Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 192 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭРӘБӘТҺЕҘ
киң эрудициялы, тәрән фекерле, шул уҡ ваҡытта буйһонмаҫ рухлы шәхестәр. Г. Ғиззәтуллина. Уҡыусыларҙы интеллектуаль яҡтан үҫтереүгә киң эрудициялы, рухлы уҡытыусылар ғына өлгәшә ала. «Ашҡаҙар», 25 август 2010.
ЭРӘБӘТҺЕҘ (Р.: некрасивый; И.: unattractive, plain; T.: çirkin, suratsız) с. диал. ҡар. килбәтһеҙ.
һыны, рәүеше килешһеҙ, ямаҡ. □ Некрасивый, неуклюжий, нескладный. Эрәбәтһеҙ кәүҙәле. Эрәбәтһеҙ бер кеше күренде. Атлап йөрөшө эрәбәтһеҙ.
ЭРӘҒӘЙЛЕ (Р.: человечный; И.: humane; T.: insansever) с. диал. ҡар. кешелекле.
Кеше йәнле, тәүфиҡлы. □ Человечный, гуманный, благодетельный. Эрәғәйле бала булып үҫеү. Эрәғәйле ир. Эрәғәйле кеше бул.
ЭРӘҒӘЙӘҺЕҘ (Р.: бесчеловечный; И.: inhuman; T.: insafsız) с. диал. ҡар. кешелекһеҙ.
Бер кемгә лә ярҙам итергә тырышмаған, мәрхәмәтһеҙ, шәфҡәтһеҙ, тәүфиҡһыҙ. □ Бесчеловечный, неблагодетельный. Эрәғәйәһеҙ булыу. Эрәғәйәһеҙ әҙәм булып сыҡты.
ЭРӘЙЕҮ (эрәй-) ҡ. диал. ҡар. эреләнеү. Бәпкәләр эрәйеп бөттө. Эрәйергә урын бар. Һауаланып эрәйеп китте, а Беҙ ҡырҡа торған урмандарға, күп булһа, һигеҙ-ун йыл. Улар, улым, үҫеп өлгөрмәй шул, һаҡлаһаң, улар ҙа эрәйер, .. шаулап ултырыр ине. Ә. Әһлиуллин.
ЭРӘМЗӘЛЕ (Р.: скандальный; И.: scandalous; restive; T.: kavgacı) с. диал. ҡар. ғауғалы.
Талаш-тартышлы; кәүгәсел. □ Скандальный. Эрәмзәле ҡоҙағый. Эрәмзәле ваҡиға. Эрәмзәле йыйылыш.
ЭРӘНЙЕҮ I (Р.: сужение пищевода; И.: oesophagus constriction; T.: yemek borusu daralması) и.
1. диал. Аш үтмәү ауырыуы. □ Сужение пищевода; стеноз пищевода. Эрәнйеү менән ауырыу. Эрәнйеүҙән теге донъяға китеү.
2. миф. Ен һуғыу. □ Заболевание, порча (под влиянием каких-л. мифических сил). Эрәнйеү һуғылып зәғифләнгән. Эрәнйеү тейгән. Эрәнйеү балаға һуғыла.
ЭРӘНЙЕҮ II (эрәнйе-) (Р.: сильно обидеться; И.: get much offended; T.: çok kırılmak) ҡ. диал. ҡар. рәнйеү.
Кемдеңдер насар мөғәмәләһенә үпкәләү, йөрәк әрнеү, йәберһенеү. □ Сильно обижаться. Эрәнйеп йөрөү. Эрәнйеү төшөү. Ҡаты бәғерҙәргә күңел эрәнйей.
ЭРӘНКЕҺЕҘ (Р.: глупый; И.: silly, foolish; T.: aptal) с. диал. ҡар. мәғәнәһеҙ.
Аҡылһыҙ, ахмаҡ. □ Глупый, тупой, бестолковый. Эрәнкеһеҙ ҡылыҡ. Эрәнкеһеҙ бер әҙәм. Эрәнкеһеҙ хәбәр һөйләү.
ӘРӘСӘ и. диал. ҡар. әрәсә. Әрәсәһенә төшөнөү. Әрәсәһен белмәй тотоноу.
ЭРӘТ I [рус. ряд] (Р.: прокос; И.: swath; T.: tırpanla biçilmiş ekin yığını, orakla bir defada biçilen yer) и. диал. ҡар. ҡыра I, 1.
Сабылған бесән йәки иген теҙеме; ҡайырым, өйөм, бакуй. □ Прокос (длинный ряд скошенного сена или сжатых колосьев). Эрәт башы. Эрәткә һалыу.
ЭРӘТ II [рус. ряд] (Р.: сначала; И.: initially; T.: önce) р. ҡар. баштан.
Башынан, иң әүәлдән, иң тәүҙән. □ Сначала. Тәү эрәттә ауырығанымды белмәй йөрөгәнмен. Эрәттән һөйләү. Эрәттән аңлатыу.
ЭРӘТ АУЫРЫУЫ и. диал. ҡар. киҙеү. Эрәт ауырыуы башланған. Эрәт ауырыуы береһен дә урап уҙмай.
ЭРӘТКӘ I (Р.: жёлоб; И.: ditch, pipe; T.: oluk) и. диал. ҡар. улаҡ 1.
Һыу йәки башҡа шыйыҡлыҡ ағыҙыу өсөн соҡор итеп эшләнгән оҙон тар яйланма. □ Жёлоб. Эрәткә һалыу. Шишмәнең эрәт-кәһе.
ЭРӘТКӘ II р. диал. ҡар. эргәләш II. Эрәткә ултырабыҙ. Эрәткә атлап килеү.
ЭРӘТЛӘҮ (эрәтлә-) (Р.: ходить, бродить из дома в дом; И.: visit house after house; T.: evden eve dolaşmak) ҡ. диал.
Өй беренсә йөрөү. □ Ходить, бродить из дома в дом. Эрәтләп сығып китеү.
ЭРӘТЛӘШ (Р.: сверстник; И.: peer; T.: yaşıt) и. диал. ҡар. йәштәш.
Кемдер менән бер йәштәге, бер йылғы кеше. □ Сверстник, ровесник; одногодок. Эрәтләш булыу. Минең менән эрәтләш.
192