ӘЛҮ
♦ Әлуан ниғмәт төрлө тәмле-татлы ашамлыҡ. □ Разнообразное богатство; разнообразные яства. Н Киләсәктә был ергә Хоҙай уҙе ҡыҙығыр, фирҙәуестәр төҙөлөр, әлуан ниғмәт теҙелер. Ш. Бабич. [Батша] Моң-килмәҫте әлуан ниғмәттәр менән һыйлап, ашатып эсерҙе. Әкиәттән.
ӘЛҮ [фарс. jjl] (Р .: алыча; И.: myrobaları plum; T.: kiraz eriği) и. иҫк. ҡар. алса.
1. Гөлйемеш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, емеше сейәнекенә оҡшаған көньяҡ ағасы. □ Алыча, ткемали (лат. Prunus cerasifera). Әлу yçmepey. Әлу аҡ сәскә ama.
2. Шул ағастың емеше. □ Алыча (плод). Элу ҡайнатмаһы. Элу ҡағы. Элу — С витаминына бик бай емеш.
ӘЛҮК (Р.: прямо сейчас; И.: right now, as we speak; T.: hemen) р. һөйл.
Әле үк, хәҙер үк. □ Прямо сейчас. Элук эшләп ҡуйыу. Элук барыу. Элук тугел. ■ Йәйләу инде ныҡ тапалып киткәнлектән, Биксәнтәй бай элук баштан ауылға кусенә башларға ҡарар ҡылды. И. Ноғманов. Ҡаҙ ҡарау, бигерәк тә кукәй баҫтырыу, себеш сығартыу минең ҡулдан килмәй, өләсәйемдең бурысы уныһы. .. Ана, әлуктән ҡайғырта башлаған. Г. Яҡупова.
ӘЛҮҠАҠ (әлүҡағы) (Р.: пастила рябиновая; И.: kind of fruit and berries paste; T.: kuş üvezi şekerlemesi) и. диал.
Миләш ҡағы. □ Пастила рябиновая. Элуҡаҡ әҙерләу. Эсе генә әлуҡаҡ. Әлуҡаҡты ауыҙ итеу. .
ӘЛФИРАҠ (әлфирағы) [ғәр.
(Р.: слово прощания; И.: leave-taking; T.: elfi-rak) и. иҫк.
Айырылышыу, хушлашыу һүҙе. □ Слово прощания. Иҫке тормош, әлфираҡ. Бала саҡ, әлфираҡ. М Эй, матур саҡ! Әлфираҡ! Ҡалдың оҙаҡ. Ш. Бабич.
ӘЛХАСИЛ [ғәр. (Р.: одним
словом; И.: in a word; T.: elhasıl) инш. иҫк. кит.
Ҡыҫҡаса әйткәндә; ҡыҫҡаһы. □ Одним словом, короче говоря. Элхасил, һабаҡ булды. Элхасил, эш бына нимәнән ғибәрәт. ■ Элхасил, быуаттар утеп, мең бәләләргә тарып, батырлыҡты ла, бахырлыҡты ла куреп,
Башҡортостан нефте уҙенең барлығын иҫбат итте. «Башҡортостан», 23 май 2013.
ӘЛ-ХӘЛ БУЛЫУ (әл-хәл бул-) (Р.: выздороветь; И.: convalesce; T.: iyileşmek) ҡ. диал. ҡар. йүнәлеү.
Хәл яҡшырыу, рәтләнеү. □ Выздороветь, поправиться. Тамаҡ туйып, әл-хәл булып алдым. Әҙерәк әл-хәл булыу. Көскә әл-хәл булдым.
ӘЛХӘМ [ғәр. ДазЛ] (Р.: благостная молитва первого раздела Корана; И.: one of Koranic Moslem prayers; T.: Elham süresi) и. дини.
Ҡөрьәндең беренсе бүлеге һәм шул бүлектән уҡылған доға. □ Благостная молитва первого раздела Корана. Әлхәм доғаһы. Әлхәм уҡыу. Биргән ризыҡҡа әлхәм уҡып, шөкөр ҡылыу.
ӘЛХӘМДЕЛИЛЛА(ҺИ) [ғәр.
(Р.: слава Аллаху; И.: praise God; T.: elhamdülillah!) ымл. дини.
«Аллаға дан» тигән мәғәнәлә әйтелә; Аллаға шөкөр. □ Слава Аллаху (благодарение Аллаха), м Шөкөр, әлхәмделилла, уҙең дә һау ғынамы? — тине ҡара егет [Мостафаға]. А. Таһиров. Хажисолтан: «Әлхәмделиллаһи. Туйҙым». — Ул сынаяғын туңкәрҙе. Я. Хамматов.
ӘЛҺЕҘ (Р.: слабый; И.: infirm; rickety; T.: halsiz) с. һөйл.
1. Арманһыҙ, хәлһеҙ. □ Слабый, немощный, слабосильный. Әлһеҙ булыу. Әлһеҙ булып йығылыу. Әлһеҙ булып ҡайтыу.
2. кусм. Бер нәмәһеҙ, мал-мөлкәтһеҙ, милекһеҙ. □ Несостоятельный, небогатый. Әлһеҙ әҙәм. Әлһеҙ халыҡ. Әлһеҙ бер бәндәгә әуерелеу.
ӘЛҺЕРӘНЕҮ (әлһерән-) ҡ. ҡайт. ҡар. әлһерәү, возвр. от әлһерәү. ■ Көскә еттек өйгә ҡайтып, әлһерәнеп эт кеуек. Ш. Бабич.
ӘЛҺЕРӘТЕҮ (әлһерәт-) (Р.: изнурять; И.: fatigue; T.: halsiz düşürmek) ҡ.
1. Хәлде алыу, хәлһеҙ итеү; хәлдән тайҙырыу. □ Изнурять, морить. Эҫе әлһерәтә. Эш әлһерәтә. Юл йөрөу әлһерәткән. ■ Ләкин беҙҙең тир ҡатмай, төшлөккә етеп килгән ҡояш хәлебеҙҙе ала, әлһерәтә. Н. Мусин.
2. эйһ. ҡар. әлһерәү 1. Бөгөн әлһерәтә.
296