Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 211 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭҪЕЛӘҮ
ЭҪЕЛЕ-ҠОРОЛО (Р.: засушливый; И.: arid; dry; T.: yağışsız, kurak) c.
Эҫелек һәм ҡоролоҡ менән характерланған, эҫе һәм яуым-төшөмһөҙ булған. □ Засушливый. Эҫеле-ҡороло көндәр. Эҫеле-ҡороло мәл. ■ Ерҙә һыуыҡ-һыуыҡ ҡыштар, ташҡынлы-һыулы яҙҙар, эҫеле-ҡороло йәйҙәр, ямғырлы-боҙло көҙҙәр була. Әкиәттән.
ЭҪЕЛЕ-ҺЫУЫҠЛЫ БУЛЫУ (эҫеле-һыуыҡлы бул-) (Р.: бросать то в жар, то в холод; И.: shivering; T.: bir sıcak, bir soğuk olmak) ҡ.
1. Ныҡ ҡурҡыуҙан йә өшөнөп, йә тирләп китеү. □ Бросать то в жар, то в холод (от испуга). ■ Ҡағыҙҙарҙың береһенә иғтибары туҡтауҙан Мәҙинәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булды. Ә. Хәкимов. Сананан алыҫ тугел, юл ситендә ике буре ята ине.. Өмәттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Д. Юлтый. Бармаҡ эҙҙәрен кургәс, Бибекәйҙең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ғ. Лоҡманов.
2. Ҡапыл уянған көслө тойғонан бер өшөп, бер яныу. □ Бросать то в жар, то в холод. М Фатиманы курсу менән Сөнә-ғәттең тәне тағы эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ж. Кейекбаев.
ЭҪЕЛӘБӨРӨҮ (эҫеләбөр-) ҡ. ҡар. эссе-леү I. Емеш-еләк эҫеләбөрөу.
ЭҪЕЛӘЙ (Р.: в горячем виде; И.: while hot, in hot; T.: soğutmadan) p.
1. Эҫе, ҡайнар көйө. □ В горячем виде. Эҫеләй ашау. ■ [Эбей — Сәғиҙәгә:] Мә, ошо сәйҙе эҫеләй генә эсеп ебәр ҙә юрғанға уранып тороп ятып йоҡла. М. Тажи. [Вася — Айбулатҡа:] Майы булмаһа ла, эҫеләй генә ашаһаң, файҙалыраҡ була. Һ. Дәүләтшина.
2. Тирләгән, һыуынмаған көйө. □ В разгорячённом состоянии. Эҫеләй һыуыҡ һыу эсереу. Эҫеләй һыуға индереу. ■ [Старшина — ҡыҙылармеецтарға:] Ниндәйҙер разгильдяй был хайуанҡайҙы эҫеләй эсергән, йәғни тирләгән көйөнсә һалҡын һыу биргән. Р. Өмөтбаев. [Рәхимә — Мәғфурәгә:] Беҙ ултырып килгән аттарҙы таң ашырмай ҡуша курмәһендәр, эҫеләй булыр, бик ҡыҙыу килдек. Һ. Дәүләтшина. [Бай:] Ҡарағыҙ, малайҙар, аттарҙы эҫеләй ҡушмағыҙ. Б. Бикбай.
ЭҪЕЛӘНДЕРЕҮ (эҫеләндер-) (Р.: делать жарким, душным; И.: make hot; T.: ısındırmak) ҡ.
Эҫе хәлгә еткереү; тынсыулатыу. □ Делать жарким, душным. Туҡтауһыҙ ҡайнаған һыу аш булмәһен эҫеләндерҙе. Эҫеләндереп ебәреу. Мунсаны эҫеләндереу. Ҡарағай утын яғып эҫеләндереу.
ЭҪЕЛӘНЕҮ (эҫелән-) (Р.: становиться жарким; И.: become hot; T.: ısınmak) ҡ.
1. Эҫе хәлгә етеү (көнгә, һауа торошона ҡарата). □ Становиться жарким (о воздухе). Көн оторо ныҡ эҫеләнде. М Хәҙер көндәр ҡапыл ғына шул тиклем эҫеләнеп китте, төш ваҡытында ҡайһы саҡта ишек келәһенә ҡул тейҙереп тә булмай. Р. Ғабдрахманов. Ҡояш кутәрелгән һайын, көн эҫеләнә бара. Д. Исламов.
2. Эҫелектән тынсыуланыу. □ Становиться жарким и душным (бина йә булмә эсе хаҡында). Кеше куплектән бина эсе тын алғыһыҙ булып эҫеләнде. Аш-Һыу булмәһе эҫеләнә башланы. ■ Шәмсиә инәйҙең балсыҡ өйө көн оҙоно ҡыҙҙы. Ҡисен уның эсе мунса кеуек эҫеләнде. С. Поварисов.
3. ҡар. эҫеләү 3. Бит остары эҫеләнде. ■ Еимрандың тәне ҡапыл эҫеләнеп китте, тыны быуылды. X. Ғиләжев. Өлфәттең эҫе-ләнеуҙән кипкән ирендәре әкрен генә ҡалтыранды. Ғ. Лоҡманов.
4. кусм. ҡар. яҡынайыу 3. ■ Әңгәмәселәрҙең мөнәсәбәттәре яҡыная, эҫеләнә барҙы. Р. Өмөтбаев. Абдрахман .. ҡатынына мөхәббәтенең тағы ла эҫеләнеуен, мөнәсәбәтенең тағы ла наҙланыуын тойҙо. Р. Өмөтбаев.
ЭҪЕЛӘҮ (эҫелә-) (Р.: греть; И.: warm up; T.: ısıtmak) ҡ.
1. Утта тотоп эҫе итеү; эҫертеү. □ Греть, делать горячим, подогревать. Сәйҙе эҫеләп алыу. ■ Мәғфурә .. һурпа эҫеләп, уның [Рәхимәнең] алдына ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина.
2. Эҫегә әйләнеү, ҡыҙҙырыу (көнгә ҡарата). □ Становиться жарким, знойным, душным. Баҫыуҙа һауа эҫеләне, томраға әйләнде. М Ҡөн эҫеләй башланы, балыҡ ҡапмай. Б. Бикбай.
211