Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 299 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әммә
итеу. Мөлкәтте әләф-тәләф итеу. Игенде әләф-тәләф итеу.
ЭМЕЖЕ (Р.: малина; И.: raspberry; Т.: ahududu) и. диал. ҡар. ҡурай еләге.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек һәм шул үҫемлектең хуш еҫле алһыу емеше. □ Малина (лат. Rubus idaeus). Эмеже өлгөрөу. Эмеже йыйыу. Эмеже ҡыҙарған.
ӘМЕР [ғәр. (Р.: приказ; И.: order, command; T.: emir) и.
1. Нимәнелер эшләргә, башҡарырға ҡушҡан ҡәтғи күрһәтмә; бойороҡ. □ Приказ, приказание, распоряжение, предписание. Батша әмере. Әмергә буйһоноу. Әмерҙе утәу. ■ Капитан бер-бер сараһын табып, Ефимий Лукич менән иҫәп-хисапты өҙөргә Хомичукка әмер бирҙе. М. Кәрим. Егет батша әмерен һөйләп биргәс, кәләше: «Ауыр эш ҡушҡан, — ти, — ярар, ҡайғырма, утәр-беҙ», — ти. Әкиәттән. • Батша әмере өс көн йөрөр. Мәҡәл. Көс кемдеке — әмер шуныҡы. Мәҡәл.
2. дини. Алла, яҙмыш ҡушыуы. □ Судьба, участь, предопределение. Яҙмыш әмере. Донъя әмере. Тәҡдир әмеренә буйһоноу. ■ Бер саҡ Йософ янына Ябраил фәрештә килә: «Алла әмере менән, бындай михнәт һиңә төшөңдә килгәйне, ҡотолоу ҙа һиңә төштән булыр», — ти. Халыҡ ижадынан.
ӘМЕР ИТЕҮ (әмер ит-) (Р.: приказывать; И.: order (around); T.: emretmek) ҡ.
Бойороҡ биреү, бойороу. □ Приказывать, распоряжаться, повелевать кем, чем. ■ Доғаның файҙаһы булмаһа, Раббыбыҙ беҙгә уны әмер итеп бойормаҫ, пәйғәмбәребеҙ васыят итмәҫ ине. «Башҡортостан», 18 март 2008.
ӘМЕР ҠЫЛЫУ (әмер ҡыл-) ҡ. ҡар. әмер итеү. ■ Батша ендәргә әмер ҡылып: «Барығыҙ, Балҡантауҙы бында алып килегеҙ!» — тине. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ӘМЕШ (Р.: бесхарактерный; И.: gutless, weak-minded; T.: iradesiz) с. диал. ҡар. ебегән 2.
Йомшаҡ тәбиғәтле; булдыҡһыҙ, ихтыярһыҙ; ебегән. □ Бесхарактерный, нереши
тельный. Эмеш әҙәм. Эмеш бит ул! Эмешкә әйләнеу.
ӘМЗӘ (Р.: горный лук; И.: wild leek species; T.: bir tür yabani soğan) и. бот.
Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күк йәки һары сәскәле, ялтыр ҡыяҡ япраҡлы, һуған һымаҡ тумалсаҡ тамыры ашауға яраҡлы үҫемлек (иртә яҙ ҡар аҫтында уҡ сыға башлай)', йыуа. □ Горный лук (лат. Allium oreoprasum). Әмзә йыйыу. Әсе әмзә. Әмзә ашау. Әмзәне һөйләштәрҙә һарыҡ йыуаһы, кәзә йыуаһы, ташйыуа йәки таш йыуаһы, әтмәкәй һ.б. тип йөрөтәләр.
ӘМИН (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир племени усерган. Әминдәр йыйылыу. Әминдәр шәжәрәһе.
ӘМИР [ғәр. jaaI ] (Р.: эмир; И.: emeer; Т.: emir) и.
Көнсығыш мосолман илдәрендә ғәскәр башлығы һәм хаким титулы, шулай уҡ ошо титулды йөрөткән кеше. □ Әмир (титул мусульманских правителей, равнозначный титулу князя). Бохара эмире. Әмиргә мөрәжәғәт итеу.
ЭМИРАТ [ғәр. OljxJ ] и. ҡар. әмирлек.
Ғәрәп эмираты.
ӘМИРЛЕК (әмирлеге) [ғәр. CjIjxoI] (Р.: эмират; И.: emirate; T.: emirlik) и. кит.
Башында әмир торған дәүләт йәки биләмә. □ Эмират. Ғәрәп әмирлеге. Әмирлектә йәшәу. Бохара әмирлеге. ■ Һәр әмирлек, ниндәй ҙурлыҡта булыуына ҡарамаҫтан, федераль закон сиктәрендә уҙ аллы булып иҫәпләнә, һәм уны монархы (әмире) етәкләй. «Йәшлек», 22 март 2013.
ӘММӘ I [ғәр. UI] (Р-: но; И.: yet, but; T.: ama) терк.
Мәғәнә яғынан бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған ике һөйләмде йәки һөйләм киҫәктәрен теркәү өсөн ҡулланыла; ләкин. □ Но, да, однако (союз противительный). Әммә юғалып ҡалмау. ■ Ул [Айҙар] бер нисә тапҡыр, уҙе ҡырын йығылып, Вәзирҙе баш аша осорорға маташып ҡараны, әммә теге
299