әләкәт
ӘЛӘКӘТ (Р.: шалость; И.: prank; Т.: yaramazlık) и. диал. ҡар. шуҡлыҡ.
Тик тормағанлыҡ, шаянлыҡ. □ Шалость. Малайҙар әләкәте. Әләкәт уйлау. Әләкәт сығарыу.
ӘЛӘКӘҮ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир сэнкем-кыпчак. Әләкәуҙәр тоҡомо. Әләкәуҙәр шәжәрәһе.
ӘЛӘЛӘЙ БАҪЫУ (әләләй баҫ-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҙыҡай тороу. Бәпес әләләй баҫа.
ӘЛӘМ I [ғәр. (Р.: знамя; И.: banner, ensign; T.: alem) и. иҫк.
Һапҡа тағылған киң туҡыма рәүешендәге рәсми билдә; байраҡ. □ Знамя. Ҡыҙыл әләм. Әләм ҡаҙау. Әләм кутәреу. ■ Тапҡыр һуҙҙәр уның [М. Өмөтбаевтың] ижад әләменә әуерелгәйне куптән. Ғ. Хөсәйенов. Кутәрел-һә, кутәрелә әләм йәнгә мең ҡаҙалған һөңголә. X. Назар. Әйтелмәгән һуҙем әләм булып, ихтилалдар көҫәп болара. Л. Абдуллина.
ӘЛӘМ II [ғәр. (JI] (Р.: горе; И.: grief; Т.: elem) и. иҫк. кит. ҡар. ҡайғы.
Күңелде ғазаплағыс, йәнде әрнеткес ауыр тойғо; хәсрәт. □ Горе, печаль, скорбь; прискорбие. М Төрлө яҡтан баҫмаһа ғәм, һис бер кеше сикмәҫ әләм! М. Ғафури.
ӘЛӘМ ТАШЛАУ (Р.: магическое выбрасывание вещей больного с отгонной целью; И.: kind of hexe; T.: hastanın eşyalarını hastalığı kovmak amacında atmak) и. миф.
һауыҡтырыу маҡсатында ауырыуҙың әйберҙәрен ташлау йолаһы. □ Магическое выбрасывание вещей больного с отгонной целью. Яҙғы һыуға әләм ташлау йолаһы. Быуманан әләм ташлау им-томон башҡарыу.
ӘЛӘМ-ҺӘЛӘМ (Р.: старьё; И.: secondhand articles; T.: pılı pırtı) с. ҡар. алам-һолам.
Иҫкергән, туҙған кейем-һалым; сепрәк-сапраҡ. □ Старьё, хлам; тряпьё; барахло. Әләм-һәләм әйберҙе ташлау. М Ҡарттар: «Нисек кенә ҡыш сығып китербеҙ инде?» —
тип һөйләнәләр ҙә әләм-һәләм кейемдәрен ҡымтып ҡуялар, һ. Дәүләтшина.
ӘЛӘН-БОРХАН (Р.: беспорядочно; И.: disorderly; T.: düzensizce) р. һөйл.
1. Тәртипһеҙ рәүештә. □ Беспорядочно, безалаберно. Әлән-борхан һалыу. Әлән-борхан ырғытыу. Әлән-борхан өйөу.
2. Ашыҡ-бошоҡ, унан-бынан ғына. □ Наспех, быстро, торопливо. Әлән-борхан ашау. Әлән-борхан кейенеу. Әлән-борхан әҙерләу.
ӘЛӘН-БОРХАН БУЛЫУ (әлән-борхан бул-) (Р.: торопиться; И.: be in a hurry, haste; T.: acele etmek) ҡ. һөйл.
Ашығыу, ығы-зығы килеп ҡабаланыу. □ Торопиться, спешить. М Улар, шулай итеп әлән-борхан булып, йугерешеп сығырға ҡаталарын кейеп өлгөрмәнеләр — Юлдыбай менән Ирмәт ҡарт килеп тә инделәр. Һ. Дәүләтшина.
ӘЛӘН-ЕЛӘН (Р.: мельком; И.: in passing; T.: çok çabuk) р. һөйл.
Бик тиҙ, тирә-яҡҡа ҡаранып алғансы. □ Мельком, очень быстро. Әлән-елән утеу. Әлән-елән кейенеу. Әлән-елән эшләу.
ӘЛӘҢГӘС (Р .: помост для сушки куру та; И.: kind of platform; T.: kurut kurutma iskelesi) и. диал. ҡар. ылаш I, 1.
Башлы йәш ҡоротто теҙеп һалып киптереү өсөн йәш талдан үрелгән, дүрт ҡаҙыҡ өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма. □ Помост для сушки курута. Эләңгәстә киптереу. Әләңгәс-тә ыҫлау. Ҡоротто әуәләп әләңгәскә теҙеу.
ӘЛӘҢЛӘҮ (әләңлә-) (Р.: озираться; И.: look about; T.: etrafına bakınmak) ҡ. диал.
Тирә-яҡҡа алан-йолан ҡарау. □ Озираться, оглядываться по сторонам. Әләңләп тороу. Эләнләп ҡараныу.
ӘЛӘҮ ымл. ҡар. әл-лә-лә 2. Әләу, сәсемде тартма!
ӘЛӘФ-ТӘЛӘФ БУЛЫУ (әләф-тәләф бул-) ҡ. ҡар. әрәм булыу 1. Аҙыҡ әләф-тәләф булды. М Хәҙер төрлө гәзит-журнал, реклама ҡағыҙҙары куп сығарыла, улары ла һуңынан әләф-тәләф булып, ерҙә, подъезд арҙа туҙып ята. «Йәшлек», 15 ғинуар 2013.
ӘЛӘФ-ТӘЛӘФ ИТЕҮ (әләф-тәләф ит-) ҡ. ҡар. әрәм итеү 1. Аҡсаны әләф-тәләф
298