Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 200 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭСКАДРОН
лёты геуләп стартҡа йунәлеуе булды, беренсе эскадрильяла хәрәкәт көсәйҙе. А. Мағазов.
ЭСКАДРОН [фр. escadron ‘ҙур дүртмөйөш’] (Р.: эскадрон; И.: squadron; T.: süvari bölüğü) и. хәрби.
Кавалерияның ротаға тап килгән берәмеге. □ Эскадрон. / Эскадронный. Эскадрон командиры. Ҡылыслылар эскадроны. Эскадрондарҙы булеу. М Эскадрон командирҙары һалдаттарға аттан төшөргә һәм йәһәт кенә оборонаға ятырға приказ бирҙе. Ә. Ихсан.
ЭСКАЛАТОР [ингл. escalator < лат. scala ‘баҫҡыс’] (Р.: эскалатор; И.: escalator; Т.: yürüyen merdiven) и.
Кешеләрҙе мендереү, төшөрөү өсөн ҡулланылған, бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә булған баҫҡыс. □ Эскалатор. Эскалатор менән менеу. Эскалатор баҫҡысы. М Улар [мәскәу-ҙәр] хатта эскалаторҙа кутәрелгәндә йә төшкәндә лә ваҡыттарын бушҡа уҙғармайҙар — уҡыйҙар. М. Ғиләжев.
ЭСКАЛАЦИЯ [ингл. escalation ‘үҫеш’] (Р.: эскалация; И.: escalation; T.: kızışma) и. кит.
Нимәнеңдер барған һайын киңәйеүе, кө-сәйеүе йәки көсәйтелеше. □ Эскалация. Хәрби әҙерлек эскалацияһы. Һуғыш эскалацияһы.
ЭСКЕ I (Р.: пьянка; И.: drinking; bibation; T.: içki) и.
1. Иҫерткес эсемлек әсеүҙән ғибәрәт күренеш йә мәжлес. □ Пьянка, вечеринка с выпивкой. Эске ойоштороу. Эске булған ергә бармау. Эске мәжлесе. ■ Килгән-киткән, ысынлап та, ишәйҙе. Тора-бара эшлеһе лә, эшһеҙе лә йыйыла башланы. Эске китте. Яр. Вәлиев. Ева .. ҡайтып төшһә, ысынлап та, өйҙә — эске, ә Лиза юҡ. Г. Ғиззәтуллина.
2. Иҫерткес эсемлеккә булған самаһыҙ әүәҫлек; эскелек, эскеселек. □ Пьянство, пьянка. Эскегә бирелеу. Эскегә һалышыу. Эскегә ҡаршы көрәш. М Иҙрис ҡайғыһынан эскегә һабышҡан. 3. Биишева. Тик уңманы малайҙарҙан [Хәкимов]: эскегә һабыштылар, бисә-сәсә менән сыуалдылар, аҡсаны һыу кеуек туктеләр. Б. Бикбай.
3. диал. Иҫерткес эсемлек. □ Выпивка, алкогольный напиток. Эскенән баш тартыу. Эске бар ерҙән китеу. Я Мәҙинәнең куҙ алдына шул саҡ шырт баҫҡан, эскенән шешенгән йөҙлө атаһы килде. Т. Ғарипова.
ЭСКЕ II (Р.: внутренний; И.: inner; Т.: içindeki) с.
1. Нимәнеңдер эсендә, уртаһында урынлашҡан; киреһе — тышҡы. □ Внутренний. Ағастың эске ҡатламы. Ер шарының эске төҙөлөшө.
2. Алғы пландан төпкәрәк урынлашҡан, төптәге. □ Внутренний, задний. Эске тәҙрә. Эске баҫҡыс. И Ағаслыҡтың ситенә ел һырынты өйгән, ә инде эске яҡта ҡарағай ылыҫтары ышығында ҡарҙың тәрәнлеге ыржайҙың тубығы тиклем дә булмаҫ. Ә. Үтәбай. Ул арала эске булмәнән егерме биш-утыҙ йәштәрҙәге ике ир кеше килеп сыҡты. И. Абдуллин. Илмырҙа ҡарт тур яҡҡа утте, эске ишекте асты һәм тупһа алдында уҡ туҡтап ҡалды. Ә. Вәли. Бала өйгә инеу менән эске булмәгә, Зәки булмәһенә йугерҙе. Ғ. Ғүмәр.
3. Эс яҡтағы, эстәге (кейем). □ Нижний, нательный, внутренний (о белье). Эске майка. Эске кейемдәр. ■ Мунсаға килгәс, [Гәрәйҙең] тәуге эше эске бер ҡат кейемен .. тиҙ генә йыуып алыу булды. Б. Бикбай.
4. Йөҙгә ҡаршы яҡ, тиҫкәре. □ Внутренний, изнаночный. Тауарҙың эске яғы. Кул-дәктең эске яғы.
5. Тән, кәүҙә эсендәге. □ Внутренний. Эске тамырҙар. Эске ауырыуҙар. М [Хирург — Айһылыуға:] Шаһимораттың эске ағзалары зарарланғайны. 3. Биишева.
6. кусм. Кешенең рухи донъяһына ҡараған, күңеле менән бәйле булған. □ Внутренний, душевный, духовный. Эске кисереш. Эске хыял. Эске тауыш. Эске ҡәнәғәтлек менән. Эске һиҙенеу. Я Сәхнәлә геройҙың эске донъяһын .. тәрәнерәк асырға мөмкин булыр ине. Ғ. Рамазанов. Сәхнәгә киң яурынлы шағир Луговской сыҡты һәм эске ынтылыш менән тулҡынландырғыс ике шиғырын уҡыны. А. Абдуллин.
7. Нимәнеңдер нигеҙен, асылын тәшкил иткән. □ Внутренний (исходящий изнутри,
200