ЭС АУЫРТЫУ
сәк. Т. Ғарипова. Эс һеңдереү ашағандан һуң йөрөп, аш һеңдереү. □ Прогуляться после еды (с целью усвоения пищи). Эс һыҙыу {йәки әрнеү, яныу) 1) нимәлер өсөн көйөү, ҡайғырыу. □ Горевать, печалиться. ■ Уйлаған да уйым, ай, юҡ кеуек, эскенәйем яна ут кеуек. Халыҡ йырынан; 2) көнләшеүҙән тынғы юғалтыу. □ Страдать от зависти. ■ Фатиманың колхозда шундай тиҙ арала таныла барыуы Ғариф ҡарттың эсен яндыра башланы. Был тойғо тора-бара, эс яныуҙан бигерәк, сәмләнеугә әйләнде. Б. Бикбай.
ЭС АУЫРТЫУ (Р.: болезни желудка; И.: diseases of the stomach; T.: mide hastalıkları) и.
1. мед. Аш үҙләштереү, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарының дөйөм атамаһы. □ Болезни пищеварительной системы. Эс ауыртыуға туҙеп тороп булмай. Эс ауыртырынан дарыу эсеу. Я Эс ауыртыуҙың сәбәбе төрлөсә булырға мөмкин, тикшерһендәр әйҙә тип, арҡаһын ныҡҡа терәне ул [Иҙрисов]. X. Мағазов.
2. миф. Ҡорһаҡ өлөшөнә ел эйәһе тейеүҙән барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Боль в животе (возникшая от воздействия духа ветра). Я Эс ауыртыуын яңы ыштан менән имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЭС АУЫРЫУЫ и. ҡар. эс ауыртыу 1. ■ Еңел кейенгән кешеләр, утыҙ-утыҙ биш градусҡа еткән һалҡынға сыҙай алмайынса, өшөнө, туңды, эс ауырыуынан ҡырылды. Я. Хамматов. Эс ауырыуы менән, еңел яра менән минең кеуек контужен булып килгән һалдаттар яталар. Д. Юлтый.
ЭС-БАУЫР (Р.: внутренности; И.: entrails, guts; T.: iç organlar) и. йыйн.
1. Кешенең эске ағзаларының дөйөм атамаһы; үпкә-бауыр. □ Внутренние органы. Я Нурания сытырайып ҡына бер-ике йотто, тәмһеҙ шыйыҡса эс-бауырын яндырып ебәрҙе. Т. Даянова.
2. Малдың эске ағзалары; үпкә-бауыр. □ Внутренности, ливер. Малдың эс-бауырын бешереу. Эс-бауырҙан тултырма яһау. ■ [Каранайҙың] ҡатыны сығып, табаҡҡа һа
лынған эс-бауырҙы, ҙур киҫәктәргә буленгән иттәрҙе өйгә алып инеп китте. М. Ғиләжев.
3. кусм. Хис-тойғо тупланған фарази урын. □ Душа. М [Шәфәҡ:] Өс йыл буйы көтә-көтә эс-бауырҙарым көйөп бөттө инде. М. Кәрим. Баш өҫтөндә яңғыраған дәһшәтле ажғырыуҙан Геннадий Самуиловичтың эс-бауыры ҡалтырап, бил-аяғы быуынһыҙланды. Р. Вәлиев.
♦ Эс-бауырға инеү кешене йылы һүҙ менән әүрәтеп, үҙ яғына ауҙарыу. □ Располагать к себе душевным отношением. ■ [Аҙнағол] эс-бауырыңа инеп килә. Бер ҡарауҙа һине иретеп, ҡамырҙан йомшаҡ яһап, ҡул ҡаушыртып ҡуя. 3. Биишева. Эс-бауыр өҙөлөү ныҡ әрнеү, әсенеү. □ Сильно печалиться, горевать. Я Кем балаһы өсөн кем илаһын, эс-бауырҡайҙары өҙөлөп. Халыҡ йырынан.
ЭС ДОҒАҺЫ (Р.: заговор живота; И.: belly һехе; T.: göbek ağrısını tedavi ederken kullanılan büyü sözleri) и. миф.
Эс ауыртыуын имләгәндә әйтелә торған им-том. □ Заговор живота. Эс доғаһы әйтеу. Эс доғаһы менән имләу.
ЭСЕГЕҮ (эсек-) ҡ. диал. ҡар. эҫенеү. Әсегә алмай. Ҡала тормошона тиҙ эсекте. Бала ҡунаҡҡа тиҙ эсегеп китте.
ЭСЕКТУН (Р.: шуба из козьей шкуры; И.: goat-skin overcoat; T.: keçi kürkü) и. диал.
Кәзә тирәһенән тегелгән тун. □ Шуба из козьей шкуры. Эсектун тектереу. Эсектун кейеу. Иҫке эсектун. Өр-яңы эсектун.
ЭСЕЛЕҮ (эсел-) ҡ. төш. ҡар. эсеү 1. страд, от эсеү 1. Сәй теләр-теләмәҫ кенә эселде. Эселеп бөтмәгән ҡәһуә. Эселеп бөтмәгән һурпа. я Тәуге ике сынаяҡ сәй ваҡ һорауҙарға яуап алыу менән генә эселде. С. Агиш. Туй дауам итте. Мискә-мискә буҙа эселде. 3. Биишева. Мәликәнең бите буйлап субырлаған йәштәре яһалып та эселмәгән сәйенә, ҡурсағының алһыу битенә туптырлап аҡты. Т. Ғарипова.
ЭСЕМЛЕК (эсемлеге) (Р.: напиток; И.: beverage, drink; T.: içecek) и.
Эсеү өсөн яраҡлы нәмә. □ Напиток, питьё. Тәмле эсемлек. Газлы эсемлек. Алкоголһеҙ эсемлек. Иҫерткес эсемлек. Я Петя сәй эсер
196