ЭСМӘЙЕЛЛЕ
Кейем-ҡаралдының эске ҡаты өсөн тәғәйенле. □ Подкладочный. Эслек туҡыма. Эслек тауар.
ЭСЛЕК III (эслеге) (Р.: начинка; И.: mincemeat; T.: doldurma) и.
Бәлеш эсенә һалып бешереү өсөн булған төрлө ризыҡ (ит, емеш-еләк, йәшелсә Һ.6.). □ Начинка, фарш. Бәлеш эслегенә балан бешереу. Эслеге өсөн ит уткәреу. Бәлеш эслеген әҙерләу. ■ Аҡбейек аръяғындағы уҫаҡлыҡта һылыу бәшмәк дәррәу уҫә, ҡышҡылыҡҡа тоҙлаһаң, бәлеш эслегенә шәп була, ит тәме килә бит унан. Г. Яҡупова.
ЭСЛЕ-ТЫШЛЫ I (Р.: имеющий нижнюю и верхнюю подкладку; И.: having a lower and upper lining; T.: üst ve alt astarları olan) c.
Эске һәм тышҡы ҡатлы. □ Имеющий нижнюю и верхнюю подкладку. Эсле-тышлы тун. Эсле-тышлы куртка.
ЭСЛЕ-ТЫШЛЫ II (Р.: изнутри и снаружи; И.: inside and outside; T.: tümüyle) p.
Эске һәм тышҡы яҡтан. □ Изнутри и снаружи, с двух сторон. Ҡомғанды эсле-тышлы сайҡау. Аласыҡ эсле-тышлы һыланған. ■ Тағы ла ике көндән Кәлимә һыланған балсыҡты һыулап, шымартып сыҡты, шунан тауҙан килтерелгән аҡбалсыҡ һыуы менән эсле-тышлы ағартты. Ғ. Хисамов.
ЭСЛЕ-ТЫШЛЫ III (Р.: необоснованно; И.: for no reason; T.: temelsiz) р. диал. ҡар. нигеҙһеҙ.
Дөрөҫлөккә тап килмәгән. □ Необоснованно. Эсле-тышлы юҡты һөйләу. Эсле-тышлы бушты әйтеу. Эсле-тышлы яла яғыу.
ЭСЛИМ (Р.: дружно; И.: in a friendly fashion; T.: dostça) р. диал. ҡар. татыу V.
Үҙ-ара талаш-тартышһыҙ, яҡшы мөнәсәбәттә булған. □ Дружно, согласно. Улар эслим тора. Эслим йәшәу. Эслим эшләу.
ЭСЛӘТЕҮ I (эсләт-) ҡ. йөкм. ҡар. эсләү
I. понуд. от эсләү I. Бишмәтте эсләтеу. Тунды эсләтеу.
ЭСЛӘТЕҮ II (эсләт-) ҡ. ҡар. эсләү II. ■ Булат .. урман эсләтеп оҙаҡ ҡына барғандан һуң бер аҡланға сыҡты. К. Мәргән.
ЭСЛӘҮ I (эслә-) (Р.: подшивать подкладку; И.: touch up a backing; T.: astarlamak) ҡ.
Эслек ҡуйыу. □ Подшивать подкладку. Эсләп кулдәк тектереу. Камзул эсен ебәк менән эсләу.
ЭСЛӘҮ II (эслә-) (Р.: двигаться внутри чего', И.: move past inside; T.: bir yerin içinde hareket etmek) ҡ.
Нимәнеңдер эсенән буйлау. □ Двигаться внутри чего. Үҙән эсләп барыу. Соҡор эсләп барыу. ■ Батыршалар урман эсләп бер-ике саҡрым ситкә китә. Ғ. Хөсәйенов. Әхмәт урман эсләп йугерҙе лә йугерҙе. Ғ. Лоҡманов.
ЭС МАЙЫ (Р .: нутряной жир, нутряное сало; И.: visceral fat; T.: içyağı) и.
Мал-тыуарҙың эсенән сыҡҡан май. □ Нутряной жир, нутряное сало. Эс майын алыу. Эс майына картуф ҡыҙҙырыу. ■ Иштән ҡарт хужанан һуғымдың һимеҙлеге, ҡанса бот ите сығыуын, эс майы нисә табаҡ булыуын .. һорашып ҡараны ла, һуҙ артыҡ йәбешеп бармағас, .. тынып ҡалды. 3. Ураҡсин. [Бурһыҡтарҙың] эс майын дарыу итеп тотоноу өсөн генә кәрәк саҡта һуғып алалар уны. Н. Мусин.
ЭС-МАУЫР и. диал. ҡар. эс-бауыр 2. Эс-мауырға инеу. Эс-мауырымды арбаны.
ЭСМИНЕЦ [рус. эскадренный миноносец} (Р.: эсминец; И.: torpedo-boat destroyer; T.: destroyer) и. хәрби.
Торпедолар менән йыһазландырылған тиҙ йөрөшлө еңел хәрби карап; эскадралағы миноносец. □ Эсминец. Флотта тиңе булмаған эсминец. Н Япон эсминецтары ифрат йәтеш сәп сифатында, урындарынан ҡыбырлай алмайса, аҙнанан ашыу торҙо. И. Ноғманов.
ЭСМӘЙЕЛЛЕ (Р.: добрый; И.: good-natured; T.: iyi yürekli) с. диал. ҡар. изге күңелле.
Кеше күңелле, кеше ыңғайлы, изге күңелле. □ Добрый, хороший, добродушный. Эсмәйелле кеше менән эшләуе еңел. Бигерәк эсмәйелле бала булып сыҡты.
205