ӘЛУАН
ӘЛЛӘСЕ (Р.: не знаю; И.: I wouldn’t know; T.: bilmiyorum) инш.
Ниндәйҙер һорауға икеләнеп, ҡыйыуһыҙ, тартынып ҡына яуап биргәндә ҡулланыла. □ Не знаю; может быть (выражает сомнение, нерешительность). Әлләсе, уйлап ҡарармын. Әлләсе, бер ҙә әйтә алмайым. ■ Әлләсе, Хәйретдин аҡса-маҙар алдым тимәгәйне, — тине Фәтхиә. Я. Хамматов. Әлләсе, — тине тағы Сәбилә, кипкән керҙәрен бауҙан ала-ала. Т. Ғарипова. Әлләсе, — тине лә йөгөнөкләп намаҙлыҡ өҫтөндә ултырған ҡартына ҡараны [Сәғилә әбей]. Р. Өмөтбаев.
ӘЛМИСАҠ (әлмисағы) (Р.: время сотворения мира; И.: creation of the world; T.: dünya yaratılış zamanı) и.
Тереклек яңы башланған, яратылған ваҡыт. □ Время сотворения мира. Әлмисаҡтан бирле. Әлмисаҡтан килгән. Ирәмәл — әлмисаҡтан халыҡтың изге төйәге булған. М «Урал батыр»ҙы башҡорттоң әлмисаҡтан яҙылған энциклопедияһы, милләтебеҙҙең хәтернамәһе, әхлаҡ кодексы тип тә икеләнмәй ололарға мөмкин. Р. Бикбаев. Әлмисаҡтан бирле ошо ергә килеп киткән күпме быуындар, ил иңенә күпме һынау төшкән, күпме тапҡыр ҡупҡан дауылдар. Р. Шәкүр. Хәтер ебе әлдә өҙөлмәй, быуындан быуынға күсә һәм ул таштан да оҙағыраҡ йәшәй — әлмисаҡтан ахырғаса. Г. Яҡупова.
ӘЛМОРОН (Р.: шиповник; И.: dogbramble; T.: yabangülü) и. диал.
1. Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ал сәскәле, алһыу оҙонса емешле, ваҡ сәнскәкле ҡыуаҡ; гөлйемеш. □ Шиповник (лат. Rosa majalis). Әлморон ҡыуағы. Әлморон сәскәһе. ■ Берләм юлды тирәсләгән эт муйылы, осҡат, әлморон, балан һәм башҡа һанһыҙ ҡыуаҡлыҡтар инде емешләнергә әҙерләнгән. Д. Бүләков.
2. Шул ҡыуаҡтың емеше. □ Шиповник (плод). Бешкән әлморон. Әлморон йыйыу. Әлморон төнәтмәһе. ■ Төргәктәрҙән килеп сыҡты әсәйҙең сәй япраҡтары: тәме, һуты, тупраҡтары .. мәтрүшкә, еләк, ҡарағат, әлморон, энәлек, балан... Ҡ. Аралбай.
3. миф. Ен-зәхмәтте ҡыуыу көсөнә эйә булған мифлаштырылған ҡыуаҡ. □ Шипов
ник (мифологизированное растение, имеет отгонную силу). ■ Әлморон сәнскеле булғас, унан шайтан ҡурҡа икән. «Башҡорт мифологияһы» нан.
ӘЛМӘС (Р.: несчастливый; И.: unlucky; T.: talihsiz) с. диал. ҡар. бәхетһеҙ.
Бәхеттән мәхрүм булған. □ Несчастливый, несчастный. Әлмәс ҡатын. Әлмәс тормош. Әлмәс әҙәм.
ӘЛПӘНДӘҮ (әлпәндә-) ҡ. диал. ҡар. әлһерәү 1. Ҡапыл әлпәндәп китеү. Һеҙ тигәнгә әлпәндәп киттем. Ҡояш эҫеһенән әлпәндәү.
ӘЛСӘН (Р.: раз так; И.: if so; T.: öyleyse) терк. диал. ҡар. улай булғас.
Бер төрлө эш-хәлдән, шарттан сығып, ниндәйҙер фекергә килгәндә әйтелә; улай булһа, улайһа. □ Раз так, если так. Әлсән һуҙылмайыҡ. Әлсән беҙ киләбеҙ. Әлсән юл тотайыҡ.
ӘЛТЕНСӘЙ (Р.: бутень клубненосный; И.: Queen Anne’s lace; T.: havuç) и. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ.
Япрағы менән тамыры кишергә оҡшаға-ныраҡ ашай торған үлән; ҡыр кишере. □ Бутень клубненосный, дикая морковь (лат. Chaerophyllum bulbosum). Әлтенсәй сүпләү. Әлтенсәй ҡаҙыу. Әлтенсәй менән туҡланыу.
ӘЛТӘ (Р.: полынья; И.: air hole; T.: buzlar arasında açık su) u.
Һыуҙың (күл, йылға һ. б.) ҡыш көнө лә туңмай ятҡан урыны. □ Полынья. ■ Юлгилде лә күлдең аръяғында ялтырап та ята әлтәһе. Халыҡ йырынан.
ӘЛТӘШЛЕ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Кесе табын ырыуы башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода кесе-табын. Әлтәшлеләр нәҫеле.
ӘЛУАН [ғәр. û1^'] (Р-: различный; И.: sundry; T.: elvan) с. иҫк. кит.
Төрлө, күп төрҙәге. □ Различный, разнообразный. Әлуан аҙыҡ. Әлуан ризыҡ. Әлуан һый. ■ Ер йөҙөнән ергә саҡлы әлуан-әлуан нур илә. Ғ. Соҡорой.
295