ЭРУДИЦИЯЛЫ
Әрләп алыу. Нәҙек итеп әрләү. Сираҡ итеп әрләү.
ЭРОЗИЯ [гр. < лат. erosio ‘ашап бөтөрөү, ялмап алыу’] (Р.: эрозия; И.: erosion; Т.: erozyon, aşınma) и.
1. геол. Ел, һыу һ. б. нәмә тәьҫирендә Ер өҫтөнөң боҙолоуы. □ Эрозия (разрушение горных пород и почв поверхностными водными потоками и ветром, включающее в себя отрыв и вынос обломков материала и сопровождающееся их отложением). / Эрозийный. Тупраҡ эрозияһы. Боҙлоҡ эрозияһы. Ел эрозияһы. Һыу эрозияһы. Эрозияға ҡаршы көрәш. Я [Иван Фомич:] Бына һеҙҙең ерҙәрегеҙҙә лә тупраҡ эрозияһы башланған. Р. Байымов.
2. тех. Металдың төрлө тәьҫир арҡаһында тыштан боҙолоуы. □ Эрозия. / Эрозийный. Металдар эрозияһы. Ҡалай — эрозияға бирешеүсән металл. Алюминий эрозияға бирешмәй. Металдарҙағы эрозия процесының тиҙлеге. ■ Совхоз механигы «Селъхозтех-ника»ға эрозияға ҡаршы көрәш ҡоралдары алырға барасаҡ тигән һүҙҙе ишеткәс, бер төркөм механизаторҙар район үҙәгенә барырға һоранылар. Ғ. Аллаяров.
3. мед. Тәндең бөтәү яра булып боҙолоу күренеше. □ Эрозия. / Эрозийный. Аналыҡ эрозияһы. Ашҡаҙан эрозияһы. Эрозияны көйҙөрөү.
ЭРОЗИЯЛАНЫУ (эрозиялан ) (Р.: эродироваться; И.: erode; T.: erozyon, aşınma) ҡ.
1. геол. Булған хәленән боҙолоу, емерелеү, эрозияға бирелеү. □ Эродироваться; разрушаться; выветриваться; размываться. Тау тоҡомдары эрозияланған. Тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы эрозияланған. Эрозия-лана башлау.
2. мед. Бөтәү яра булып боҙолоу (тәнгә ҡарата). □ Подвергаться эрозии. Аналыҡ муйынтығы эрозияланған. Ашҡаҙан аҫты еңелсә генә эрозияланған.
ЭРОТИЗМ [гр. < лат. erotos ‘һөйөү, һөйөшөү’] (Р.: эротизм; И.: eroticism; Т.: erotizm) и.
Енси хискә артыҡ ныҡ бирелгәнлек. □ Эротизм. Фильмдағы эротизм күренештәре.
Эротизм эпизодтары. Эротизмға ҡоролған әҫәрҙәр.
ЭРОТИКА [гр. < лат. erotos ‘һөйөү, һөйөшөү’] (Р.: эротика; И.: erotica; T.: erotik) и.
Енси хис тәьҫирендә булыу күренеше. □ Эротика. / Эротический. Кинола эротикаға күп урын бирелгән. Грек һынлы сәнғәтендә эротика күренештәре сағылдырылған.
ЭРПЕ (Р.: комочек (в молоке, кумысе)', И.: clot; nubbin, curd; T.: pıhtı) и.
Эремсекләнеп ойошҡан киҫәк, төйөр. □ Комочек (в молоке, кумысе). ■ Әсегән ҡымыҙҙың эрпеһен яҙыу ауыр була. М. Ғөбәйҙуллин.
ЭРПЕК I (Р.: мокрый; И.: wet, damp; T.: sulu) с. диал. ҡар. епшек.
Йылыға бер аҙ йомшаған, еүешләнгән. □ Мокрый, талый (о снеге). Эрпек ҡарҙағы эҙҙәр. Эрпек ҡарҙағы сана юлы.
ЭРПЕК II (эрпеге) и. диал. ҡар. эрбет.
Эрпек сәтләүеге. Эрпек тубырсығы.
ЭРСӘК (эрсәге) (Р.: жердь; И.: perch; pole; T.: sırık) и. диал. ҡар. һайғау.
Ҡырҡып боталған нәҙек оҙон ағас; кәртә. □ Шест, жердь. Урмандан эрсәк күтәреп ҡайтыу. Эрсәклек ағас ҡырҡыу.
ЭРУДИТ [лат. eruditio ‘белемлелек’] (Р.: эрудит; И.: erudite; T.: çok okumuş, aydın) и.
Тәрән белемле, эрудициялы кеше. □ Эрудит. / Эрудированный. Билдәле эрудит булыу. Илдең иҡтисади хәле буйынса эрудиттар фекер алыша.
ЭРУДИЦИЯ [лат. eruditio ‘белемлелек, ғилемлелек’] (Р.: эрудиция; И.: erudition; Т.: bilginlik, alimlik) и.
Ниндәйҙер әлкәләге күп яҡлы тәрән белем. □ Эрудиция. Эрудицияға эйә булыу. ■ Иҫке эрудиция менән генә халыҡ талабына яуап бирерлек әҫәр яҙып булмай. Ә. Харисов. Ниҙелер ижад итер өсөн үҫешкән аң да, ниндәйҙер кимәлдә уҡымыш менән зиһен дә, тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш та, эрудиция ла булыуы шарт. М. Ямалетдинов.
ЭРУДИЦИЯЛЫ (Р.: эрудированный; И.: knowledgeable; intelligent; T.: bilgin; derin bilgi sahibi) c.
Киң, тәрән белемле. □ Эрудированный. Эрудициялы кеше. М Йәштәр — .. иҫ киткес
191