 1,2, 4. взаимн. от эркелеү I, 1, 2,
4. Бейәләр түңәрәк яһап эркелеште. Малдар бер урынға эркелеште. Утыҙлап кеше эркелешеп тора. Күбәләр эркелешеп бөткән. ■ Уралып ятҡан Уралда,.. сыйырсыҡтай эркелешеп, .. күсә йөрөп йәйләгән һылыу-һылыу ҡыҙҙар бар. Ҡобайырҙан. Төпкө ҡапҡа асылыу менән, һарыҡтар эркелешеп ялан кәртәгә ябырылды. Яр. Вәлиев. Айбикә күпер төбөнә килеп еткәндә, көтөүгә ҡаршы сыҡҡан ҡыҙҙар, ҡатындар, әбейҙәр, малайҙар, эркелешеп, көтөүҙең килеп еткәнен көтөп торалар ине. Һ. Дәүләтшина.
ЭРКЕЛТЕҮ (эркелт-) ҡ. ҡар. эркелдереү
2. Ҡоштар тубын эркелтеү. Малдарҙы көтөүе менән эркелтеп йөрөтөү. ■ [Һомай] ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп, үҙ артынан эркелтеп, тағы Уралға киткән, ти. «Урал батыр».
ӘРКЕМ (Р.: лужа; И.: puddle, pool; T.: irkinti) и. диал. ҡар. күләүек.
1. Соҡорҙа йыйылып ятҡан һыу. □ Лужа. Ҡар һыуының әркеме. Ямғыр әркеме. Юлдағы эркемдәр. Соҡор-саҡыр әркем менән тулған.
2. Тәндән бүленеп сыҡҡан шыйыҡлыҡ. □ Жидкость, выделяемая из организма. Эрен әркеме йыйылған. ■ Ҡуйы ҡара ҡан әркеме туҡтамай ергә шыуа. Я. Хамматов.
ЭРКЕТ (Р.: долго выдержанный кислый катык, из которого варится и изготавливается курут; И.: aged Bashkir youghhurt; T.: ekşi yoğurt) u.
1. Оҙаҡ йыйылған әсе ҡатыҡ (ғәҙәттә, унан ҡорот ҡайнаталар). □ Долго выдержанный кислый катык, из которого варится и изготавливается курут. Эркет һыуы. Эркет йыйыу. Эркет ҡайнатыу. ■ Ҡүкһыу был саҡ эркетме, һөтмө ҡайната ине, ижауҙы Барсынға тоттороп, үҙе ситкәрәк китеп ултырҙы. Т. Ғарипова. [Фатима] һыйыр һауыуҙан, ойотҡан ойотоуҙан һәм эркет ҡайнатып ҡорот яһауҙан .. бушаманы. Ж. Кейекбаев. [Гөлйөҙөм] әсәһенә барып аҡ
189