Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 194 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

эс
асыулы һүҙҙәрен әйтмәне. Ваҡыты килеп еткәс, әйтермен әле, тип, эсендә һаҡлап ҡалдырҙы. А. Карнай. Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт, бер йырламай, йөрәгем баҫылмай. Халыҡ йырынан. Ғилман Закир улы уҙе .. ҡаланан ҡайтҡан бер йәш егеткә эс серҙәрен бушатырға, бөтә йөрәктән һөйләшергә тип килде. С. Агиш.
5. Нимәнеңдер уртаһындағы ҡыуыш урын һәм уның уратылышы. □ Внутренняя часть чего-л., внутренность, внутрь. / Внутренний. Ауыҙ эсе. Торба эсе. һауыт эсе. ■ Колҡай ҡурайының эсенә өрөп алған да уйнап та ебәргән. Н. Иҙелбай. Дошман снаряды танкының башняһын тишеп инә алмаған, ләкин ҙур көс менән уны сатнатып эс яҡтан ярсыҡлаған. Ғ. Аллаяров.
6. Ҡоролма йә бина уртаһындағы арауыҡ. □ Внутренность, внутренняя часть сооружения. Кәртә эсе. Һарай эсе. Бүлмә эсе. Өй эсе. ■ Ҡараңғы төн тәҙрәләрҙән эскә ҡараны. Ғ. Сәләм. Тиҙ арала сынйырҙан ысҡындырылған эттең эс яҡтан ярһып ҡапҡа сапсығаны ишетелде. Т. Ғарипова.
7. Ҡатлы нәмәнең араһы. □ Внутренняя часть чего-л. Китап эсенә һалыу. М Ике йөҙ дана дәфтәр,.. һәммәһенең эсендә киптергес бар. М. Тажи.
8. Уратып алған нәмәнең араһы йәки урталығы. □ Середина, центр. Болот эсе. Һыу эсе. Ут эсенә инеү. ■ Зариф ҡалҡыулыҡты икегә бүлеп һуҙылған ҡул эсендәге юлға төштө. Ә. Харисов. [Күҙәтселәр:] Саң күрҙек, саң эсендә бер талай йән күрҙек. «Бабсаҡ менән Күсәк». Көҙҙән ҡышҡа ингәнсе, 1755 йылдың аҙағына саҡлы Көнъяҡ Урал тау араларында, ҡара урман эҫтәрендә регуляр батша ғәскәрҙәре менән ҡаты һуғыштар барҙы. Ғ. Хөсәйенов.
9. Нимәнеңдер үҙәге һәм уны тәшкил иткән матдә. □ Внутренняя часть чего-л., внутренность, сердцевина. / Внутренний, сердцевинный. Кауын эсе. Кәләм эсе. Эсе серек ағас.
10. Берәй ҡамыр аш уртаһына махсус әҙерләп һалынған нәмә; эслек. □ Начинка. Бәлеш эсе. Ҡыҫтыбый эсе. Кавказ билмәненең
эсен ғәҙәттәгенән тоҙлораҡ, борослораҡ итәләр.
11. Йөҙгә тиҫкәре яҡ. □ Изнанка, обратная сторона. Эсе шыма ҡағыҙ. Йөнтәҫ эсле буҫтау. Эсен тышҡа әйләндереү. ■ Эс яғы (яндың) шымартылып юнылған. С. Ильясов.
12. Кейем-Һалымдың тәнгә ятҡан өлөшө, эске ҡаты. □ Подкладка, внутренняя сторона одежды, изнанка. Пальтоның эсен яңыртыу. Бүректең эсе бик матур итеп һырылған. ■ Рауза, япмалы итәгенең эс яғын әйләндереп, ебей башлаған үтә лә ыҡсым танауын кинәнгәнсе һемгерҙе. Т. Ғарипова. [Кәримә апай — һеләүһенгә:] Бына, улым, камзулыңа эс яҡтан бетеү тектем. Ф. Аҡбулатова. Комсомолдар кис теге кешенең өйөнә, тундарының эҫтәрен әйләндереп, биттәренә ҡором һөртөп, тәҙрәһенә баралар ҙа ен булып ҡурҡыталар икән. С. Агиш.
♦ Ауыҙ эсенән ишеттермәй, ярым шым ғына. □ Негромко, вполголоса (сказать что-л.). Ауыҙ эсенән уҡыу. Ауыҙ эсенән әйтеү. Ауыҙ эсенән һөйләү. ■ Ауыҙ эсенән йырлай-йырлай, Рая Буяненко Владимир тауына табан күтәрелә. И. Абдуллин. Ҡара эсле насар уйлы, эскерле. □ Злопамятный. Ҡара эсле булыу. Тора-бара ҡара эсле кешегә әйләнеп китте. Өй эсе бер өйҙә бергә торған бөтә кеше; ғаилә. □ Вся семья, жители дома. Өй эсе менән килеү. ■ Бөтә өй эсе еңеү байрамы үткәрҙе. Д. Юлтый. Ул Йомағолдар бөтә өй эҫтәре менән әрпештәр. М. Кәрим. Танау эсенән танау аша. □ Под нос говорить, бормотать. ■ Ғәләү .. тауышын уға [Корбановҡа] оҡшатып, танау эсенән һыңғырлап һөйләнә. Б. Бикбай. Тар эсле көнсөл булыу. □ Быть завистливым, недоброжелательным. Хәл эсендә (йәки өҫтөндә) ятыу бик ҡаты ауырыу, үлем сигендә булыу, үлеп барыу. □ Быть при смерти. Эс ауырыуы кешене мыҫҡыллап, кәмһетеп әйтелә. □ Ничтожный человек. ■ [Шәмсиә:] Көн-ләштермәк була инде был тилекәй. .. Эй, эс ауырыуы. 3. Биишева. Эс бошоу күңелһеҙләнеү, моңайыу. □ Грустить, печалиться. ■ Отказ алғас, эс боша, йөрәк әрней башланы. И. Ғиззәтуллин. Фәнил эс бошоуҙан, күңелһеҙлектән тышҡа сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
194