Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 300 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әммә
гөрҫ итеп уның өҫтөнә ауып торҙо. М. Кәрим. Ғүмер һәр кемгә лә ҡәҙерле, әммә әҙәпле кешегә намыҫ ғүмерҙән дә ҡәҙерлерәк. Ғ. Хөсәйенов. Март аҙағы, әммә яҙ һаман килмәй, оҙаҡлай. Ш. Хажиәхмәтов. Заятүләк яҡ-яғына ҡарай, әммә унда һыуһылыу күренмәй ине инде, ти. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ӘММӘ II [ғәр. LİI] (Р.: ну и!; И.: well!: Т.: amma!) ымл.
Һүҙҙе көслө тойғо менән әйткәндә ҡулланыла; үтә, бик. □ Ну и! Как же! Әммә күңелле! Әммә шәп! Әммә матур!
ӘММӘ ЛӘКИН (Р: однако же; И.: though, still; T.: ancak) терк.
Әммә теркәүесенең мәғәнәһен көсәйтеү өсөн ҡулланыла; шулай булһа ла, шуға ҡарамаҫтан. □ Однако же. Әммә ләкин белдем. Әммә ләкин эшләп ҡуйҙым. Я Әллә йәш балалы ҡатын-ҡыҙ кешенең ауыр хәлен аңлап, әллә үҙ күрһәтеп телен асырға тырышып, тотҡоно Зөлбохар менән Яныш былай йомшаҡ һөйләште, үҙен дә, балаларын да ҡыҙғанды, буғай. Әммә ләкин һуңғы һүҙе ҡоро һәм ҡаты ине. Ғ. Хөсәйенов.
ӘММӘ МӘГӘР терк. ҡар. әммә ләкин.
■ Күп күрҙем, әммә мәгәр аҙ белдем. Б. Бикбай.
ӘМӨКӨ (Р.: вьюн; И.: mud loach; T.: çopra balığı) и. диал. ҡар. йыланбалыҡ.
Оҙон йомро кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан-буй һуҙылған йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға, күл балығы. □ Вьюн (лат. Misgumus fossilis). Имәнес әмөкө. Күлдә әмөкөләр үрсегән.
ӘМҪӘЛ [ғәр. Jlû ‘миҫалдар’] (Р.: басня; И.: fable, apologue; T.: masal) и. әҙ. ҡар. мәҫәл.
Ситләтеп әйтеп, өгөт-нәсихәт биреүгә ҡоролған, шиғыр рәүешендә яҙылған бәләкәй күләмле аллегорик әҫәр. □ Басня. Әмҫәл яҙыу. Әмҫәл уҡыу. Мауыҡтырғыс әмҫәл.
ӘМӘЙЛЕК (әмәйлеге) (Р.: эмейлик; И.: kind of female national decoration; T.: kadınlar için göğüs üstü süs eşyası) u.
1. этн. Һул яурындан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп кейә торған шау тәңкә-мәрйенле ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе; дәүәт. □ Эмейлик
(неширокий женский нагрудник, украшенный серебряными монетами, драгоценными камнями, кораллами, надеваемый наискосок через плечо). Әмәйлек тегеү. Әмәйлек кейеү. Тәңкәле әмәйлек. ■ [Алтынбикәнең] түшендә гел берәр һумлыҡ тәңкәләрҙән теҙеп эшләнгән әмәйлек, аяғында былтыр Тимербай ағай тегеп биргән еҙ дағалы өр-яңы күн итек, ә беләктәрендә көмөш беләҙектәр ҙә, ысын мәрйендәр, бармаҡтарында көмөш балдаҡтар, фәйрүзә ҡашлы йөҙөктәр, башында күҙҙең яуын алып торған шау биҙәк йәшел кешмир шәл ине. 3. Биишева.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың иҙеүҙе ябыу өсөн күлдәк эсенән кейгән, ҡорап йәки сигеп эшләнгән түш ябыуы; күкрәксә, түшелдерек. □ Женская нагрудная повязка. Сигеүле әмәйлек. Әмәйлек кейеү. Әмәйлек тегеү.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, күҙ тейеүҙән һаҡлаусы әйбер. □ Нагрудник (по поверьям башкир, выполняет обережную функцию). ■ Әмәйлек шау тәңкә була. Уны күҙҙән һаҡлай тигәндәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ӘМӘЛ [ғәр. ] (Р.: способ; И.: method, way; T.: usul) и.
1. Нимәнелер эшләү, башҡарыу юлы; сара. □ Способ, средство, возможность. Әмәл күреү. Н [Шәрифулла — Хажисолтанға:] Берәй әмәлен күреп, малымды ҡайтарып бирергә ярҙам ит инде, ҡорҙаш, һин тип килдем. Я. Хамматов. Был йыртҡысҡа бербер әмәл тапмағанда, барыбыҙҙы ҡырып бөтөр иртән таңда. «Бабсаҡ менән Күсәк». [Бай:] Йә, батша, эште һуҙма. Инде минең көтөр әмәлем ҡалманы. Әкиәттән. • Мәленә күрә әмәле. Мәҡәл. Әжәлең етһә, әмәлең ҡырын китер. Мәҡәл.
2. Киләсәккә булған ышаныс; өмөт. □ Надежда, чаяние. ■ Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң, ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр. М. Аҡмулла.
3. миф. Дауалау, имләү саралары; им, им-том. □ Заговор, народное средство лечения. Һауыҡтырыу әмәле. Әмәл килешеү.
4. миф. Төрлө им менән кешегә тәьҫир итеү ысулы; сихыр. □ Колдовство, порча. ■
300