ЭСТЕТИКА
транспортёры. Йылылыҡ селтәре эстакадаһы. Транспорт эстакадаһы. Сәнәғәт эстакадаһы. Эстакаданы монтажлау. ■ Коньяк урау юлын төҙөү планы буйынса тимер юлы аша эстакада һалыу ҡаралған була. «Ашҡаҙар», № 58, 2010.
ЭСТАМП [фр. estampe ‘мисәт’] (Р.: эстамп; И.: plate; printmaker; T.: estamp) и.
Рәссамдың әҙер эшенән йәки матрицанан күсерелгән һүрәт төрөнөң ҡағыҙға төшөрөлгән күсермәһе йә гравюра. □ Эстамп. Эстамп яһау. Таҡтаташтан эстамп төшөрөү. Эстамп төрҙәре. Үтә ҡабарынҡы эстамп. Шыма эстамп. Трафарет эстамп.
ЭСТАФЕТА [фр. estafette ‘курьер, йомошсо’] (Р.: эстафета; И.: relay race; T.: atlı posta) и.
1. иҫк. Хәбәр ташыусыларҙың бер-бере-һен алыштырыу юлы менән йөрөтөлгән элекке почта. □ Эстафета. Эстафета менән хат ебәреү. Атлы эстафета менән хәбәр ебәреү.
2. спорт. Йүгереү, йөҙөү һ. б. спорт алыштары буйынса, билдәле урында шартлы бер нәмә тапшырып, үҙ-ара алышыныу тәртибенә ҡоролған команда ярышы. □ Эстафета. Эстафета ярышы. Эстафета уҙғарыу. Эстафетала ҡатнашыу. Өс километрлы эстафетаға старт алынды. ■ Эстафета тапшырған йүгерек һымаҡ сапты, тик барыбер өлгөрә алманы [Йәнғәли]. Н. Ҡотдосов.
3. спорт. Шул ярышта ҡулдан ҡулға тапшырылған шартлы нәмә. □ Эстафета (палка, пакет и т.п.). Эстафетаны алыу. Эстафетаны биреү. Эстафетаны килтереп еткереү.
4. күсм. Дауам ителергә тейеш эш. □ Эстафета. ■ Бала — беҙҙең яҡты киләсәктең ғәҙәттән тыш хаҡлы вариҫы, беҙҙең ҡулдан эстафета алып, дауам итеүсе ул тарихты. Ш. Бикҡол. [Әхмәт] быуындан быуынға эстафета һымаҡ тапшырыла килгән бер йырҙы ишеткәйне, күңеле ҡанатлы ҡоштай талпына башланы, уйҙары тыуған яҡтарына олаҡты. А. Мағазов.
ЭСТЕТ [гр. aisthetes ‘һиҙеүсе’] (Р.: эстет; И.: aesthet; T.: estet) и.
1. Сәнғәткә күңел биргән, матурлыҡты, нәфислекте яратҡан кеше. □ Эстет. М [Бәхтиева:] Беҙҙең эстеттарыбыҙ, тарихсы, философтарыбыҙ ҡайҙа, беҙҙең мәҙәниәтебеҙ бармы-юҡмы ул? «Киске Өфө», № 24, 2009.
2. Эстетлыҡ (2) яҡлы кеше. □ Эстет. Эстет булыу. Иң бөйөк эстеттарҙың береһе — Оскар Уайльд.
ЭСТЕТИЗМ [рус.] и. ҡар. эстетлыҡ. ■ Үҙеңдең ҡылығың, әйткән һүҙең менән башҡаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмаҫҡа ынтылыу — классик интеллигентлыҡтың французса эстетизмы ла, рустарҙың фамильярлығы ла түгел, беҙҙең халыҡтың тәрбиәһенән яралған миһырбанлыҡ. «Киске Өфө», № 40,
2009.
ЭСТЕТИК (Р.: эстетический; И.: aesthetic; T.: estetik) с.
1. Эстетикаға (1) мөнәсәбәтле. □ Эстетический. Эстетик категория. Эстетик теория.
2. Сәнғәттә, тормошта матурлыҡты, нәфислекте булдырыу һәм тоя белеүгә мөнәсәбәтле. □ Эстетический. Эстетик тәрбиә. ■ һәр замандың үҙенең эстетик талаптары, эстетик аң .. формалары, төрҙәре бар. М. Минһажетдинов. Әҙәби түңәрәктәрҙең маҡсаты — .. йәш быуында эстетик тойғо, матурлыҡты һөйөү хисе тәрбиәләү. Р. Бикбаев.
ЭСТЕТИКА [гр. aisthanesthai ‘һиҙеү, ҡабул итеү’] (Р.: эстетика; И.: aesthetics; Т.: estetik) и.
1. Матурлыҡ төшөнсәһе һәм уның сәнғәт, әҙәбиәт һәм тормоштағы сағылышы тураһындағы философик тәғлимәт. □ Эстетика. Марксистик эстетика. ■ Башҡорт дәүләт университетында этика, эстетика, педагогика, психология фәндәре уҡытыла. С. Поварисов.
2. Кемдеңдер сәнғәткә булған ҡараштар системаһы. □ Эстетика. Пушкин эстетикаһы. М. Кәрим эстетикаһы.
3. Нимәнеңдер матурлығы, нәфислеге. □ Эстетика. Хеҙмәт эстетикаһы. Сәнғәт эстетикаһы. Фән эстетикаһын һаҡлау. ■ Теләһә ниндәй Европа ҡалаһына барығыҙ — аҙым һайын һәйкәлдәр, бюстар, был — тәби
207