ЭСЕРГЕ
гә яратмай ине, уның иң яратҡан эсемлеге — һалҡын һыу. И. Абдуллин. Хөснулла теге көн сығарған шешәһен асты ла стакандарға эсемлек ҡойҙо. Ә. Әминев.
ЭСЕНДӘ (Р.: в; И.: in, at; T.: içinde) бәйл.
1. Төп килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, ҡайҙа, ниндәй урында, кем йәки нимәлер араһында, уратылышында, солғанышында булғанды белдерә. □ В, на (послелог, выражающий окружение чего-л.). Ҡура эсендә бер кем юҡ. Һуғыш эсендә булыу. Ваҡиғалар эсендә ҡайнау. ■ [Хасбулаттың өйө] тотош муйыл сәскәһе эсендә ултыр [а]. 3. Биишева. [һынсы ҡарт:] Бына ҡарағыҙ, сабырға киткән аттар эсендә бер толпар бар, уның аяҡ туҙаны күккә олғашты. Әкиәттән.
2. Төп килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, ниндәйҙер хәл, кисереш тәьҫирендә, шауҡымында булғанды белдерә. □ В (послелог, выражающий определённое состояние). Тынлыҡ эсендә ҡалыу. Шатлыҡ эсендә йәшәу. ■ Шау-шыу, ыҙғыш-талаш эсендә эшләгән хеҙмәтсегә еңел тип берәү ҙә әйтмәҫ. Т. Йәнәби. Шомло уй эсендә оҙаҡ ҡалғы килмәне. Д. Юлтый.
3. Төп килештәге ваҡыт төшөнсәле һүҙҙәр менән килеп, эш-хәлдең билдәле бер ваҡыт арауығында булғанын белдерә. □ За, в течение (послелог, выражающий определённый промежуток времени). Бер йыл эсендә 2 курс тамамлау. Өс көн эсендә урап ҡайтыу. Ғүмер эсендә бер курортҡа барҙым.
ЭСЕНЕҮ (эсен-) (Р.: утолять жажду; И.: quench thirst; T.: susuzluğunu gidermek) ҡ. диал.
1. Нимәлер эсеп, һыуһын ҡандырыу. □ Утолять жажду. Эсенеп алыу. Кискә табан бала йыш һыуһап, эсенеп йөрөй башланы.
2. Тамаҡ ялғап алыу; ашап-эсеү, ашаныу. □ Есть, кушать, подкрепиться. ■ [Гөләйшә:] Әйҙә, улым, .. икәүләп эсенеп алайыҡ. К. Кинйәбулатова.
ЭСЕНӘ (Р.: в; И.: in, at; T.: içine) бәйл.
Төп килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, эш-хәрәкәттең ҡайҙа, нимәләр араһына, ниндәй солғанышҡа йүнәлтелгәнен белдерә. □ В (послелог). Өй эсенә инеү. Йәшеллек эсенә сумыу. Көл эсенә күмеү. Ыҙғыш эсенә килеп
инеү. ■ Уттың ялмауыҙ оҙон телдәре һә тигәнсе бер нисә кварталды ҡурҡыныслы ҡосағы эсенә алды. Ғ. Дәүләтшин.
ЭСЕНӘН I р. ҡар. эстән 1. М Ғәләү .. эсенән генә союзға ҙур ышаныс белдереп ҡуйҙы. Т. Йәнәби. Гилуан эсенән генә, трак-торисҡа бындай хәлдәрҙе лә күрергә тура килә икән шул, тип уйлап алды. Ә. Вәли. Тимәк, беҙ килгән ер шулай тип атала, тип ҡуйҙы Сәғит эсенән генә. И. Ғиззәтуллин.
ЭСЕНӘН II (Р.: из; И.: from; T.: -dan, -den) бәйл.
1. Төп килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, һүҙ алып барылған объекттың ҡайҙан, ниндәй урындан, кем йәки нимәлер араһынан булғанын белдерә. □ Из (послелог). Халыҡ эсенән сыҡҡан әҙип. И Яуыз дошман яуы эсенән атым алып сыҡтым аҡланға. С. Юлаев. Нәҡ тәнәфес ваҡыты ине. Халыҡ эсенән, тулҡынланып, ул [Сергей] Тоняны эҙләргә кереште. А. Абдуллин.
2. Кейгән кейемдең ҡатлап, нимәнеңдер аҫтынан кейелгәнен белдерә. □ Изнутри, под (одежду). Пальто эсенән кофта кейеү. Шиблит эсенән сылғау урау.
ЭСЕР I [рус. СР [эсер] ‘социалист-революционерҙар партияһы’] (Р.: эсер; И.: socialist-revolutionary; T.: Sosyalist Devrimci Parti üyesi) и. тар.
XX быуат баштарында Рәсәй империяһы һәм Советтар Союзында эшмәкәрлек күрһәткән сәйәси партия һәм шул партияның бер ағзаһы. □ Эсер. Һул эсерҙар. Уң эсерҙар. Эсерҙар партияһы. ■ Вадим Чайкин менән Лев Зимин һымаҡ, Владимир Петрович та эсер фирҡәһе ағзаһы, либераль ҡараштары менән айырылып торған теремек бер шәхес ине. Р. Байымов.
ЭСЕР II с. ҡар. эсәр. ■ Эсер һыуы ла булмаған ҡала ҡырҡ ике көндән һуң ғына баҫҡынсылар ҡулына бирелергә мәжбүр була. Р. Байымов.
ЭСЕРГЕ (Р.: корь; И.: measles; T.: kızamık) и. диал. ҡар. ҡыҙылса.
Тәнгә ваҡ ҡына алһыу һипкелдәр сығып, температура күтәрелеп, ике-өс көндән үтә торған йоғошло балалар ауырыуы; ҡыҙа
197