эскәмйә
ЭСКӘМЙӘ II (Р.: продолговатая копна снопов; И.: oblong shock of sheaves; T.: uzunca dokurcun) и. диал. ҡар. ҙурат.
Башын-башка бергә терәп, арҡырыға теҙеп һалған кәлтә өйөмө. □ Продолговатая копна снопов. Кәлтә эскәмйәләрен өйөу. Көлтәләрҙән эскәмйә ҡуйыу.
ЭСКӘМЙӘ III (Р.: козлы; И.: saw-horse; T.: testere atı) и. диал.
Утын һалып бысыу станогы. □ Козлы (станок) для пилки лесоматериала. Утынлыҡта эскәмйә тора. Эскәмйәгә утын ҡуйыу. Эскәмйәлә бурәнә бысыу.
ЭСКӘРГЕ с. диал. ҡар. эске II, 2. Эскәрге булмә. Эскәрге баҫҡыс. Эскәрге ишекте асыу.
ЭСКӘРЕ и. диал. ҡар. эске II, 2. Өйҙө эскәре яҡтан йылытыу. Бураның эскәреһен һыҙлыҡлау. Эскәренән һылау. К Үҙҙәренең кешеләрен Туҡмуйрыҡ саҡ-саҡ эҙләп тапты. Артҡа һаҡлауғыс көс ҡалдырып, тағы урман эскәре киттеләр. Ғ. Ибраһимов.
ЭСКӘ ТЕЙЕҮ (эскә тей-) (Р.: поносить; И.: have diarrbea; T.: mide bulanmak) ҡ.
Нимәлер ярамай эсте боҙоу, эсте китәреү. □ Поносить. // Понос, расстройство желудка. Я [Әлхәм:] Ике кило виноград ашағайным. Ул, ҡәһәрең, эскә тейә икән. С. Кулибай.
ЭСКӘТЕР [рус. скатерть] (Р.: скатерть; И.: tablecloth; T.: masa örtüsü) и. ҡар. ашъяулыҡ.
Өҫтәл ябыуы. □ Скатерть. Эскәтер йәйеу. Я Өҫтәл ҡыҙыл эскәтер менән ябылған. Р. Өмөтбаев. [Нәғимә ханым] өҫтәлдәге йәшел клеёнка өҫтөнә аҡ эскәтер йәйеп ҡуя, сәй ҡып-ҡыҙыл булып сыҡҡансы, сәйгунде самауыр башында тота. С. Агиш.
ЭС-ҠАРЫН (Р.: внутренние органы; И.: entrails, guts; T.: takım ciğer) и. йыйн.
1. Һуйған малдың ҡарын һәм эсәктәре; эсәк-ҡарын. □ Внутренние органы (животных), ливер. Эс-ҡарын бешереу. Эс-ҡарын бәлеше. Я Егерь, мышыны һуйып бөткәс, тиреһен, эс-ҡарынын һуйыусыларға тәҡдим итте. Р. Кинйәбаев. Хәкимә менән Мәстурә, тәкәнең эс-ҡарынын йыуырға, аш-һыу тәрбиәләргә тип, өйҙә ҡалдылар. Н. Мусин.
2. Кеше ҡорһағындағы эске органдарҙың дөйөм атамаһы. □ Внутренние органы
(человека). Я [Шаһиморат] хатта һис тә укенмәй-әрнешмәй улде лә китте һымаҡ. Эс-ҡарынында ҡот осҡос ҡаты ауыртыу барған саҡта. 3. Биишева.
ЭСҠАҪТАЛ (Р.: скрытный; И.: clandestine; T.: gizli; içine kapanan) с. диал. ҡар. аҫтыртын.
Уй-ниәтен һиҙҙермәй, йәшерен эш итеүсән; аҫтыртын, яуыз. □ Скрытный, тайный. Эсҡаҫтал кеше. Эсҡаҫтал бала булып уҫеу. Эсҡаҫтал холҡо менән айырылып тора.
ЭС ҠАТЫУ (Р.: запор; И.: constipation; T.: kabızlık) и. ҡар. ҡатыулау.
Оло ярау ҡаты хәлгә килеү. □ Запор. Эс ҡатыуға ҡаршы кук сәй эсеу. Куп муйыл ашап, эс ҡатыу башланған. Эс ҡатыуҙан яфаланыу.
ЭС-ҠОРАМТА и. диал. ҡар. эс-ҡарын 1. Эс-ҡорамта йыуыу. Эс-ҡорамтанан бәлеш эслеге әҙерләу.
ЭСЛЕ (Р.: имеющий внутренний слой; И.: having a lining; T.: iç tabakası olan) c.
1. Эске ҡатлы, эске ҡаты булған. □ Имеющий внутренний, нижний, оборотный слой, имеющий подкладку. Эсле балаҫ. Эсле кейеҙ. ■ Эсле лә тышлы бәрән тун әсәйемә булһын минән һуң. Сеңләүҙән. [Хәсән] ҡара сатин эсле мамыҡ менән һырылған балалар пальтоһын йәйеп ебәрҙе һәм Аҡбулатты уҙе янына саҡырып кейендерә башланы. С. Агиш.
2. диал. Һыйышлы, һыйҙырышлы. □ Вмещающий, вместительный. Эсле һауыт. Эсле көршәк.
ЭСЛЕК I (эслеге) (Р.: подкладка; И.: lining, backing; T.: astar) и.
Кейем-ҡаралдының эске ҡаты; эс. □ Подкладка. Атластан тегелгән эслек. Плащтың эслеге алынмалы. Бишмәттең эслеге. Костюмдың эслеге туҙған. Я Ул [Ниғмәтбаев] ятҡан урынынан ҡалҡынып, бөксәйеп ултырҙы ла, оҙаҡ уйлап тормай, шинеленең эслеген шытырҙатып йыртып алып, еуеш сылғауы урынына аяғына урап кейҙе. Ф. Иҫәнғолов.
ЭСЛЕК II (Р.: подкладочный; И.: for lining, for backing; T.: astar) с.
204