Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 209 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭҪАЛҒЫС
эстән бик асыуы килһә лә, һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтергә тырышты. Б. Бикбай.
♦ Эстән ҡалтырай, тыштан ялтырай ысын хәлен, кисерешен белгертмәҫкә тырышҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Пускать пыль в глаза.
ЭСТӘТ (Р.: валуны; И.: boulders; sarsen; T.: kaya parçaları) и. диал.
Тауҙа өйөлөп ятҡан эре-эре таш. □ Валуны. Эстәт өйөмө. Эстәтте ишереү. Эстәт араларындағы һарыҡ йыуаһы. ■ Күпте ишеткән Арыҫлан да, әле ҡалҡыулыҡ ҡаршыһына туҡталғас, бөтә итәге әстәштәр менән ҡапланған дүмһәйгә, ҡуйы үлән баҫҡан түбәһендә саҡ-саҡ күренеп торған тораташтарға ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ғ. Ибраһимов.
ЭСТӘҮ (эстә-) ҡ. ҡар. эҫтәү. Эстәп йөрөү. Хәйер эстәп тамаҡ туйҙырыу.
ЭС ҺЫЛАУ (эс һыла-) (Р.: лечить массажем; И.: massage cure; T.: göbek masajı yapmak) ҡ.
Эскә массаж эшләп, һыйпап дауалау. □ Лечить опущение органов брюшной полости массажем; массажировать. ■ Эсэйем Йосоп Зәкиә ҡарсыҡтың эс һылауын ишетеп ҡайтҡан. Яңыл ҡарсыҡтан һуң йылан имен, эс һылауҙы ул ғына белә. Р. Камал.
ЭСӘК (эсәге) (Р.: кишка; И.: bowels; Т.: bağırsak) и.
1. Йән эйәләрендә (кеше, хайуан, ҡош-ҡорт, балыҡта һ. б.) аҙыҡ үҙләштереү ағзаһының оҙон көпшә рәүешендәге өлөшө. □ Кишка, кишки. / Кишечный. Эсәк буйы. Эсәктәр нәҙегәйеү. Эсәк ауырыуы. Эсәк йыуҙырыу. ■ Тын ҡурыла, эс әллә нисә урындан сәнсеп-сәнсеп ауырта, бөтә эсәктәр берәм-берәм өҙөләләр кеүек. С. Агиш.
2. Аҙыҡ итеп файҙаланылған мал ағзаһы. □ Кишка, кишки. / Кишечный. Эсәк майы. Эсәк тултырыу. Эсәк бүрттереү. Эсәк әй-ләндереү. Нәҙек эсәкте эс-ҡарындан аралап алыу. Ас эсәк. Йыуан эсәк. Туҡ эсәк. ■ Өмәгә әйтелгән күрше ҡатындар .. эсәк йыуырға китергә тора. Г. Ғиззәтуллина.
3. күсм. Резина йәки брезент көпшә; шланг. □ Шланг, рукав. Пожар насосы эсәге. Электр насосы эсәге. М [Флүрә — Баныуға:] Һыу һибергә тиһеңме? .. Насос менән тиһәң,
тағы ул тиклем эсәкте ҡайҙан алаһың? Ә. Вәли. Ут һүндергес мискәләр алып килеп, эсәктәренән һыу һиптереп, урам таштарын йыуҙылар. Һ. Дәүләтшина. Яңы малай һыу һибә торған эсәкте тартып алды. Ә. Бикчәнтәев.
ЭСӘК ИМЕ (Р.: магический способ заговаривания бесплодия; И.: sort of magic; T.: dölsüzlüğü büyü ile tedavi yöntemi) u. миф.
Түлһеҙлекте имләү ысулы. □ Магический способ заговаривания бесплодия. ■ Балаһы булмаған ҡатынды, яңы һуйған малдың бысраҡ йылы эсәге менән һуҡҡылап, эсәк име әйтеп осоҡлайҙар. «Башҡорт мифологияһынан.
ЭСӘК-ҠАРЫН и. йыйн. ҡар. эс-ҡарын. Эсәк-ҡарын бешереү. ■ Һалҡын эсемлек, те-реһыуҙай ағып, сарсаған эсәк-ҡарындарҙы һиҫкәндерҙе, йылытты, ҡатҡан быуындарға таралып, тәнде рәхәт иҙрәтте. Р. Вәлиев. Гөлйөҙөм, көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып, эсәк-ҡарын йыуырға әҙерләнде, һ. Дәүләтшина.
ЭСӘК СЕЙӘЛЕҮ (Р .: заворот кишок; И.: twisted bowel; volvulus; T.: bağırsak düğümlenmesi) и. мед.
Эсәктең уралыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән аш үтмәү ауырыуы. □ Заворот кишок, инвагинация кишечника. Эсәк сейәлеү сиренең сәбәптәре. Ғәҙәттә йәш сабыйҙарҙа эсәк сейәлеү ауырыуы күҙәтелә. Туҡланыу тәртибе боҙолған осраҡта эсәк сейәлеү ауырыуы ҡурҡынысы янай башлай.
ЭСЭР (Р: питьевой; И.: drinkable; Т: içme) с.
Эсергә яраҡлы. □ Питьевой. Эсәр һыу. Эсәр шишмә. ■ Ул арала [Яҡуптың] улдары бер тауҙы аша сығып, Йософтоң аҙығын эттәргә ашатып, эсәр һыуын ергә түгеп, ыҙа күрһәтәләр. «Йософ китабы». Ҡатламдарҙағы эсәр һыу хаҡында һис кем ҡайғыртмай, радиация ниндәй фажиғәләргә килтерер, һис кем уйламай. Д. Бүләков.
ЭҪАЛҒЫС (Р.: вентиляционное отверстие, отдушина; И.: ventilation; airing; ventiduct; T.: havalandırma deliği) и. диал. ҡар. төнлөк.
209