ЭТАЖ
күндәм. □ Послушный. Эт ҡайышы бит ул, кешегә ҡаршы әйтмәй; 3) үҙ һүҙле, тиҫкәре.
□ Упрямый. Эт ҡайышы, үҙенсә эшләй! Н [Сәғит:] Мин эт ҡайышы, ныҡыш, ныҡымыш кеше. Л. Якшыбаева; 4) ояла белмәгән, әрһеҙ. □ Беззастенчивый; тёртый калач. Н Ҡыҫтап-кыҫтап та, Хәнифә ҡуҙғалмағас, клуб юлын тапай-тапай, йәштәрҙән этелә -төртөлә, эт ҡайышына әйләнгән Саҙрый уртаға сыҡты. И. Ғиззәтуллин; 5) аңламаған, белекһеҙ. □ Непонятливый, бестолковый. Эт ҡайышы бала, әйткәнде аңламай! Эт ҡойҡаһы кешене кәмһетеп, мыҫҡыллағанда әйтелә. □ Собачья шкура (ругательство по отношению к человеку). ■ [Ишмырҙа:] Ай, эт ҡойҡаһы, шул ҡыҙҙың һиңә бараһы бармы? Д. Юлтый. Эт ҡәҙерһеҙе яҡшылыҡты белмәй торған кеше. □ Неблагодарный. Эт менән бесәй кеүек бер-береһен йәберләп, һыйыша алмай. □ соотв. Как кошка с собакой. Эт өйөрө ярһыған һәм асыулы бер төркөм кеше. □ Свора собак (об агрессивно настроенной группе людей). Эт талағыры насар уй менән ҡарғап әйтеү.
□ Чтобы собака искусала (зложелание, проклятие). Эт типкеһе насар, ауыр шарттар. □ Тяжёлые, невыносимые условия. ■ Айбу-латтың әсәһе үлгәнсе, үҙенең ғәзиз балаларын бушҡа эшләтеп интектереп, эт типкеһендә йөрөткән Ныязғолдарҙы ҡарғаны. Һ. Дәүләтшина. Эт тиреһен башына ҡаплау бик яман һүҙҙәр менән әрләү. □ Сильно ругать. Эт тормошо яфалы, ауыр тормош. □ соотв. Собачья жизнь, тяжёлая жизнь. Эт (йәки торна) тубығынан бик күп, артығы менән. □ Очень много. Эт туйы шау-шыулы тәртипһеҙ мәжлескә ҡарата әйтелә. □ Пиршество (очень шумное, беспорядочное). Эттән алып, эткә һалыу бик яман итеп әрләү. □ соотв. Разнести в пух и прах. Эттэй көн күреү ауыр тормош алып барыу. □ Вести собачью жизнь. Эттән тыуған <бесәй балаһы> мәсхәрәләп әрләгәндә әйтелә. □ Собачье отродье (ругательство). Эт һуғарыу эшһеҙ йөрөү, ялҡауланыу. □ Бездельничать. Эт һуғарып йөрөүселәр бөтмәҫ. Эт
һыйын килтереү ныҡ тәнҡитләп әрләү. □ Крепко отругать, проучить кого-л. Эт эсәге бик ныҡ оҙон. □ Очень длинный. Эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа үҙенә ҡушылған эште икенсе берәүгә ауҙарғанда әйтелә. □ Перепоручить. ■ «Мин күрһәтмә бирҙем» тигәндәр күбәйеп китте. Был осраҡта нисек итеп башҡорттоң «Эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа» тигәнен иҫкә алмайһың?! «Ағиҙел», № 8, 2011. Эт ялҡауы үтә ныҡ ялҡау. □ Слишком, чересчур ленивый. Эт яшығы мыҫҡыл итеп әрләгәндә әйтелә. □ Слишком худой.
ЭТАЖ [фр. etage ‘бүлмә’] (Р.: этаж; И.: floor; storey; T.: kat) и. ҡар. ҡат.
Йорт йәки башҡа төҙөлөш ҡоролмаһының бер кимәлдәге айырым өлөшө. □ Этаж. / Этажный. ■ Ике ҡатлы ағас йорттоң аҫтағы этажында Мария менән Евдокия исемле апалы-һеңлеле ике ҡарсыҡ йәшәй ине. М. Ямалетдинов. Пианиноны һатып алып ҡайтҡас, дүртенсе этажға бөтә күршеләр йыйылып, күмәкләп мендерҙеләр. Ш. Янбаев.
ЭТАЖЕРКА [фр. etage ‘бүлмә’] (Р.: этажерка; И.: bookcase; T.: etajer) и.
Ҡат-ҡат кәштәләрҙән торған өй ҡаралтыһы. □ Этажерка. ■ Түр мөйөшөндә китап тулы этажерка тора. Ә. Вәли. Йыйнаҡ итеп йыйыштырылған бүлмә. .. Бер мөйөштә — китап ҡуйылған этажерка. Ш. Бикҡол. Һәр бер тәҙрә төбөндә, хатта китап этажеркаһы өҫтөндә лә гөлдәр сәскә атып ултыра. Д. Исламов.
ЭТАЖЛЫ (Р.: этажный; И.: ... storey; having a floor; T.: katlı) с. ҡар. ҡатлы 2.
Этажы булған. □ Этажный. Я Баҙарҙың ҡаршыһында — иҫкереп бөткән бер этажлы өлкән ағас өй. Ғ. Дәүләтшин.
ЭТ АЛАБУҒА (Р.: вьюн; И.: loach; Т.: çoprabalığı) и. диал. ҡар. йыланбалыҡ.
Оҙон йомро кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан-буй һуҙылған йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға, күл балығы. □ Вьюн (лат. Misgumus). Эт алабуғаһы тотоу.
216