ЭСКАДРИЛЬЯ
3. һыу сығанағы итеп файҙаланыу; һыулау. □ Пить (постоянно из одного источника). Йылғанан эсеү. Шишмәнән эсеү. Күлдән һыу ташып эсеү. Ҡайһы яҡтың һыуын эстең? ■ Илдең ҡайһы һыуын эстең икән? М. Хәй.
4. күсм. Эскә алыу; йотоу. □ Вдыхать, вдохнуть. ■ Һауа саф, еҫкәп, эсеп туйғыһыҙ. Ғ. Дәүләтшин. Ер йотлоғоп ҡояш нурын эсә. Р. Бикбаев.
5. Иҫерткес эсемлек ҡабул итеү. □ Пить, выпивать (спиртное). // Выпивка, выпивание. Эсеп иҫереү. Эске килеү. Эсеп ҡайтыу. В Беҙ ул көндө бөтә донъяны оноттоҡ. Аҡылдан шашып эстек. Д. Юлтый. Эскән саҡта аҡыл дәрттең ҡоло була. Ҡ. Даян.
6. Иҫерткес эсемлеккә әүәҫләнеү. □ Выпивать (спиртное), пьянствовать. // Выпивка, выпивание, пьянка. Эсә башлау. Эсеп йөрөү. Әсеүгә һалышыу. ■ [Сабир мулла:] Ишетеүемә ҡарағанда, .. Нәнкир бик әсеүгә һалышҡан икән. Б. Ишемғол.
7. күсм. Берәй хәлгә дусар булып баштан үткәреү, кисереү. □ Переживать. Хәсрәт эсеү. Күп ҡайғы эстем.
♦ Ҡан эсеү иҙеп, талап, бик ныҡ йәберләү. □ Притеснять, угнетать. М [Сибәғәт бабай - егет хаҡында:] Һеҙ, һатлыҡ йәндәр, эшселәрҙең ҡандарын әсәһегеҙ, палачтар, ти. М. Ғафури. Хәл эсеү ял итеү. □ Отдыхать. Һонолоп һыу ҙа эсмәү эш эшләмәй, ҡәҙерле булып, ялҡауланып рәхәт йәшәү. □ Предаваться безделью, бездельничать, һыу кеүек эсеү бик яҡшы белеү. □ Знать назубок, знать очень хорошо. ■ Тажи - тешеккән кеше, өндәшмәһәң, оҙон көн буйына ла ауыҙын асып бер һүҙ әйтмәҫ, хәйер, бөтә математиктарҙы ла шулай була, тиҙәр, ә ул математиканы һыу кеүек эсә, бал кеүек ярата. И. Абдуллин, һыу эскеһеҙ итеп туҡмау бик ныҡ, иҫәнгерәткәнсе туҡмау. □ Сильно избить кого-л.
ЭС-ЗАР (Р.: скорбь; И.: sorrow; T.: keder) и.
Йөрәккә ғазап һалған ауыр кисереш, эстән уйлап йөрөгән хәсрәт, зар. □ Скорбь. Эс-зар һөйләү. Эс-зарҙы асыу. Эс-зарҙы йәшереү. К Элгәрге ваҡыттарҙа ахун менән
асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тартынған абыстай, үҙ аһ-зарын һөйләп, әҙерәк эс-зарын бүҫкәртеп алғандай булды. Р. Өмөтбаев.
ЭС ИМГӘГЕ (Р.: глист; И.: helminth; Т.: solucan) и. диал. ҡар. бабасыр.
Тура эсәктәге ваҡ ҡына паразит ҡорт. □ Глист, острица и т.п. Эс имгәгенән яфаланыу. Мал эсәгендә эс имгәге булған. Эс имгәгенән үлән төнәтмәһе эсеү.
ЭС ИМЛӘҮ (Р.: заговаривание живота; И.: kind of magic; T.: göbek ağrısını büyü ile tedavi etme yöntemi) и. миф.
Эс ауыртыуын дауалау ысулы. □ Заговаривание живота. Эс имләүҙең файҙаһы. Эс ауыртыуҙы эс имләү менән дауалайҙар.
ЭС ЙЫЛАНЫ и. диал. ҡар. бабасыр. Эс йыланын ҡауын емеше таҙарта. Эс йыланынан таҙарыныу өсөн һуған һуты файҙалы.
ЭСКАДРА [фр. escadre ‘дүрт мөйөшлө хәрби теҙмә’] (Р.: эскадра; И.: squadron; Т.: filo) и. хәрби.
1. Хәрби диңгеҙ флотындағы караптарҙың ҙур берекмәһе. □ Эскадра. Балтик эскадраһы. Япон эскадраһы позициялары. М Иге-сиге күренмәгән тынысһыҙ бушлыҡ өҫтөндә япон эскадраһы хакимлыҡ итә. И. Ноғманов. Туптар атыуы аҫтында рус флотилияһы ғына башта һөжүмгә күсте, ҡәлғә янындағы һыуҙа ун өс галеранан һәм егерме бишләп ваҡ суднонан торор төрөк эскадраһын ҡыйратып, Азовты Дон тамағы яғынан уратып алды. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ҡайһы бер илдәрҙәге хәрби самолёт-тарҙың ҙур берекмәһе. □ Эскадра. Истребителдәр эскадраһы. Хәрби самолёттар эскадраһы.
ЭСКАДРИЛЬЯ [фр. escadrille ‘хәрби авиация’] (Р.: эскадрилья; И.: squadron; Т.: uçak filosu) и. хәрби.
Самолёттарҙың бер нисә звеноһын эсенә алған хәрби берәмек. □ Эскадрилья. Эскадрилья командиры. Фашист самолётта-рының эскадрильяһы. М Батальондың ҙур һәм ауыр походына ҡушылғандай, зәңгәр күк йөҙөн ябып, бейектә осҡан һәм көнсығыш яҡҡа юл тотҡан самолёттар эскадрильяһы күренде. Б. Дим. Полк командирының само-
199