эскәмйә
кәл буласаҡ атлы монумент эскизы булды.
3. Биишева.
ЭСКИМО [фр. esquimau] (Р.: эскимо; И.: choc ice; T.: eskimo pasta) и.
Глазурланған, таяҡлы туңдырма. □ Эскимо. Эскимо ашау. Эскимо һатыу. Эскимоһы ирегән.
ЭСКИМОС (Р.: эскимос; И.: Eskimo; Т.: Eskimo) и. этн.
Чукотка ярымутрауы яр буйҙарында, Американың төньяҡ яр буйында, Гренлан-дияла йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (палеоазиат төркөмөнә ингән телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Эскимос. Эскимос халҡы. Эскимос ҡатыны. Эскимос теле. ■ Эскимостарҙа ҡарҙың әллә нисәмә исеме бар. Г. Ғиззәтуллина.
ЭС КИТЕҮ I (эс кит-) (Р.: поносить; И.: have diarrhea; T.: mide bozulmak) ҡ.
Эс боҙолоу, оло ярау шыйыҡланыу. □ Поносить. ■ Халыҡ та, медицина ла эс киткәндә сохари ашарға кәңәш итә. С. Поварисов.
ЭС КИТЕҮ II (Р.: понос; И.: diarrhea; Т.: mide bozulması) и.
Оло ярау шыйыҡланыу менән бәйле, эс китеүҙән ғибәрәт ауырыу. □ Понос, диарея. М Һалдаттар асыҡты,.. өлгөрмәгән картуф ашайҙар. Шул арҡала эс китеү башланды. Д. Юлтый. Оло граждандар араһында, аслыҡ нәтижәһендә теләһә ни ашап, эс китеү ныҡ таралды. Р. Өмөтбаев.
ЭС КИТМӘҺЕ и. диал. ҡар. эс китеү II. ■ [Хәбибә:] Баяр эшендә .. ҡайҙа ул бала ҡарау. Меҫкен Зиннәтем эс китмәһенән үлде. Б. Бикбай.
ЭС КИТӘРЕҮ (эс китәр-) ҡ. диал. ҡар. эс китеү II. Киҙеү мәлендә эс китәрә башланы. Сейле-бешле бәлеш эс китәреүгә сәбәп булды.
ЭСКОРТ [фр. escorte ‘оҙатыу’] (Р.: эскорт; И.: escort; T.: eskort) и. хәрби.
1. Кемделер йәки нимәнелер оҙатып барған хәрби һаҡ. □ Эскорт. Мотоциклистар эскорты. Диңгеҙ эскорты. ■ Эскорттар өҫтөнә туптарҙан ут асалар. Р. Ханнанов.
2. күсм. Оҙата килеүсе. □ Провожающий, сопровождающий. ■ Вәсилә мәктәп кварти
рында тора ине, шул сәбәпле уның төндәрен уйындан почетлы эскорт оҙатыуында ҡайтыуы уҡытыусылар коллективына шунда уҡ билдәле була барҙы. Б. Рафиҡов.
ЭСКУДО [исп. escudo ‘алтын тәңкә’] (Р.: эскудо; И.: escudo; T.: esküdo) и.
Португалия, Мозамбик һ. б. ҡайһы бер илдәрҙең аҡса берәмеге. □ Эскудо. Һумдарҙы эскудоға алыштырыу. Эскудо ҡулланылған илдәр.
ЭС КҮБЕҮ (эс күп-) (Р.: вздуться (о животе)’, И.: bloating; T.: mide iltihabı) ҡ.
1. Аш һеңдереү системаһының боҙолоуы сәбәпле эсәктәрҙә газ йыйылыуы. □ Вздуться (о животе).//Вздутие живота (скопление газов в кишечнике из-за нарушения пищеварения). Кешеләрҙә ашҡаҙан эшләмәүҙән, малдарҙа ас көйөнә һыулы үлән, серек картуф, серек бесән ашауҙан эс күбеү ауырыуы барлыҡҡа килә.
2. миф. Ел эйәһе тейеү менән бәйле эс ҡабарыу. □ Вздуться (о животе). // Вздутие (живота). ■ Бисмиллаһыҙ ашаһаң, эскә яман ел инә һәм эс күбә. «Башҡорт мифологияһынан.
ЭСКӘ (Р.: внутрь; И.: inward; T.: içeriye) р.
Төпкә, нимәнеңдер эсенә табан. □ Внутрь, в. Эскә эләгеү. Эскә инеү. Эскә китеү. Эскә инеп ултырған өй. М Солан ишеге асылды, бер нисә кешенең эскә үткән аяҡ тауышы ишетелде. С. Агиш.
ЭСКӘМЙӘ I [рус. скамья] (Р.: скамья; И.: bench; T.: iskemle) и.
Бер нисә кеше ултырырлыҡ итеп оҙонса таҡтанан аяҡлап яһалған ҡулайлама. □ Скамья. Артлы эскәмйә. Киң эскәмйә. ■ Төлкөсура тунын систе лә, өҫтәл эргәһенә үтеп, киң таҡтанан яһалған эскәмйәгә ултырҙы. Н. Мусин. Баҡса мөйөшөндә бер эскәмйә яңғыҙ тора, ҡар шәл ябынып, ҡышҡы төндә уйға ҡалған, иң бәхетле сағын һағынып. Й. Ильясова. Сәхибә ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә сығып ултырҙы. Ғ. Хәйри. Ағас төбөндәге эскәмйәлә оло йәштәрҙәге бер кеше ултыра ине. Ғ. Аллаяров.
203