ЭТАРҠА
ЭТАРҠА III (Р.: приспособление из жердей для сушки снопов; И.: kind of rack; T.: demetleri kurutma sırığı) и. диал. ҡар. ҡыҫма I.
Көлтәләрҙе кәртәгә ҡаҙыҡ менән бер аҙ күтәртеп, ике яҡлап һөйәй торған ҡулайлама. □ Приспособление из жердей для сушки снопов. Этарҡа эшләп ҡуйыу. Этарҡа өсөн ҡаҙыҡ әҙерләү.
ЭТАРҠА IV (Р.: маленькое деревянное корытце для кормления собаки; И.: sort of small trough; T.: köpek çanağı) и. диал. ҡар. ялғаш.
Эткә аш һалыу өсөн ағастан ырылған бәләкәй генә һауыт. □ Маленькое деревянное корытце для кормления собаки. Этар-ҡаға аш ҡойоу. Эт этарҡалағы ашамлығын ашап бөткән.
ЭТАУЫҘ I (Р.: клещи; И.: pincers; Т.: kıskaç) и. диал. ҡыпсыуыр.
1. Ҡыҫып тота торған ҡорал. □ Клещи (инструмент). Этауыҙ менән ҡыҫыу. Эт-ауыҙ менән һурып сығарыу. Этауыҙ менән ҡыҫып бороу.
2. Сарлағанда балта үңәсенә кейҙерә торған ҡорамал; бөгәзе. □ Кольцеобразное железное приспособление при точке топора. Этауыҙ кейҙереп балта сарлау.
ЭТАУЫҘ II (Р.: ругательство; И.: word of abuse; T.: küfür kelimesi) и. диал.
1. Әрләү һүҙе. □ Ругательство, доел. Собачья пасть. Эй, этауыҙ, йәнә юл уңманы. ■ [Минәй — Шүлгән батшаға:] Ултыра бир, этауыҙ! «Минәй батыр менән Шүлгән батша».
2. Һүгенгән кеше. □ Сквернослов. Этауыҙ ир. Ситтә йөрөп этауыҙға әйләнеп бөткән.
ЭТАЯҠ I (этаяғы) (Р.: собачья миска; И.: dog’s dish; T.: köpek çanağı) и.
1. Эткә аш һала торған һауыт. □ Собачья миска, посуда для собаки. Этаяғын ялап ҡуйған. Этаяҡтағы һөттө түкте.
2. миф. Кире көстәрҙе, зәхмәттәрҙе ҡыуыусы һауыт. □ Собачья миска (используется в магическом лечении в качестве отгонного предмета). ■ Элек бала тормаһа,
этаяҡҡа һалып алғандар. «Башҡорт мифологияһынан.
ЭТАЯҠ II (этаяғы) (Р.: нос засыпки мельничного лотка; И.: kind of milling appliance; T.: değirmendeki bir yapı) и. диал.
Тирмән мөшкәһе, мороно. □ Нос засыпки мельничного лотка (воронки из досок на мельнице для засыпки зерна). Этаяҡҡа арыш тығылыу. Этаяҡҡа бойҙай тулып китте.
ЭТБАЛА и. диал. ҡар. көсөк. Арлан этбала.
ЭТ БАЛАҺЫ и. диал. ҡар. көсөк I, 1. Эт балаһы табып алыу. Эт балаһына яңы һауған һөт эсереү. Урамда берәҙәк эт балаһы йөрөй.
ЭТ БАЛЫҒЫ (Р.: головастик; И.: tadpole; T.: iribaş) и. диал.
1. Ер-Һыу хайуандары класына ҡараған, йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы; сүмесбаш. □ Головастик. ■ Июнь айы етһә, йылғаларҙа һәм күлдәрҙә тормош ҡайнай: балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеүен дауам итә, эт балығы йөҙә. Ш. Нафиҡов.
2. диал. ҡар. этеш. Эт балығы ашарға яраҡһыҙ.
3. диал. Оҙон йомро кәүҙәле, буйҙан-буй һуҙылған аҫлы-өҫлө йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға, күл балығы; йыланбалыҡ. □ Вьюн (лат. Misgumus). Эт балығы үрсегән.
4. диал. Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ҡомтөрткөс, ташбаш. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Ятыуҙа эт балығы күп.
ЭТ БАУЫРЫ и. диал. ҡар. эт муйылы. Эт бауыры сәскәһе. Эт бауыры суҡ ҡара емешле була.
ЭТ БАШЫ (Р.: череп собаки; И.: dog’s cranium; T.: köpeğin kafatası) и. миф.
Магик функция үтәүсе эт һөлдәһенең бер өлөшө. □ Череп собаки (в башкирской мифологии имеет отгонную силу). ■ Мал үлә башлаһа, ҡойма аҫтына эт башы күмгәндәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ЭТ-БЕСӘЙ (Р.: собаки-кошки; И.: cats and dogs; T.: kedi ve köpekler) и. йыйн.
Эт һәм бесәйҙең йыйылма атамаһы. □ Кошка и собака. Эт-бесәй көнөнә ҡалыу. ■ Ҡышҡы һауаны яңғыратҡан күмәк йырҙы
218