Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 198 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭСЕРГЕЛӘҮ
мыҡ. □ Корь. Эсерге сығыу. Эсерге йоҡтороу. Бала эсерге менән ауырып китте.
ЭСЕРГЕЛӘҮ (эсергелә-) (Р.: высыпать (о сыпи)', И.: appear (about rash)', T.: dökmek) ҡ. диал. ҡар. сабыртыу.
Тәнгә сабыртма сығыу, ҡалҡыу. □ Высыпать (о сыпи). Баланың тәне эсергеләгән. Тән ҡып-ҡыҙыл булып эсергеләгән.
ЭСЕРГЕС (Р.: поилка; И.: feeding-trough; T.: sulama teknesi) и.
Мал эсерә торған автоматик ҡорал. □ Поилка. Һыу эсергес. Имеҙлекле эсергес. ■ Автомат эсергестәр булмаһа ла, кәктә итеп ойошторҙолар. Улаҡтарҙан да бик кинәнеп һемерәләр малҡайҙар. И. Ғиззәтуллин.
ӘСЕРГӘНЕҮ (эсергән-) (Р.: температурить; И.: have running temperature; T.: ateşi olmak) ҡ. диал.
1. Тән температураһы күтәрелеү. □ Температурить. Тән әсергәнеү. Тәне кискә табан әсергәнә башланы.
2. ҡар. эсергеләү. Эсергән тән. Ҡулының һырты әсергәнеп сыҡҡан.
ЭСЕРЕЛЕҮ (эсерел-) ҡ. төш. ҡар. эсереү. страд, от эсерелеү. Никах һыуы эсерелде. М Үткән Ватан һуғышында Рәсәй илен азат итеүҙә ҡатнашҡан барлыҡ казачий башҡорт воиндары халыҡ иҫәбенә ҡоралландырылған, кейендерелгән, ашатылған һәм эсерелгән. Я. Хамматов. Әле бәпкә юғалған, әле быҙауға һыу эсерелмәгән, иң хәтәре: Рафиҡ йә Әнисә ошаҡлаша. Р. Камал.
ЭСЕРЕҮ (эсер-) (Р.: поить; И.: give to drink; T.: içirmek) ҡ.
1. Эсергә биреү. □ Поить, давать пить. Дарыу эсереү. Һыу эсереү. Бал менән сәй эсереү. ■ Теге ябыҡ ҡатын, Сәйҙә уйнап арығас, уға көршәктән һөт эсерә, икмәк бирә. Ә. Байрамов.
2. Иҫерткес эсемлек менән һыйлау. □ Поить, спаивать. Ҡунаҡты эсереү. ■ [Бәхтейәр] бер йәш тракторсыны эсереп, бульдозеры менән ҡойоно күмергә ҡотортҡан. Б. Рафиҡов.
3. Малды һыуға ҡушыу; һуғарыу. □ Поить. Ат эсереү. Малдарҙы эсереп килеү. ■ Бейәләрҙе йылғаға төшөрҙөләр, димләй-дим-ләй эсерҙеләр. Ф. Иҫәнғолов. Рус казакта
ры Сена йылғаһында аттарын эсерҙеләр. И. Абдуллин.
4. миф. Төрлө ҡот ҡойолған, никах уҡылған һ. б. төрлө им-том уҡылған һыуҙы эсереү. □ Поить, давать пить освящённую воду. Ауырыуға ҡот һыуын эсереү. Ҡот һыуын эсереү менән имләйҙәр. Никах һыуы эсереү.
ЭСЕРӘНКЕ (Р.: щуплый; И.: puny, frail; T.: cılız) с. диал. ҡар. кәгез.
Ябыҡ, кәрһеҙ, бәләкәй кәүҙәле. □ Щуплый, хилый. Эсерәнке мал. Бәрәндең эсерәнке бәрәсе бар.
ЭСЕРӘҢКЕ (Р.: водохлёб; И.: waterdrinker; T.: su içen) с. диал.
һыу эсеүсән. □ Водохлёб. Эсерәңке мал. Беҙҙең йылҡы — үҙе бер эсерәңке тоҡом.
ЭСЕ-ТЫШЫ (Р.: внутренняя и наружная стороны; И.: the interior and exterior; T.: içi dışı) и. йыйн.
1. Нимәнеңдер эске һәм тышҡы яғы. □ Внутренняя и наружная стороны. Эсе-тышы йылтыр тауар. Эсе-тышы атлас юрған. Эсе-тышы матур итеп биҙәлгән йорт. ■ Шәүрәләрҙең эсе-тышы һыланып та ағартылмаған тупаҡ өйҙән дә бер һыйырлыҡ лапаҫтан торған йорттары урамдың Эйек яҡ осонда, Сәрбиямалдарса ҡапма-ҡаршы ултыра. 3. Биишева.
2. күсм. Кешенең күңеле һәм тышҡы ҡиәфәте. □ Душа и тело (человека). М [Мәҙинәнең] өләсәһенең әле бер кемде лә шулай яҙылып, эсе-тышы берҙәй ялтырап һыйлағаны юҡ. Т. Ғарипова.
ЭСЕҮ (эс-) (Р.: пить; И.: drink; Т.: içmek) ҡ.
1. Шыйыҡ нәмәне йотоу. □ Пить, выпить. // Питьё. Һыу эсеү. Һут эсеү. Эсеп ебәреү. Һемереп эсеү. Сынаяҡтан эсеү. ■ [Ғарифуллин] һыуынған сәйен күтәреп эсте лә сынаяғын шаҡ иттереп өҫтәлгә ултыртты. С. Агиш. • Ауыҙы бешкән һыуыҡ һыуҙы ла өрөп эскән. Мәҡәл.
2. Шыйыҡ аҙыҡты тамаҡҡа алыу; ашау. □ Кушать, принимать жидкую пищу. Аш эсеү. Өйрә эсеү. Ҡатыҡ эсеү. • Табағына ҡарап, ашын эс, әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ҡос. Мәҡәл.
198