Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 217 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭТАРҠА
ЭТ АЛА ҠАҘ (Р.: дикий гусь; И.: wild goose; T.: yabankazi) и. диал. ҡар. ҡыр ҡаҙы.
Кеше тарафынан эйәләштерелмәгән ҡырағай ҡаҙ. □ Дикий гусь (лат. Anser anser). Кулдә эт ала ҡаҙ бәпкә сығарған. Эт ала ҡаҙҙары ла йылы яҡҡа остолар.
ЭТ АЛАҺЫ (Р.: судак; И.: pike perch; T.: uzun levrek) и. диал. ҡар. һыла.
Алабуғалар ғаиләһенә ингән эре, ҡиммәтле йыртҡыс балыҡ. □ Судак (лат. Sander lucioperca). Эт алаһы тотоу. Эт алаһы һөҙөу. Эт алаһы көтөуе менән йәшәй.
ЭТАЛОН [фр. etalon ‘үрнәк’] (Р.: эталон; И.: model; T.: ölçü, etalon) и.
1. Билдәләнгән үлсәү берәмегенең иң дөрөҫ өлгөһө йәки берәмеге. □ Эталон. Метрҙың, килограмдың халыҡ-ара эталоны бынан 90 йыл элек билдәләнгән.
2. Ҡулланылышта йөрөгән башҡа үлсәү ҡоралдарын тикшерә торған иң дөрөҫ үлсәү приборы. □ Эталон. Метр эталоны. Килограмм эталоны. Халыҡ-ара эталон. Эталон приборы ағалтын һәм иридий иретмәһенән яһалған. РФ-тың дәуләт эталондары каталогы.
3. кусм. Сағыштырыу өсөн ҡулланылған үрнәк, өлгө. □ Эталон, образец, стандарт. Эталон булыу. Эталон итеп алыу. ■ һәр ялтыраған алтын булмағандай, тыштан ҡарағанда куҙ яуын алып торған һәр бер өлгө лә эталон була алмай. Яр. Вәлиев.
ЭТАМБАЙ (Р.: поздний приплод; И.: late animal yield; T.: yavru) и. диал. ҡар. бүлтерек.
Йәйгә, көҙгә ҡалып, һуңлап тыуған кәзә, һарыҡ бәрәсе. □ Поздний приплод (у овец и коз). Кәзә этамбайы. Этамбайҙы имеҙеу.
ЭТАН [гр. ethanum ‘һауа’] (Р.: этан; И.: ethane; T.: etan) и. хим.
Тәбиғи газ эсендәге яна торған төҫһөҙ газ. □ Этан. Этан баллоны. Этан менән эшләй. Этандың химик формулаһы.
ЭТАНОЛ [гр. ethanol ‘спирт’] (Р.: этанол; И.: ethane; T.: etanol) и. хим.
Бер атомлы спирт; этил спирты. □ Этанол. Этанол формулаһы. Этанол менән ыуыу. Этанол менән компресс яһау. Этанол ҡушылған төнәтмә.
ЭТАП (этабы) [фр. etape ‘аҙым’] (Р.: этап; И.: stage; period; T.: aşama) и.
1. Нимәнеңдер үҫешендәге, эшмәкәрле-гендәге бер баҫҡыс, стадия. □ Этап, стадия. Кристаллаштырыу этабы. ■ 1953 йылдан республиканың нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа өр-яңы этап башланды. Д. Бураҡаев. Полк командиры майор Кусимовтың хәрби тормошонда хәуефлерәк тә, ҡатмарлыраҡ та икенсе этап башлана. Р. Өмөтбаев. Һәнәргә өйрәнеуҙең көсөргәнешле һәм ҡатмарлы этаптары, бына шулай бер-береһен алыштырып, йәш егетте сыныҡтырҙы. Ә. Байрамов.
2. Ниндәйҙер юлдың бер өлөшө. □ Этап. Походтың тәуге этабы. Ярыш дистанцияһының беренсе этабы. Үтелгән этап.
3. хәрби. Ғәскәр юлындағы ҡунып, тәьминәт алып китә торған пункт. □ Этап (пункт на пути следования войск). Этап урынлашҡан ауыл. Этапҡа етмәй туҡтау.
4. тар. 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә: юлдағы тотҡондарҙың ҡунып китә торған урыны. □ Этап (место остановки ссыльных). Этаптан этапҡа тиклем. Икенсе этаптан һуң.
5. тар. Тотҡондарҙың һаҡ аҫтында барған төркөмө. □ Этап (партия арестантов). Этап менән барыу. ■ Уны [Колбасаны] ҡайтҡан көндә ук ҡулға алалар һәм этап менән Киевка оҙаталар. И. Абдуллин. Яйыҡ казактары араһынан куптәрен супләп, ана шулай кире һөрҙөләр, байтаҡ ҡынаһын этап аҫтында һөргөнгә оҙаттылар. Ғ. Ибраһимов.
6. тар. Һөргөнгә ебәрелеүселәр ҡыуылып барған юл. □ Этап. Себер этабы.
ЭТАРҠА I с. диал.
1. ҡар. әрһеҙ. Этарҡа ҡарсыҡ. Этарҡа кеше булыу.
2. ҡар. ығыш. Этарҡа ҡыҙ булып сыҡты.
ЭТАРҠА II (Р.: крыша со скатом; И.: rafter roof; T.: eğik çatı) и. диал.
1. Ауыш ябылған ҡыйыҡ. □ Крыша со скатом. Этарҡа ябыу.
2. Кәҫ менән ябылған ҡыйыҡһыҙ тупаҡ өй. □ Дом (крытый дёрном). Этарҡала йәшәу. Этарҡаны аҡлау. Этарҡа төҙөп керҙеләр.
217