Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 201 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭСКЕРҺЕҘЛЕК
из содержания). ■ Бәләкәй азбукаңды уҡытып алайым әле, юҡҡа ҡорсоп йөрөйһөң, — тип уйланы ул [Зиннәт], эске бер кинәнес менән. Т. Ғарипова.
8. Айырым ил, йәмғиәт йәки төркөм эсендәге тормошҡа, эшмәкәрлеккә бәйле. □ Внутренний. Эске дошман. Эске заём. Эске эштәр министры. Эске вал тауары. ■ Эске эштәр бүлеге етәксеһенең беренсе урынбаҫары подполковник Хәмитов өҫтәл аша екерҙе. Р. Вәлиев. [Дәүләтов:] «Илебеҙҙең эске һәм халыҡ-ара хәле» тигән темаға әңгәмә уҙғарғайным. Ә. Вәли.
ЭСКЕ КҮЛДӘК (күлдәге) (Р.: сорочка; И.: underwear; shirt; T.: bayan atlet) и.
1. Эстән йә йоҡлағанда кейә торған йоҡа ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге. □ Сорочка. Ебәк эске күлдәк. Трикотаж эске күлдәк. Селтәрле эске күлдәк. М Әлфиә уяныу менән һикереп торҙо ла, эске күлдәге өҫтөнә шинель ябынып, Әшрәфкә хат яҙа башланы. И. Абдуллин. Хәмдиә, иҙелеп бөткән эске күлдәген һалып, хәлһеҙләнгән ҡолондоң яраһын бәйләне. Р. Низамов. Зилара, иңбашына халатын һалырға ла онотоп, эске күлдәктән генә .. улы ҡаршыһына барып баҫты. X. Зарипов.
2. Күлдәк йә башҡа кейем эсенән кейә торған ир-ат кейеме; эске майка. □ Майка. Аҡ эске күлдәк. Эске күлдәк кейеү. ■ Ҡараңғыла уның [Иршаттың] аҡ эске күлдәге ҡапыл Әлфиәгә кәфен булып күренде. И. Абдуллин.
ЭСКЕЛЕК (эскелеге) (Р.: пьянство; И.: excessive drinking; T.: alkolizm) и.
Иҫерткес эсемлеккә булған самаһыҙ әүәҫлек, эске. □ Пьянство, пьянка. Эскелеккә бирелеү. Эскелеккә һалышыу. Эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу. ■ [Әлмира — Ри-натҡа:] Элегерәк эскелек кенә бар ти инек, хәҙер наркомания, токсикоманиялар ҡалҡып сыҡты. Р. Байбулатов. Эскелек, алып-һа-тарлыҡ кеүек насар ғәҙәттәр сәскә атыуы ла бер кемгә лә сер түгел. Т. Ғарипова.
ЭСКЕ НИГЕҘ (Р.: сруб в подполе; И.: solid wood construction of cellar; T.: bodrum) и. диал.
Баҙ бураһы, нигеҙ бураһы. □ Сруб в подполе. Эске нигеҙ эшләү. Эске нигеҙҙе кәпләү.
ЭСКЕНӘҮ (эскенә-) (Р.: проголодаться; И.: grow hungry; T.: acıkmak) ҡ. диал. ҡар. асҡаҡлау.
Туйынып ала алмау, гел ас һымаҡ һиҙеү. □ Проголодаться, изголодаться. Малы бикле тороп эскенәгән.
ЭСКЕРЛЕ (Р.: злопамятный; И.: vindictive; T.: kindar) с.
Яман уй-ниәтле, аҫтыртын уҫал. □ Злопамятный, таящий злобу, зловредный. Эскерле кеше. Эскерле холоҡло булыу. ■ Ғәләү эскерле түгел. Ул алсаҡ, ҡояш кеүек йылмайып тора. Б. Бикбай. Бәләкәй кәүҙәле ирҙәр яуыз, һәр хәлдә, көнсөл, эскерле була. Р. Солтангәрәев.
ЭСКЕРЛЕЛЕК (эскерлелеге) (Р .: злопамятство; И.: rancor; T.: garez) и.
Эскерле булыу сифаты. □ Злопамятство, зловредность. ■ һаранлыҡ-йомартлыҡ, бер ҡатлылыҡ-эскерлелек, ҡупырлыҡ-баҫалҡы -лыҡ — былар, Аҡбирҙе ҡартса, күберәк нәҫелдән килә торған сифаттар. 3. Ураҡсин. Павелдың күҙҙәре шаян йылтылдай, йөҙөндә һис бер эскерлелек юҡ. Ш. Янбаев.
ЭСКЕРҺЕҘ (Р.: искренний; И.: sincere; T.: samimi) с.
1. Яман уй-ниәтһеҙ, саф күңелле. □ Искренний, чистосердечный. Эскерһеҙ бала. Эскерһеҙ ярҙам. Эскерһеҙ ҡараш. Эскерһеҙ кеше. М Гаянэ, телдәр булһа ла, эскерһеҙ, бер ҡатлы ҡыҙ ине. Й. Мостафин.
2. Ихлас күңелле, ябай. □ Добродушный, простодушный. Эскерһеҙ ҡарт булып сыҡты. Эскерһеҙ кеше. Эскерһеҙ мөғәмәлә.
■ Максим, сестраның йомшаҡ итеп әйтелгән эскерһеҙ һүҙҙәренә рәхмәт белдереп, баш ҡаҡты. Ә. Байрамов. Эскерһеҙ Хөсәйен менән һөйләшеүҙән Мәҙинәнең күҙҙәренә йәш эркелде. Т. Ғарипова.
ЭСКЕРҺЕҘЛЕК (эскерһеҙлеге) (Р.: искренность; И.: sincerity; T.: samimiyet, içtenlik) и.
Эскерһеҙ булыу сифаты. □ Искренность, чистосердечность. Балаға хас эскерһеҙлек.
■ Карнаухов үҙенең башынан үткәндәрҙе, оло кешегә һөйләгәндәй, эскерһеҙлек менән теҙеп сыҡты. Й. Мостафин. Башҡаларҙың күңел сафлығына, эскерһеҙлегенә, яҡшылы
201