эсмәк
ЭСМӘК (эсмәге) (Р.: пелёнка; И.: nappy; T.: bebek bezi) и. диал. ҡар. йүргәк.
Йәш баланы урай торған сепрәк. □ Пелёнка. Йәш бала эсмәге. Эсмәген алыштырыу. Эсмәктәр йыуыу.
ЭСМӘЛЕК I (эсмәлеге) (Р.: источник, пригодный для питья; И.: drinking spring; T.: içecek su) и.
Эсергә яраҡлы һыу сығанағы. □ Источник, пригодный для питья. Эсмәлеккә ярай. ■ Томбойоҡло тәрән кул, эсмәлегем булған кул. Халыҡ йырынан. Тау итәккәйҙәре шишмәлек, һыуһындарың баҫыр эсмәлек. Т. Ҡарамышева.
ЭСМӘЛЕК II (эсмәлеге) (Р.: борт плота; И.: broadside of raft; T.: salları bir birine bağlayan tomruk) и. диал.
һалдағы кәшмәктәрҙе ҡабырғанан бер-береһенә тоташтырған эске бүрәнәләр, һал сите. □ Борт плота. Эсмәлекте нығытыу. Эсмәлеккә бәйләп алыу. һалдың эсмәлеген ыскындырыу.
ЭСМӘҮ (Р.: пояс; И.: belt; T.: kuşak) и. ҡар. билғау.
Кейемде бил тапҡырынан ҡыҫып быуа торған оҙон тауар йәки бау киҫәге; билбау. □ Пояс, кушак, которым подпоясывали верхнюю одежду. Эсмәуен сисеу. Ебәк эсмәу. Киндер эсмәу. Эсмәу бәйләу.
ЭСПАДРОН [фр. espadon < исп. espada ‘ҡылыс’] (Р.: эспадрон; И.: spadroon; Т.: flöre) и. спорт.
Фехтованиеға өйрәнгәндә ҡулланыла торған ҡылыс төрө. □ Эспадрон. Эспадрон тотоп өйрәнеу. Эспадроны төшөп китте.
ЭСПАНДЕР [лат. expando] (Р.: эспандер; И.: expander; T.: genişletici) и. спорт.
Физик күнегеүҙәр яһағанда мускулдарға көс төшөрөү өсөн ҡулланылған спорт әй-бере. □ Эспандер. Эспандер менән кунекмә яһау.
ЭСПЕРАНТО [фр. esperanto ‘өмөтлө’] (Р.: эсперанто; И.: Esperanto; T.: Esperanto) и.
Европала киң таралған телдәр нигеҙендә эшләнгән халыҡ-ара яһалма тел. □ Эсперанто (искусственный язык). Эсперантоны өйрәнеу. Ш [Хайруллин:] Шаһзада һалҡа-
евтар ҡасандан бирле бит латин хәрефенә, эсперанто теленә кусергә йөрөйҙәр. С. Агиш.
ЭССЕ [фр. essai ‘этюд’] (Р.: эссе; И.: essay; T.: deneme) и. әҙ.
Әҙәбиәткә, философияға, социаль темаға бәйле проблемаларҙы ғилми системаға һалмай, ирекле рәүештә биргән очерк. □ Эссе. Эссе яҙыу. Эссенан бер өҙөк килтерелгән. ■ [Ғ. Хөсәйеновтың] тиҫтәләгән ғилми хеҙмәттәре, .. әҙәби куҙәтеуҙәре, теоретик мәҡәләләре, йылъяҙмалары, лирик-философик эсселары, парсалары — былар барыһы ла әҙип ижадының куп яҡлы икәнен дәлилләй. Ф. Юнысова.
ЭССЕЛЕҮ I (эссел-) (Р.: желать; И.: wish, desire; T.: aşermek) ҡ. диал. ҡар. көҫәү.
Аш теләү, аш төрләү, аш талымлау. □ Желать, быть разборчивым в еде (в связи с каким-л. состоянием, например, болезнью, беременностью). Тоҙло нәмәгә эсселеп тороу. Ҡамыр аштарын эсселә.
ЭССЕЛЕҮ II (эсселе-) (Р.: опаивать (коня)\ И.: give too much to drink; T.: hastalanmak) ҡ. диал.
Шәп, ҡыҙыу сабып, ныҡ тирләп ҡапыл һыу әсеүҙән зыянланыу, ныҡ ауырыу (йылҡы малына ҡарата). □ Опаивать (коня). Am эсселей. Аты эсселеп улгән. Ат эсселеһә, һалҡын һөт йә андыҙ төнәтмәһе эсерергә кәрәк.
ЭССЕНЦИЯ [бор. һинд-европа *es- ‘булыу’ > лат. essentia ‘барлыҡ, асыл’] (Р.: эссенция; И.: essence; T.: esans, su) и.
Ниндәйҙер матдәнең ҡуйыртылған иретмәһе (аҙыҡ-тулек сәнәғәтендә, фармакологияла һәм парфюмерияла ҡулланыла). □ Эссенция. Емеш-еләк эссенцияһы. Уксус эссенцияһы.
ЭС СИРЕ и. ҡар. эс ауырыуы. ■ Балаларының игелеген курә башлағансы йәшәй алманы [Владимирҙың] атаһы, эс сире был донъянан уны иртә алды. А. Мағазов.
ЭСТАКАДА [фр. estacade ‘оҙонға төҙөлгән ҡоролма’] (Р.: эстакада; И.: trestle; Т.: estakat) и.
Юл аша сығыу, пароход туҡталыу, йөк бушатыу һ. б. кәрәк өсөн хеҙмәт иткән күпер һымаҡ ҡоролма. □ Эстакада. Эстакада
206