эс
ЭРӘТНӘЙ I и. диал. ҡар. киҙеү. Эрәтнәй эләктереу. Эрәтнәй йоҡтороп вафат булыу.
ЭРӘТНӘЙ II (Р.: обычный; И.: ordinary; T.: sıradan) с. диал. ҡар. ғәҙәти.
Ғәҙәткә ингән сифат, баһаға ярашлы. □ Обычный, привычный, обыкновенный, ординарный. Эрәтнәй он. Эрәтнәй көн уҙып тик тора. Эрәтнәй эш башҡарыу.
ЭРӘТ СИР и. диал. ҡар. киҙеү. Эрәт сиргә ҡаршы сара куреу. Эрәт сирҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы.
ЭРӘТ СИТСА (Р.: простой ситец; И.: plain cotton; T.: basit pamuk) и. диал.
Ябай ситса. □ Простой ситец. Эрәт ситсанан тегелгән кулдәк. Эрәт ситса улсәтеп алыу.
ЭРӘТТӘ р. диал. ҡар. эргә II. Был эрәттә ауылдар юҡ. Ошо эрәттә мал куренмәй.
ЭРӘТТӘН р. диал. ҡар. эргәләш II. Эрәттән йөрөу. Аттар эрәттән сабыша.
ЭРӘТӘ ҠАПҠА (Р.: калитка; И.: (garden) gate; wicket gate; T.: küçük kapı) и. диал. ҡар. ел ҡапҡа.
Ҙур ҡапҡанан айырмалы еңел генә асылмалы-ябылмалы бәләкәй кәртә ҡапҡа. □ Калитка, лёгкие ворота (обычно из жердей). Эрәтә ҡапҡанан кереп йөрөу. Эрәтә ҡапҡанан килеп сығыу. Эрәтә ҡапҡаны элеп инеу. Мал эрәтә ҡапҡа алдына йыйыла.
ЭРӘУЕШҺЕҘ (Р.: некрасивый; И.: unattractive, plain; T.: çirkin) с. диал.
1. Төҫкә йәмһеҙ, ямаҡ. □ Некрасивый, невзрачный. Эрәуешһеҙ кеше. Эрәуешһеҙ төҫлө.
2. Һыны, рәүеше килешһеҙ, килбәтһеҙ. □ Неуклюжий, нескладный, неповоротливый. Эрәуешһеҙ кәуҙәле. Бигерәк эрәуешһеҙ әҙәм булып сыҡты.
3. Ҡулынан эш килмәгән; булдыҡһыҙ. □ Бестолковый. Эрәуешһеҙ кеше булып уҫеу. Эрәуешһеҙ егет.
ЭРӘШ и. диал. ҡар. эләмес. Тупһанан башлап эрәш йәйелгән. Төҫлө эрәш һуғыу. Буй эрәш тушәу.
ЭРӘШКЕ (Р.: слеза; И.: tear; T.: göz yaşı) и. диал. ҡар. йәш III.
Күҙ биҙҙәренән бүленеп сыҡҡан төҫһөҙ әскелтем шыйыҡлыҡ; күҙ йәше. □ Слеза. Эрәшкеһе ҡойолоу. Эрәшке тугеу.
ЭРӘШӘ I (Р.: иней; И.: hoarfrost; Т.: kırağı) и. диал. ҡар. бәҫ.
Сасҡау һыуыҡта ағасҡа йәки башҡа нәмәгә өрпәк кенә булып ҡуна торған ҡырау. □ Иней, изморозь. Эрәшә баҫыу. Тәбиғәтте эрәшә ҡаплаған. Эрәшә көтөлә.
ЭРӘШӘ II и. диал. ҡар. эрешке. Эрәшә ҡунмаҫ борон итте сайыу. Мыжғып торған эрәшә.
ЭРӘШӘ БАЛЫ (Р.: медвяная роса; И.: honey-dew; T.: tatlı özsu) и. диал.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең япрағына сыға торған татлы ысыҡ. □ Медвяная роса. Эрәшә балы әскелт була. Эрәшә балынан ҡорттар улә.
ЭРӘШӘ СЕБЕН и. диал. ҡар. эрешке. Эрәшә себенде ҡыуыу. Эрәшә себен эйәләгән.
ЭС (Р.: живот; И.: belly; T.: göbek, karın) и.
1. Кәүҙәнең күкрәктән түбәнге өлөшө; ҡорһаҡ. □ Живот, брюхо. Ҙур эс. Эсте кәпәйтеу. Эсте һыйпау. ■ Назаров бөтөн килеш-килбәте менән ук айыуға оҡшап тора. Айыуҙай ғәләмәт йыуан кәуҙә, оло эс, иләмһеҙ төҫ-баш. Ғ. Хөсәйенов.
2. Аш үҙләштереү, аш һеңдереү ағзалары һәм улар урынлашҡан урын. □ Желудок. / Желудочный, брюшной. Эс ауырыуы. Эс ауыртыу. Эскә ярамау. Эсте имгәтеу. М Асыҡҡан әсенең өҙөлөп ауыртҡанын да тойманы .. Байрас. 3. Биишева. Байгилдин .. комбедта эшләне, колхоз ойошторғанда кулактар уны ағыуланылар, шунан ул эс сирле булып ҡалды. X. Ғиләжев.
3. Тәндең тыштан күренмәгән, эске ағзалар урынлашҡан өлөшө. □ Внутренности, нутро. Тынды эскә тартыу. Балыҡтың эсен таҙартыу. ■ Таң менән эс йылындырырлыҡ ҡына йылы сәй эстек тә кейенеп санаға ултырҙыҡ. Ғ. Дәүләтшин. Был теге эс яра торған доктор ҡыҙ булырға кәрәк. Н. Ҡәрипов.
4. кусм. Хис-тойғо тупланған фарази урын; күңел. □ Душа, нутро, сущность. / Душевный, внутренний. ■ Бибикамал еңгә
193