Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 202 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭСКЕСЕ
ғына ышанған кеше үҙе лә яуызлыҡ, хаслыҡ, хөсөтлөк һымаҡ әшәкелекте бер ваҡытта ла ҡылмаясаҡ. Ш. Янбаев.
ЭСКЕСЕ I (Р.: пьяница; И.: sot; T.: ayyaş, alkolik) и.
Иҫерткес эсемлек әсеүгә әүәҫ кеше. □ Пьяница, алкоголик. Эскесе булып китеү. ■ Был матур йәш егеткә ҡарап бер кем дә уны эскесе тип әйтмәҫ тә, уйламаҫ та. Р. Байбулатов. Лоҡман эскесе тугел, мәгәр күңеленең болоҡһоған мәлдәрендә килке-килке үҙенән башҡа бер кем инеп йөрөмәгән ошо бүлмәлә бикләнеп ятып ала. Т. Ғарипова.
ЭСКЕСЕ II (Р.: пьющий; И.: drunken; Т.: sarhoş) с.
Иҫерткес эсемлек эсергә яратҡан. □ Пьющий, злоупотребляющий алкоголем. Эскесе кеше осрау. Эскесе ҡатын. ■ Уның атаһы Шәмсетдин холоҡһоҙ, эскесе кеше ине. X. Зарипов.
ЭСКЕСЕЛЕК (эскеселеге) (Р.: пьянство; И.: drunkenness; T.: alkolizm) и.
Иҫерткес эсемлеккә булған самаһыҙ әүәҫлек; алкоголизм. □ Пьянство, алкоголизм. Эскеселеккә батыу. Эскеселектән ҡотолоу сараһы. ■ Сибәр Дилбәрә, эскеселеккә һалышып аҙып ҡайтҡан иренең әҙәпһеҙ ҡылыҡтарына сыҙай алмай, үҙе ташлап, ситкә сығып олаҡты. М. Кәрим. Арабыҙҙан үпкә сире, йөрәк өйәнәге менән бер рәттән, заманыбыҙҙың иң ҡурҡыныс сире эскеселектән һәләк булғандары ла байтаҡ. Ф. Чанышева.
ЭСКЕ СОЛАН (Р.: отсек в чулане; И.: closet compartment; T.: kiler) и. диал. ҡар. синдек.
Соландағы бүлмә. □ Отсек в чулане. Эске солан иҙәне. Эске соланда һаҡлау. Эске соланды бикләү.
ЭСКЕ СҮРЕҮ (Р.: наперник; И.: pillowcase; T.: yastık kılıfı) и. диал. ҡар. кәпрән.
Мендәр-яҫтыҡтың йөн-мамыҡ тултырылған эске тышы. □ Наперник. Мендәрҙең эске сүреүе туҙған. Эске сүреүен яңыртыу. Эске сүреү тегеү.
ЭСКЕҺЕҘ (Р.: негодный для питья; И.: unfit for drinking; T.: içilmez) c.
Эсергә яраҡһыҙ, ауыҙға алғыһыҙ. □ Негодный для питья. Эскеһеҙ һыу. Эскеһеҙ тоҙло һурпа. Эскеһеҙ тәмһеҙ һут. Эскеһеҙ әсе дарыу.
♦ һыу эскеһеҙ итеү 1) ныҡ туҡмау. □ Сильно избить, һыу эскеһеҙ итеп һалып ҡуйыу, һыу эскеһеҙ итеп ҡуйған. Н Атаһы теҙгенде ҡыҫҡа тотто: саҡ асыуы килһә, улын һыу эскеһеҙ итеп туҡманы. Б. Бикбай; 2) ныҡ итеп әрләү һ. б. □ Сильно ругать. Һыу эскеһеҙ итеп ҡайтарҙы малайымды, һыу эскеһеҙ итеп әрләгән.
ЭСКИБИҘӘР [рус. скипидар} (Р.: скипидар; И.: turpentine; T.: terementi, treban-tin) и. һөйл.
Ылыҫлы ағастарҙың сайырынан ҡыуып алына торған ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ йәки һарғылт шыйыҡлыҡ (медицинала, лак, буяу етештереүҙә һ.б. ҡулланыла). □ Скипидар. Эскибиҙәр менән ыуыу. Эскибиҙәр менән таҙартыу. Эскибиҙәр ҡыуыу.
ЭСКИЗ [фр. esquisse ‘һыҙма’] (Р.: эскиз; И.: sketch; T.: taslak, eskiz) и. сәнғ.
1. һүрәттең төп һыҙаттарын күрһәткән тәүге һыҙмаһы. □ Эскиз (предварительный набросок рисунка, картины). Эскиз төшөрөү. Бер нисэ эскиз һыҙып ҡуйыу. Ҡөҙ күренештәренең эскиздарын һыҙып ҡалыу. ■ Асия-ның да, Әкрәмдең дә иғтибары буяуы ла кибеп өлгөрмәгән эскизға йүнәлде. Улар йәш рәссамдың бүтән эскиздарын да ҡыҙыҡһынып ҡарарға тотондолар. X. Зарипов. Сәлих ҡағыҙға тиҙ-тиҙ генә эскиздар ҙа һыҙғылап ырғытты, тик ҡыштың матурлығын биреү өсөн парк мөйөшөндә генә туҡтап ҡалманы. С. Агиш.
2. Әҙәби йәки музыкаль әҫәрҙең төп фекерҙе билдәләгән тәүге яҙмаһы. □ Эскиз (набросок литературного или музыкального произведения). Хикәйәнең эскизы. Операның эскизы. ■ Ҡәҙерле көндәлегем, иң яҡын дуҫым һәм серҙәшем! Һинең ап-аҡ биттәрең күңел тетрәткес гүзәл шиғыр темалары, матур-матур фекерҙәр, эскиздар менән тулһын. М. Садиҡова.
3. Ҡарап эшләү, күсереү өсөн хеҙмәт иткән һүрәт. □ Эскиз, образец. Декорация эскизы. Милли костюмдар эскизы. ■ Дауытҡа иң оҡшағаны Салауат батырға һәй
202