Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 208 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭСТЕТЛЫҠ
ғи, был бик тә уңайлы. Скульптура ҡала халҡының эстетикаһын булдырыша. А. Камалов.
ЭСТЕТЛЫҠ (эстетлығы) (Р.: эстетизм; И.: estheticism; T.: estetikçilik) и.
1. Нәфислек, матурлыҡҡа булған ынтылыш. □ Эстетизм. Эстетлыҡ бөркөлә. Эстетлыҡ яҡлы булыу.
2. Сәнғәттә эске йөкмәткенән бигерәк тышҡы матурлыҡҡа, форманың камиллығына иғтибар биреү күренеше; сәнғәттәге формализм. □ Эстетизм. Эстетлыҡ ағымы. Эстетлыҡ ағымы вәкилдәре. Эстетлыҡтың төп идеяһы — сәнғәттә матурлыҡ культын беренсе урынға ҡуйыу. Әҙәбиәттәге эстетлыҡ. Һынлы сәнғәттәге эстетлыҡ ағымы.
ЭСТОН (Р.: эстонец; И.: Estonian; Т.: Estonyalı) и. этн.
Эстонияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (фин-уғыр төркөмөнә ингән телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Эстонец. / Эстонский. Эстон менән осрашыу. Эстон бейеүе. Эстон халҡы. Эстон ҡатыны. Эстон теле. ■ Миһырбанлы илдәр биреп ебәргән бүләктәр эстон крәҫтиәндәренә ашантыға алышынып бөттө. Ф. Иҫәнғолов. Эстондар — кәүҙәле, сабыр, сибәр халыҡ, ләкин аҙ һанлы. Б. Рафиҡов.
ЭСТОНСА (Р.: по-эстонски; И.: in Estonian; T.: Estonca) р.
1. Эстон телендә. □ По-эстонски. Эстонса һөйләшеү. Эстонса йыр. Эстонса аңлау. Эстонса уҡый-яҙа белеү.
2. Эстон халҡына хас, эстондар кеүек. □ По-эстонски. Эстонса бейеү. Эстонса кейенеү.
ЭС ТӨШӨҮ (Р.: опущение живота; И.: prolapse of belly; T.: göbek düşmesi) и.
Эс-ҡарын түбәнәйеп ауырыу. □ Опущение живота. Эс төшөү менән интегә. Эс төшөүҙе һылау кәрәк.
ЭСТРАДА [фр. estrade ‘түшәмә, майҙансыҡ’] (Р.: эстрада; И.: variety (show); estrade; T.: sahne) и.
1. Тамашасылар алдында артист һәм музыканттар сығыш яһай торған ҡалҡыу урын; сәхнә. □ Эстрада. / Эстрадный. Эст
радаға сығыу. Һөҙәк тау итәге ҙур эстрадаға әйләндерелгән. ■ Асыҡ эстрадала яңы ғына концерт башланғайны, ул [Сынтимер], туп-тура шунда инеп, артҡы эскәмйәләрҙең береһенә барып ултырҙы. Ш. Янбаев.
2. Сәнғәттең төрлө концерт номерҙарынан торған бәләкәй төрө. □ Эстрада. Эстрада йырсыһы. ■ Йә тынлы оркестр, йә эстрада оркестры вальстар, фокстроттар уйнай. И. Абдуллин. Гөлниса .. төҫлө телевизорҙы тоҡандырып ебәрҙе, сит ил эстрадаһы концерты бара икән. Р. Кинйәбаев.
ЭСТӘ ымл. ҡар. ыста. Эстә, алай ҙа була икән. Эстә, һуңлап килгән.
ЭСТӘЛЕК (эстәлеге) (Р.: содержание; И.: content; T.: içerik) и.
Ижад ителгән, яҙылған нәмәнең асылын тәшкил иткән эш-хәл, күренеш һ. б.; йөкмәтке. □ Содержание. Романдың эстәлеге. Һүрәттең эстәлеге. ■ Бала йырҙың эстәлеген аңлап, шул тойғола йырлап өйрәнергә тейеш. Ғ. Сөләймәнов.
ЭСТӘЛЕКЛЕ (Р.: содержательный; И.: substantial; T.: fikirlerle dolu, dolgun) с.
Тәрән йөкмәткегә, эстәлеккә эйә. □ Содержательный. Эстәлекле әҫәр. Эстәлекле хат. ■ Институттың актовый залында үткән ул кисәләрҙә Хәким Ғиләжев бик тә эстәлекле докладтар менән сығыш яһаны. Н. Мусин. Ат арҡаһын дилбегәһе менән һыйпаны ла Мохтар бабай, күҙҙәрен уйсан йомоп, тормош кеүек оҙон эстәлекле көй һыҙҙырып ебәрҙе. Й. Солтанов.
ЭСТӘЛЕКҺЕҘ (Р.: бессодержательный; И.: worth little; meager; T.: içeriksiz) c.
Эстәлеге ярлы, йөкмәткеһеҙ. П Бессодержательный. Эстәлекһеҙ әҫәр.
ЭСТӘН (Р.: про себя; И.: to oneself; silently; T.: içinden) p.
1. Нимәнеңдер эс яғынан. □ Изнутри чего-л. Эстән ҡатлап кейеү. Эстән аҡҡа буяу. ■ Мейес тыштан ҡыҙылға әйләнгән, ә эстән Күлуртлар һыу бөркөп һыуытҡан. Әкиәттән.
2. Һүҙ менән әйтмәй, күңелдән генә. □ Про себя. Эстән генә уйлау. Эстән генә ҡайғырыу. Эстән генә ризалашыу. М Тимер,
208