ЭҪКӘЛӘКЛӘҮ
ЭҪКӘЛӘКЛӘҮ (эҫкәләклә-) (Р.: беспокоить; И.: worry; T.: rahatsız etmek) ҡ. диал.
1. Кемделер маҙаһыҙлау. □ Беспокоить, тревожить. Кешене юҡҡа эҫкәләкләу. Бушҡа эҫкәләкләу. Эҫкәләкләп йөрөу.
2. Юхаланыу, ярамһаҡланыу. □ Угодничать, подлизываться. Эҫкәләкләп китеу. Эҫкәләкләп алдаштыра. Эҫкәләкләп торөу. Эҫкәләкләп йөрөй. Эҫкәләкләп кеше куңелен арбау.
ЭҪМӘ (Р.: сыпь; И.: rash; sprinkle; T.: döküntü) и. диал. ҡар. сабыртма.
Тәнгә эре генә булып ҡалҡҡан ҡыҙыл сабыртма. □ Сыпь. Уға эҫмә ҡалҡҡан. Эҫмәһе бөтмәй.
ЭҪТӘТ (Р.: слякоть; И.: slush; mud; T.: çamur) и. диал. ҡар. батҡаҡ.
Ямғырға шыйығайып иҙелеп ятҡан балсыҡ, тупраҡ. □ Вязкая, топкая почва, земля; грязь, слякоть. / Вязкий, топкий, грязный, слякотный. Эҫтәт ер. Эҫтәт урман сите. Урам эсе эҫтәт булып ята.
ЭҪТӘТЛЕК (эҫтәтлеге) (Р.: болотистое место; И.: marsh; T.: bataklık) и. диал. ҡар. батҡаҡлыҡ.
Батҡыл ер. □ Болотистое место, топь. / Топкий. Эҫтәтлеккә барып сығыу. Һаҙлыҡ эҫтәтлеге.
ЭҪТӘҮ (эҫтә-) (Р.: желать; И.: desire; want; T.: istemek) ҡ.
1. Ниндәйҙер ниәттә, теләктә булыу; теләү. □ Желать, стремиться к чему, жаждать чего-л. ■ Ул [Саҙрый] ус алыу, этлек эҫтәу тураһында уйлай башланы. И. Ғиззәтуллин. Ерҙәренә шәһәрҙәр бина итеуҙе башҡорттар уҙҙәре эҫтәгәнлеге аңлашылды. М. Һаҙыев. Иҙеркәй, нисектер, Кинйәнең ғилем эҫтәргә тип Бохараға юлға сығыуын килештермәне. Ғ. Ибраһимов.
2. Теләнселәү, һорансылау. □ Попрошайничать. Хәйер эҫтәу. ■ Һуғышта аталары у леп ҡалған етем балалар һәм фәҡир һалдаткалар хәйер эҫтәп тамаҡ туйҙырһа, Нурдәуләт мулланың ырҙын табағына ташып ҡуйған кәбән-кәбән игене ултыра. В. Исхаҡов.
3. диал. ҡар. эҙләү. Эҫтәп йөрөу. Эҫтәй башлау.
ЭТ (Р.: собака; И.: dog; T.: köpek) и.
1. Йорт һаҡлау, һунар итеү һ. б. өсөн ҡулға эйәләштерелгән йәнлек. □ Собака, пёс. / Собачий, псиный (лат. Canis lupus f amili-arts). Бәйле эт. Йорт эте. Көтөу эте. Һунар эте. Эт аҫрау. Эт өйөрө. ■ [Заятуләк] ҡараһа, уҙе бәйләп киткән урында толпарын, эйәр ҡашында шоңҡарын, улар янында һәпәләк этен курә. «Заятүләк». Тышта эт өргән тауыш ишетелде. С. Агиш. • Эт уҙ ояһында көслө. Мәҡәл. Аҫтыртын эт өрмәй тешләй. Мәҡәл. Этте таларға эткә ҡуш. Мәҡәл. Кумәк эт ҡуян алмаҫ. Мәҡәл.
2. һөйл. Яуыз кешегә ҡарата әйтелә. □ Собака (о злом, скверном человеке). Эт кеше.
■ Батша ҡулын һуҙҙы инде, илдән эттең барын уҙ янына йыйҙы инде, арабыҙҙан эт табып, уны беҙгә ҡуйҙы инде. Бәйеттән.
3. Әрләгәндә йә кәмһеткәндә әйтелә. □ Собака, подлец, негодяй (о человеке в отрицательном значении). Эт балаһы. ■ [Баяр:] һимереп ҡоторонаһығыҙмы әллә һеҙ, эттәр?! М. Тажи. [Сибәғәт:] Әйткән һуҙемде ҡайтарып алманым, эт алдында [штейгер] баш эйергә ғәрләндем. М. Ғафури.
4. һөйл. Кешенең эш-ҡылығына һоҡланып, аптырағанда әйтелә. □ Собака, шельма (выражает восхищение кем-л.). Эт икәнһең.
■ [Кәбир:] Колхоз йыйылышында .. ҡайһы берәуҙәр: «Ну уҙең дә эт кеше инде», — ти. Эт тигәндәренә лә риза булдым. Ни өсөн тиһәң, был урында ул маҡтау ине. С. Агиш. [Малай:] Олатай, ниңә һин миңә гел генә: «Иллә эт тә малайһың», — тип әйтәһең? [Инсар бабай:] Эт тигәнем — төптө асыуҙан тугел, ул минең яратып ҡына әйтеуем. Б. Бикбай.
5. һөйл. Көсәйтеү киҫәксәһе менән «бер кем дә, бер йән эйәһе лә» тигән мәғәнәне бирә. □ Никто, ни души. Эт тә юҡ урамда. Этем дә белмәй. Эт тә аңларлыҡ тугел. Этем дә курмәне.
6. миф. Ышаныуҙар буйынса, изге хайуан, тотем. □ Собака (в башкирской мифологии считается одним из священных, тотемных животных). М Юлға сығыр алдынан этте ашатып, унан фатиха алыу ҙа килешә: сәфәрең уң була. «Башҡорт мифологияһы» -нан.
214