Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 212 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭҪЕНДЕРЕҮ
3. Эҫелектән янып тирләү, бешегеү. □ Чувствовать жар, духоту. Тән эҫеләне. ■ Ҡояшта ултыра торғас, айыу эҫеләп китте. М. Кәрим.
ЭҪЕНДЕРЕҮ (эҫендер-) ҡ. йөкм. ҡар. эҫенеү, понуд. от эҫенеү. Кешене эҫендереү. Баланы үҙеңә эҫендереү. ■ Инженер Бикташев менән бер-береһен айырыуса яҡынайтып, айырыуса эҫендереп ебәргән көҙгө бер тантаналы байрам Зилараның күңелендә мәңге онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡалды. X. Зарипов. [Зәйтүнә:] Уны [Миңлеғәлене] үҙемә эҫендереү өсөн барлыҡ һәләтлегемде һаласаҡмын. Я. Хамматов.
ЭҪЕНЕҮ (эҫен-) (Р.: привыкать к кому\ И.: take up with; T.: alışmak, ısınmak) ҡ.
1. Яҡын күреп, үҙ итеп, ныҡ эйәләшеү. □ Привыкать к кому, сближаться с кем. Эҫенеп китеү. ■ Шоңҡар менән Турысай бер-бере-һенә айырыуса эҫенеп китте, утлауҙа һәр саҡ бергә йөрөнө. Й. Мостафин. Ҡәрип менән Хөмәйрә лә ҡарсыҡҡа ныҡ эҫенде, яҡын итте. Ф. Чанышева.
2. Ғашиҡ булыу, яратыу. □ Влюбиться, любить. // Любовь. ■ Ул Ҡотлогилдене һуғышҡа оҙатҡан саҡта ҡайныһы, ҡәйнәһе, бикәстәре менән илап тороп ҡалған булды, ләкин был төҫ өсөн генә ине, сөнки Фатима кейәүен яратманы, уға эҫенә алманы. Ж. Кейекбаев. Ғүмерҙә татылмаҫ иркәләү, эҫенеүҙәр татыны Дәриғә шунда. Р. Камал. Ул [Аллабирҙе] инде Зөһрәне яҙмыш яҙғандан ғына түгел, эстән генә эҫенә башлағандан да торған һайын үҙ итә бара. «Зөһрә менән Алдар».
ЭҪЕНЕШЕҮ (эҫенеш-) ҡ. урт. ҡар. эҫенеү. взаимн. от эҫенеү. Эҫенешә башланылар. Эҫенешеп китеү. ■ Юл кешене дуҫлаштыра, туғанлаштыра, һәм беҙ ҙә ҡайта-ҡайта бер-беребеҙ менән нығыраҡ танышып, эҫенешеп алдыҡ. Ш. Бикҡол. Бер-береһенә күңел ҡуйышып, эҫенешеп, тиҙүк өйләнешеү ине йәштәрҙең уйы. Ә. Хәкимов.
ЭҪЕРГӘЛӘНЕҮ (эҫергәлән-) (Р.: по крыться потницей; И.: become covered with miliaria; T.: isilik olmak) ҡ. диал.
Эҫелектән тән сабыртыу. □ Покрыться потницей. Баланың муйыны эҫергәләнгән. Эҫергәләнеп бөткән. Эҫергәләнә башлаған.
ЭҪЕРГӘНЕҮ (эҫергән-) (Р.: становиться душным от жары; И.: become languorous; T.: bunalmak) ҡ. һөйл.
1. Эҫелектән йонсоу, бешегеү; эҫеләү. □ Изнывать, задыхаться от жары. Эҫергәнеүгә түҙә алмау. Эҫергәнә башлау. Бала тынсыу бүлмәлә эҫергәнә башланы. ■ Лидия Николаевна торҙо, эҫергәнгән битен һалҡын һыу менән йыуҙы, һыуытҡысынан алып ниндәйҙер һут эсте — тәмен тойманы. Т. Ғарипова.
2. Тән температураһы күтәрелеү; яныу.
□ Повышаться (о температуре тела). // Температурить. Кискә табан эҫергәнеп китеү. ■ Бына ул [Заһирҙың ҡоҙаһы] ут ялҡынына эҫергәнеп тирләгән маңлайын һыпырғыланы. С. Шәрипов.
ЭҪЕРЕҮ (эҫер-) ҡ. диал. ҡар. эҫеү. Эҫерә башлау, һыу кәрәкле хәлгәсә эҫерҙе. М Байтаҡ ҡына ағасты йыҡҡас, көн эҫерә, күгәүендәр, серәкәйҙәр йөҙәтә башланы. И. Ғиззәтуллин. Мискәләрҙәге иртә менән килтереп ҡуйған боҙҙай һыуыҡ ҡоҙоҡ һыуҙары хәҙер ҡайнарға етешеп эҫергән. һ. Дәүләтшина. Аласыҡ эсе мунса кеүек эҫергән, Зөләйхә инәй, ысынлап та, саж да сож ҡоймаҡ ҡоя. Й. Солтанов.
ЭҪЕТЕҮ (эҫет-) (Р.: греть; И.: heat; make warm; T.: ısıtmak) ҡ.
1. Утта тотоп, эҫегә әйләндереү; эҫе итеү.
□ Греть, подогревать. Сәйҙе эҫетеү. Ашты эҫетеү. Эҫетеп биреү. М [Ишмырҙа] сәйнүгенә һыу эҫетеп алды ла, һабын иҙеп, ҡырынырға ултырҙы. Н. Мусин. [Бибеш] ҡаҙан-ҡаҙан һелтеле һыу эҫетеп, өҫтәл өҫтөнә ултырғыстар ҡуйып баҫып, иң элек түбә таҡтаһын йыуып төшөрҙө. 3. Биишева.
2. Эҫегә әйләнеү (көнгә ҡарата). □ Греть, становиться жарким. Көн эҫетте. Эҫетә башланы. ■ Эре күҙле йылы ямғыр ҡойоп үткәндән һуң, тын алғыһыҙ итеп эҫетеп ебәрҙе. Т. Килмөхәмәтов.
ЭҪЕҮ (эҫе-) (Р.: нагреваться; И.: warm; T.: ısınmak) ҡ.
212