Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 297 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әләкән
ӘЛҺЕРӘҮ (әлһерә-) (Р.: обессилеть; И.: become enervated; T.: halsizleşmek) ҡ.
1. Эҫенән, арыуҙан һ. б. хәл бөтөү. □ Обессилеть, изнемогать, выбиваться из сил, утомляться. Ауыр эштән әлһерәу. Шәп йугереп әлһерәу. ■ Хәлимә эҫегә әлһерәп, ҡалғып ултырған еренән куҙен асты ла, ҡапыл ҡуҙғалып, ҡулында йоҡлап киткән йәш балаһын тотоп, будканан сыҡты. Һ. Дәүләтшина. Ҡолсобай ҙа ҡойолоп төштө, бармаҡтарын дошманының яурынынан ысҡындырҙы һәм әлһерәп урындыҡҡа ултырҙы. Я. Хамматов. Эсәйемдең һуңғы һуҙҙәре миңә ниңәлер, атайың бына шулай ине, ә һин төш тә етмәҫ борон әлһерәп, кәрһеҙләнеп ятаһың, тигән һымаҡ тойолдо. Н. Мусин. Әлһерәп, аяҡ-ҡулдары, бөтә ағзалары талыҡҡан булһа ла, Таңдыса алға барыу ында булды. «Ҡуңыр буға». • Ат эшләгәнгә эт әлһерәгән. Мәҡәл.
2. Олоғайып көс бөтөү, көсһөҙләнеү. □ Ослабевать, терять силы, становиться слабосильным (от старости). Ҡарт әлһерәгән. Олоғайып әлһерәу. Әлһерәп, ауырыуға һабышыу.
3. Артыҡ эҫенән һулыу, шиңеү (уҫем-лектәргә ҡарата). □ Вянуть, увядать. // Увядание. Гөлдәр әлһерәгән. Емеш-еләк әлһерәгән. М Туҙеп торғоһоҙ бөркөулек иҙеуенән ахыр сиккә етеп әлһерәгән ярым у лек тәбиғәткә ҡабаттан йән керә. И. Ноғманов.
ӘЛҺЕРӘШЕҮ (әлһерәш-) ҡ. урт. ҡар. әлһерәү 1, 3. взаимн. от әлһерәү 1, 3. Әлһерәшеп бөтөу. Гөлдәр эҫегә әлһерәшеп ултыра.
ӘЛӘЙ (Р.: ой, ой-ой; И.: ouch!, yipe; T.: ah, ah, ah) ымл. диал.
Ҡапыл ауыртыу һиҙгәндә әйтелә; әләү. □ Ой, ой-ой (выражение боли). Әләй, ҡулымды ҡыҫтың!
ӘЛӘЙКӘ (Р.: блюдце; И.: saucer; Т.: fincan tabağı) и. диал. ҡар. сынаяҡ аҫты.
Сәй эсә торған парлы һауыттың аҫҡа ҡуйылған йәйпәк өлөшө. □ Блюдце. Әләйкәгә ҡойоу. Әләйкәнән эсеу.
ӘЛӘЙҺӘ (Р.: в таком случае; И.: in such case; at that rate; T.: o halde) инш. һөйл.
Улай булһа. □ В таком случае, коли так, если так. Ярай, әләйһә. Әләйһә, көтмәйек. Ш
[Ҡусер — Ниғмәтуллаға:] Әләйһә, юлдашсы тугелмен һиңә, ҡустым. Я. Хамматов. [Сабир:] Ярай, әләйһә, иптәш Игебаев, ул әҙәмде уҙемә алып ҡайтырмын! Р. Өмөтбаев.
ӘЛӘЙҺӘҢ инш. һөйл. ҡар. әләйһә. ■ Ярай, әләйһәң, — тип килеште Аҡбикә әбей, уйланып торғандан һуң. И. Ноғманов. Әләйһәң, атты егеп килтерһендәр, әйтәйем. — Ихсанбай, урынынан тороп, ишеккә йунәлде. Т. Ғарипова. Мә, улым, әләйһәң, минең ҡоралдарымды ал, — тип әйткән, ти, шунда бабай, малайына янында ятҡан уҡ-һаҙағын алып, билендәге балтаһын һалып биргән, ти. Әкиәттән.
ӘЛӘКЛӘҮ (әләклә-) (Р.: ябедничать; И.: sneak, inform, tell tales; T.: gammazlamak) ҡ. диал.
1. Кеше өҫтөнән кемгә лә булһа һүҙ еткереү; ошаҡлау. □ Ябедничать, доносить. Атайға әләкләу. Тәрбиәсегә әләкләу. Һәр аҙымды әләкләу.
2. Төрлө һүҙ йәки ҡыланыш менән үртәү; үсекләү. □ Дразнить, передразнивать кого. Тел сығарып әләкләу. Ҡурҡаҡ тип әләкләу. Остоҡай тип әләкләу.
3. Ҡабатлау. □ Повторять. ■ Хашим байтаҡтан бирле камераһында ел олоуын тыңлап ята. Ул берсә йәш бала тауышын хәтерләтә, йә эс-бауырҙы өҙҙөрөр укһеугә әйләнә, йә ҡырағай йәнлектәрҙең шашып болоҡһоуын әләкләгәндәй тойола. Т. Ғарипова.
ЭЛӘКСЕ (Р.: ябедник; И.: informer, talebearer; T.: gammaz) и. диал. ҡар. ошаҡсы.
Кеше өҫтөнән һүҙ йөрөткән кеше. □ Ябедник, доносчик. Эләксе тугел. Эләксе һуҙе. Эләксе арҡаһында әрләнеу.
ӘЛӘКӘЙ ТОРОУ (әләкәй тор ) ҡ. диал. ҡар. ҡаҙыҡай тороу. Бәпәйебеҙ әләкәй тора.
ӘЛӘКӘН (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
һарт-әйле ырыуы башҡорттарына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир сарт-айлинцев. Элә-кәндәрҙең ырыу башы. Әләкән аймағы. Эләкәндәр шәжәрәһе.
297