ЭҪЕ
Өй-ҡаралтының эсен елләтеү өсөн стенаһына йәки түбәһенә яһалған тишек. □ Вентиляционное отверстие, отдушина. Мунса эҫалғысы. Эҫалғысты ябыу. Баҙ эҫалғысын асыу.
ЭҪЕ I (Р.: горячий; И.: hot; T.: sıcak) с.
1. Утта ҡыҙған юғары температуралы. □ Горячий, раскалённый. Эҫе аш. Эҫе көл. Эҫе ҡурмас. Эҫе һурпа. ■ [Фатима — Мансурға:] Лысма еүешһең дә!.. Ҡана, кейемеңде алмаштыр ҙа эҫе сәй эсә һал! Ә. Хәкимов. Әлфиә таҡта сәйҙе ике бармағы менән мөйөшөнән һындырып ала, ыуып, эҫе һыуға ташлай. И. Абдуллин.
2. Ғәҙәттәгенән юғары температуралы; ҡыҙыу. □ Жаркий, знойный. Эҫе ел. Эҫе көн. Эҫе һауа. Эҫе сүллек. М Йәйҙең генә эҫе селләһендә йылҡым сыҡмай киске һалҡынһыҙ. Халыҡ йырынан.
3. Тейешле йылылыҡтан юғары температуралы. □ Горячий. Эҫе тын. Эҫе устар. М [Айбулат] Васяның эҫе ҡулын үҙенең һалҡын устары эсенә алды. Һ. Дәүләтшина.
4. күсм. Хискә тулы; ҡайнар. □ Горячий, полный чувств. Эҫе күҙ йәше. Эҫе ҡосаҡ. Уттан да эҫе йөрәк дарҫлап типте. ■ Хисмәтулланың эҫе хистәре битенә бәреп сыҡҡандай булды. Я. Хамматов.
5. күсм. Күңелгә яҡын, ҡәҙерле. □ Дорогой. Тәүге бала эҫе була. Эҫе ҡараш.
♦ Эҫе күреү яҡын күреү. □ Считать близким. Бажаны эҫе күреү. Еңгә менән ағайҙы эҫе күреү. Q Урыҫтар башҡа ырыуҙарға ҡарағанда Ҡара Табынды эҫерәк күрә. С. Ильясов.
ЭҪЕ II (Р .: жара; И.: heat; T.: ısı) и.
1. Һауаның юғары температурала булған хәле; ҡыҙыулыҡ. □ Жара, зной. / Жаркий, знойный. Көн эҫеһендә. Мейес эҫеһе. М [Ләйсәндең һеңлеләре] эҫелә шыбыр тиргә батып утап йөрөйҙәр. М. Иҙелбаев. Бойҙай уңманы.. Аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш эҫеһенә сыҙай алмай бөрөштө. Я. Хамматов.
2. Ауырыу тәндәге юғары температура; ҡыҙыулыҡ. □ Жар, температура. Тән эҫеһе. М Муйыл ыңғырашып эҫегә өтөлөп ярылып бөткән ирендәрен ап-аҡ теле менән яланы. Һ. Дәүләтшина.
3. миф. Эҫелек һәм ҡояш эйәһе. □ Жара (дух жары, солнца). Эҫе тейеү. Эҫе һуҡҡан.
♦ <Башҡа> эҫе ҡабыу (йәки тейеү, һуғыу) үтә ныҡ эҫелектән баш ауыртыу. □ Пострадать от солнечного удара; солнечный удар. ■ Әптеләхәттең башына эҫе ҡапҡандай, бит остары янып китте. Т. Ғарипова. Эҫе мәл кәрәкле ваҡыт, ҡыҙыуында. □ Вовремя, в нужное время. Эҫе мәлендә эшләп ҡал. Эҫе мәлде ыскындырмау. ■ Ирназар уны [мина ярсығын] соҡоп алды алыуын, ләкин эҫе мәлендә тейешле тәрбиәне күрмәгәс, байтаҡ ҡаны юғалды. Ә. Хәкимов. Эҫе (йәки йылы) тәнендә туҙһын яңы кейемде ҡотлағанда әйтелә торған теләк. □ соотв. С обновкой! Пусть износится на тебе; одевай с удовольствием.
ЭҪЕЛЕК I (эҫелеге) (Р.: жара; И.: heat; T.: ısı) и.
1. Температура юғарылығы; ҡыҙыулыҡ (һауа торошо хаҡында). □ Жара, зной. Көн эҫелеге. Йәйге эҫелек. Ҡояш эҫелеге. Эҫелектән йонсоу. ■ Аласыҡта эҫелек тыштағыға ҡарағанда ла көслө, бөркөү ине. 3. Биишева. Бөгөн көндөҙ эҫелектән хатта тауыҡтар ауыҙҙарын асып йөрөгәндә, эттәр, телдәрен сығарып, аһылдап күләгәлә ятҡанда, Аҡбашҡа Туғанов килде. Ә. Вәли. Эҫелектән ҡурсыған ҙур имәндең янында сапсынып торған Аҡбуҙҙы Иҙеүкәй күреп туҡтаны. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. Йән эйәләренең тән температураһының ғәҙәттәгенән юғары булыуы. □ Жар, температура. Тән эҫелеген баҫыу. Тән эҫелегенә ҡаршы әмәл күреү. ■ Өммөгөлсөм Байрастың хәле арыулана башлауын, эҫелеге кәмеүен, һаташыу ы баҫылыуын әйтте [Хам-матҡа]. 3. Биишева. Икеһенең дә [Ғәфифә менән Ҡолойҙоң] тәндәре сымырлап, аяҡтары ҡалтыранды, тәндәренә әллә ниндәй эҫелек йүгерҙе. С. Ильясов.
ЭҪЕЛЕК II (эҫелеге) (Р.: очаг; И.: hearth; T.: ocak) и. диал. ҡар. усаҡ.
Мейестең ҡаҙан аҫтына яғыла торған урыны. □ Очаг (с котлом). / Очажный. Эҫелек һүрелә башлаған. Эҫелеккә утын өҫтәү. Эҫелектә аш бешә.
210