Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 215 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

эт
♦ Ауыҙынан сыҡҡанды эт ашамаҫ (йәки эймәҫ, еймәҫ, йыймаҫ) хаяһыҙ, әшәке һүҙле кешегә ҡарата әйтелә. □ Сквернослов. ■ Ғаҡила ауыҙынан сыҡҡанды эт тә еймәҫ. Р. Камал. Бәйҙән ысҡынған эт кеүек бик ирекле һәм тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ ҡыланыу.
□ соотв. Как с цепи сорвался. ■ Бәйҙән ысҡынған эттәрҙәй абалап килеп сыҡты тегеләр [Әхмәтйән, Хәкимйән]. Яр. Вәлиев. Майлап ташлаһаң да, эт ашамаҫ (йәки яламаҫ, еҫкәмәҫ) төҫөнә ҡарағыһыҙ, бик насар һәм йәмһеҙ. □ Неприглядный, неказистый. ■ Хәлимәне генә алып ҡара: кейәүгә сыҡҡанға тиклем майлап ташлаһаң, эт яламаҫ нәмә ине, ана ҡайһылай булып китте. Танырлыҡ та түгел. Ш. Шәһәр. Энә йотҡан эт кеүек эсе эскә тартылып торған, үтә ябыҡ кешегә әйтелә. □ Слишком худой. Эт аҙғыны хәйерсе, өйгә ҡайтмай йөрөүсе. □ Бродяга (ругательство о человеке). ■ [Фәйрүзә әбей — Рифкә:] Эт аҙғынына әүерелдең бит, мортәт. X. Зарипов. Эт алғыһыҙ бик ныҡ туҙған, әрһеҙләнгән, алама (кейем-һалым хаҡында). □ Растрёпанный, сильно изношенный (об одежде). Эт алғыһыҙ булып туҙып бөткән бишмәт кейгән. ■ [Сәғиҙә — Ғөлйө-ҙөмгә:] Мин үҙем бер ҡат күлдәк, кәзәкей менән ҡасып китеп, әсәйемдәр ике йыл килеп күрмәнеләр, өҫтөм эт алғыһыҙ булып туҙып йөрөнөм. Һ. Дәүләтшина. Эт ауыҙына таяҡ тығыу үсектереү, кешенең йәненә тейеү.
□ Дразнить, нервировать. Эт ашаһын 1) файҙаһыҙға булһын тип, насарлыҡ теләп, асыу менән әйтеү. □ Чтоб собака разорвала (злөжелание)-, 2) ризаһыҙлыҡ белдереп, асыу менән әйтелә. □ Пусть собака съест! (выражает недовольство). ■ [Сәхип:] Өтөк, шалапай! Ир булып, башыңа бүрек кейеп йөрөүеңде эт ашаһын. М. Тажи; 3) нимәне -лер йәлләмәҫкә кәрәклекте белдергәндә әйтелә. □ Пусть собака съест! ■ [Дауыт:] Йә, әсәй, йәлләмә инде. Берҙән-бер улыңдан йәлләгән малыңды эт ашаһын. Ш. Янбаев. Эт аяғы ҡортлаған ер кеше күп ер. □ Многолюдное место. Эт бөткөһөҙ бик күп. □ Очень много. Эт бөткөһөҙ эш. Һары тал эт бөткөһөҙ булып үҫкән. Эт булыу йонсоп хәлдән тайыу, арыу. □ Уставать, переутом
ляться, изводиться. • Тайы ат булғансы, эйәһе эт бул-ған. Мәҡәл. Эт бүреге кейеү ҡар. эт күрмәгәнде күреү. Туйҙа кейәүгә эт бүреге кейҙереп бөтәләр. Эт бәйләһәң, <эт> торғоһоҙ йорт, өй бик һалҡын, шыҡһыҙ булғанда әйтелә. □ Очень холодный (о помещении). ■ Мәктәп эт бәйләһәң торғоһоҙ, балалар өшөп ҡоршайышып .. ултыралар. 3. Биишева. Эт бәләһе менән бик ҙур ҡыйынлыҡ менән. □ С трудом. ■ [Фәйрүш — Хәйрүшкә:] Инәлеп, ялбарып, эт бәләһе менән саҡ күндерҙем шунда һине. Ҡ. Даян. Эт бәхетле даланлы тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Везучий. Эт бәхетле кеше. ■ [Ғәлимә — Әптеләхәткә:] Бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа Мәҙинә шикелле эт бәхетле түгел шул! Т. Ғарипова. Эте лә, бете лә барыһы ла. □ Все. Эте лә, бете лә ҡалмай килделәр. Этем тип тә белмәү һанламау. □ Не признавать кого', не считаться с кем. Эт итеп бик ныҡ, ҡаты итеп; йәлләмәй. □ Сильно, беспощадно. Эт итеп әрләү. Эт итеп туҡмау. Эт итеп һүгеү. ■ Сөләймән тигән берәүебеҙ эт итеп һалды үҙҙәрен [бүлмәләге лампочканы алғандарҙы]. С. Агиш. Эт йәнле бик түҙемле, һере. □ Выносливый, живучий. Эт кеүек бик ныҡ. □ Сильно, очень. Эт кеүек уҫал. Эт кеүек әрһеҙ малай булып сыҡты. Эт көнө насар тормош. □ Собачья жизнь. Эт көнөндә йәшәү. Эт көнөн күреү. ■ Уның барған кейәүе, әхлаҡһыҙҙарҙың береһе булғанға күрә, .. Зәйнәпкә эт көнөн күрһәтә, тапҡан аҡсаһын эсеп бөтөрә ине. М. Ғафури. Эт көтөүе ҡар. эт өйөрө. ■ [Рәхимә — Айбулатҡа:] Нисәмә йыл буйы эт көтөүендәй ғаиләң менән беҙҙә тамаҡ туйҙыраһың, рәхмәт юҡ. Һ. Дәүләтшина. Эт күҙе төтөн белмәҫ тар-тынып-оялып тормаған һөмһөҙ кешегә әйтелә. □ О беззастенчивом, нахальном человеке. Эт күрмәгәнде күреү бик ныҡ яфаланыу, ауыр тормош кисереү, ҡыйынлыҡ күреү. □ Испытывать большие трудности, лишения. Эт ҡайышы 1) түҙемле, сабыр. □ Выносливый, крепкий, нетребовательный. Эт ҡайышы кеүек кеше, һыр бирмәй. М Ҡара тырыш, әрһеҙ, эт ҡайышы булмаһаң — ауылда бөгөн йәшәп булмай! «Киске Өфө», № 42, 2010; 2) кеше ыңғайына тороусан,
215