Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 294 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әллә
ный. Әллә ҡасанғы ваҡиға бит ул. Әллә ни бик үк, ул хәтле үк. □ Не очень. Әллә ни алыҫ тугел. ■ Буласаҡ кейәуҙең йәше лә әллә ниҙән тугел. Я. Хамматов. Әллә ни арала бик тиҙ ваҡыт эсендә. □ Очень быстро. Әллә ни арала барып әйләнеу. ■ Әсәйем ашап бөткәнсе тип ятып торғайным, әллә ни арала йоҡлағанмын да киткәнмен. Н. Мусин. Әллә ниҙә бер бик һирәк (ваҡытҡа ҡарата).
□ Редко, изредка. Әллә ниҙә бер ауылға ҡайтыу. Әллә ниҙән билдәһеҙ бер сәбәптән.
□ Отчего-то. Әллә ниҙән ауырып китеу. Әллә ни ҡәҙәр (йәки тиклем) һандың билдәһеҙлеген, күплеген белдерә. □ Изрядно, много, очень много. ■ Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта әллә ни тиклем кешеләр курелде, ваҡиғаларға осралды. С. Агиш. Әллә ниндәй кем йәки нимә икәне билдәһеҙ. □ Неизвестный. ■ [Таштимер] эстән әллә ниндәй көй көйләп, инструменттары һалынған брезентты уләнгә тушәне. Д. Бүләков. Әллә ниңә билдәһеҙ бер сәбәп менән, ни өсөндөр.
□ Почему-то. М Әллә ниңә был донъянан уңмаған кеше булды инде ул [Таштимер]. Д. Бүләков. Әллә нисә һаны билдәһеҙ; күп кенә. □ Сколько-то, неизвестно сколько. ■ Кеҫәһенән папирос алды, ҡабыҙа алмайынса, әллә нисә шырпы әрәм итте [Йәнтимер]. С. Агиш. Әллә ни тиклем (йәки хәтле, саҡлы) бик күп. □ Очень много. Бик тиҙ арала әллә ни тиклем кеше йыйылған. Әллә ни түгел бик үк әһәмиәте булмаған. П Так себе, не такой уж стоящий. ■ Ашап эсеу беҙгә әллә ни тугел, бер ултырыу беҙгә әллә ни. Халык йырынан. Әллә тағы билдәһеҙлекте, ни эшләргә белмәй аптырағанды белдерә. □ Неизвестно; может быть, то ли (выражает неуверенность, неясность, неопределённость ). Әллә тағы, ҡалайтып ҡарарбыҙ инде.
ӘЛЛӘ II (Р.: то ли...; И.: either...or; Т.: уа.., уа...) терк.
һөйләмдә тиң киҫәктәрҙе бәйләүсе теркәүес. □ То ли..., то ли...; не то..., не то...; или, либо (разделительный союз, который служит для связывания однородных членов предложения). ■ [Гәуһәр:] Әллә йәш тип, әллә ҡатын кеше тип, ҡайһы берәуҙәр һанға һуҡмайҙар. И. Абдуллин. Айытбай уларҙың
тиҙ киләсәген белһә лә, дәртләндереу өсөнмө, әллә бөтә ауылға уҙенең өмә уткәреуен тағы ла бер тапҡыр белдереу өсөнмө: «Оҙаҡламағыҙ, егеттәр, ҡыҙҙар, — һеҙ ҙә!» — тип ҡысҡырып ҡалды. С. Агиш.
ӘЛЛӘ III (Р.: не знаю; И.: I dunno, wouldn’t know; T.: bilmiyorum) инш.
Нимәлер хаҡында асыҡ белмәй, икеләнеп әйткәндә ҡулланыла. □ Не знаю (выражает сомнение, неизвестность). Әллә, тәуҙә кәңәшләшергә микән.
ӘЛЛӘ IV (Р.: возможно; И.: perhaps, perchance; T.: belki) мөн.
Уйҙың, фекерҙең бик үк ышаныс менән әйтелмәгәнен белдерә. □ Возможно, видимо; может, может быть. ■ [Таңһылыу:] Һеҙ әллә инженер булаһығыҙмы, ағай? И. Абдуллин.
ӘЛЛӘ ИНДЕ (Р.: то ли; И.: either; Т.: bilmiyorum) инш.
Ни эшләргә белмәй аптырағанды, сараһыҙ булғанды белдерә. □ То ли (выражает неуверенность, неясность, неопределённость); неизвестно; как сказать, трудно сказать. Әллә инде, нишләргә? Әллә инде, ҡайһылай донъя көтөргә! ■ Әллә инде, — Әсғәт баш сайҡаны, — быныһын мин белмәйем. М. Кәрим.
ӘЛ-ЛӘ-ЛӘ (Р.: вот это да!; И.: oh my hat!; T.: vay!) ымл.
1. һоҡланғанда йәки ғәжәпләнгәндә әйтелә. □ Вот это да! Ой-ой-ой! (выражает удивление, восхищение, одобрение). Әл-лә-лә! Хәтер! М Әл-лә-лә! Берәуҙәр яңы башмаҡ кейеп алғанмы ни? М. Кәрим.
2. Ауыртыуҙы йәки ҡурҡыуҙы белдерә. □ Ой-ой (выражает боль, испуг). Әл-лә-лә! Хәтәр! Бигерәк ныҡ ауырта. ■ Ебәр! Ебәр! А-а... Әл-лә-лә... Ебәр тим! — тине Ғилман мулла, инәлеп. Я. Хамматов.
ӘЛЛӘЛӘҮ (әлләлә-) (Р.: выражать недоумение; И.: be puzzled; T.: bilmiyorum demek) ҡ. һөйл.
«Әллә, белмәйем», — тип яуап биреү. □ Выражать недоумение, раздумье. Һуҙеңде өҙөп әйт, әлләләмә. Оҙаҡ уйлап, әлләләп торма. ■ [Хужабикә — иренә:] Әлләләмә. Ихтыярың ғына кәрәк. Ҡалғанын уҙем эшләрмен. Р. Сәғитов.
294