Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 195 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

эс
Эс бушау 1) асығып китеү. □ Проголодаться. ■ Короуҙәккә етәрәк эс бушай төштө. Б. Бикбай; 2) эс серҙәрен асып, һөйләп еңеләйеү. □ Облегчиться, излив душу перед кем-л. ■ Илде бергә һағынып, таныш ерҙәр хаҡында уҙ телеңдә бер-ике ауыҙ һуҙ һөйләшеп алғанда ла, әҙерәк эс бушап ҡалғандай була. Ф. Иҫәнғолов. Эс бүҫкәреү ҡар. эс бушау 2. ■ Нәҡиә еңгәһе эштән ҡайтмаған, .. туғандар эс буҫкәртеп һөйләшеп ултырыр. Р. Камал. Эсендәге тышында уй-кисерештәрен йәшермәгән асыҡ күңелле кешегә ҡарата әйтелә. □ Открытая душа, душа нараспашку. ■ Бер генә йәшерен уйы ла юҡ уның [таныштың]. Эсендәге тышында. Ф. Иҫәнғолов. Эсе эскә йәбешеү бик ныҡ ябығыу. □ Сильно похудеть. Эсе ярылғыр әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб (он, ты) провалился! (зложелание или проклятие). Эскә йылы инеү {йәки эс йылыныу) күңелгә еңел булып китеү. □ Отлегло, полегчало, букв. Потеплело внутри. ■ [Василь] стеналағы розеткаға приёмниктың штепселен тыҡты, панелдәге туңәрәк рычагтарҙың береһен уңға борҙо һәм шул секундта уҡ приёмниктың уҙенсәлекле геуләуе, шытырлауы ишетелде, эскә йылы инеп китте. И. Абдуллин. Эс кере насар уй.
□ Злопамятство. Эс керенән арыныу. Эс көтөрләү {йәки күмһеү) көнсөллөктән әрнеү. □ Скрести на душе. ■ Төрлө кеше бар шул әле был донъяла. Берәуҙең бәхетенә берәу ҡыуана, икенсеһенең эсе кумһей. Н. Мусин. Эс кәпәйтеү бик эре ҡиәфәттә булыу.
□ Важничать. ■ Коля ла кире ҡайтыр, таш лавкаһын да асыр,.. тағы эс кәпәйтеп йөрөр. Р. Камал. Эскә һыймау хис-тойғоно йәшерә алмау. □ Переполняться чувствами, расчувствоваться. ■ Бойҙайҙы кургәс, Хәсби апайҙың шатлығы эсенә һыйманы. Т. Йәнәби. Эс ҡайнау борсоу, тынғыһыҙлау. □ Беспокоить. ■ Ғәбделбарыйҙың эсе ҡайнай ҙа ул, тәгәрәтә һуҡҡы килә бәйелһеҙ, һыҡмыр ҡарунды [Абдрахманды]. Р. Өмөтбаев. Эс ҡайышыу {йәки көйөү) асыу килеп, көйәләнеү. □ Раздражаться, чувствовать раздражение, быть недовольным, болеть душой;
кручиниться, сокрушаться. Эс ҡатып {йәки тырнап) көлөү тыйыла алмайынса көлөү. □ Надрываться от смеха. ■ һис бер көлкө, ҡыҙыҡ нәмә булмаһа ла, Ғариф, рәхәтләнеп, эс тырнап көлдө. 3. Биишева. Эс ҡыҙыу {йәки күҙ ҡыҙыу) нимәгәлер һоҡланып там итеү; ҡыҙығыу. □ Зариться на что; завидовать кому. Эс ҡырылыу кәйеф төшөү, болоҡһоу. □ Испортиться (о настроении). ■ Бойҙай баҫыуының уталып бөтмәгәнен кургәс, Ишбулдының тағы эсе ҡырылды. Ә. Вәли. Эс өҙөлөү кемдер өсөн әрнеү; өҙгә-ләнеү. □ Печалиться о ком-л. ■ Һинең өсөн өҙөлә әсем көнөн-кисен. Ш. Бабич. Эс тартыу 1) ҡыҫтағанда һыйҙан баш тартыу. □ Отказаться от угощения. ■ [Кинйә — Кот-логилдегә:] Әйҙә, аштан эс тартмайыҡ. Ғ. Ибраһимов; 2) алдан һиҙенеп шикләнеү. □ Сомневаться. Эс<те> ҡатырыу ныҡ көлдөрөү. □ Рассмешить до изнеможения. ■ [Мөнирә] ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп, эсте ҡатыра. Ш. Янбаев. Эсте ҡатыу алыу талаҡты сәнсеп алыу. □ Колоть в боку. // Колики в боку. Эсте ҡатыу алғансы йугереу. ■ Ике кеше бесәнле тоҡ тотоп, ҡара-ҡаршы ултыра ла бер-береһен тоҡ менән дөмбәҫләргә тотона. Көлә-көлә эсте ҡатыу ала. И. Абдуллин. Эсте ҡырыу күңел әрнеү, йөрәкте өйкәү, тынысһыҙлап борсоу. □ Угнетать, подавлять, испортить настроение. ■ [Шофёр:] Бына туйға ҡоро ҡул менән барыу эсте ҡыра. Н. Нәжми. Эс <эсте> тишмәҫ кәрәге тейеү, артыҡ булмау. □ Не будет лишним, пригодится. ■ Тәу улъя йылҡылары ла эсте тишмәҫ. Ғ. Хөсәйенов. Эстә <ас> бүре олоу ныҡ асығыу. □ Проголодаться. ■ Асыҡтырған, эстә буре олой. А. Карнай. Эс үткәшеү аслыҡтан, йонсоуҙан эс бүҫкәреү. □ Становиться впалым, впасть (о животе), истощиться, һыйырҙың эсе уткәшкән. ■ Коралайҙар .. ике урталыҡта туҡталып, ҡамауҙа ҡалды. Эс яҡта — эҫтәре уткәшкән ас ыржайҙар, тыш яҡта — ике аяҡлы дошмандары. Ә. Үтәбай. [Мәҙинә:] Эскә инһәң, эҫтәре уткәшкән малдар уны куреу менән, бер тауыштан баҡырып, сынйырҙарын сыңғыратып уның яғына әйләнә
195