ӘНБИӘ
[Үгәй инә — сихырсыға:] Сөйәлбайҙы үлтерер өсөн миңә берәй әмәл өйрәт. Әкиәттән.
♦ Әмәлгә баҡҡандай {йәки ҡалғандай, ҡаршы, таянғандай) бер ҡыйынлыҡ янына икенсе ҡыйынлыҡ килеп сыҡҡанда әйтелә. □ Как назло; как раз, кстати. ■ Әлдә, әмәлгә таянғандай, нәҡ шул мәлдә беҙҙең бер егет килеп төштө. Т. Килмөхәмәтов. Тик Таштимер һауынсы ҡыҙҙар киске һауымдан ҡайта төрған юлға төшөп кенә алғайны, әмәлгә ҡалғандай, һул яҡ алғы тәгәрмәс тишелде. Д. Бүләков.
ӘМӘЛЛӘТЕҮ (әмәлләт-) ҡ. йөкм. ҡар. әмәлләү 3. понуд. от әмәлләү 3. Ауырыуҙы әмәлләтеү. Малды әмәлләтеү.
ӘМӘЛЛӘҮ (әмәллә-) (Р.: делать; И.: craft; tinker with; T.: yapmak) ҡ.
1. Нисек тә юлын табып, яйын килтереп, нимәлер эшләү, булдырыу. □ Делать, мастерить, сооружать из чего, устраивать, налаживать. Мунса әмәлләү. Ҡулдан килгәнсә әмәлләп ҡуйыу.
2. Арлы-бирле генә нимәлер эшләү; әтмәләү. □ Делать кое-как; соорудить на быструю руку. Баҫма әмәлләү. Әмәлләп ҡуйыу. Эскәмйә әмәлләү.
3. миф. Им менән кешегә дауалау маҡсатында тәьҫир итеү. □ Заговаривать, лечить; колдовать. Быуындарҙы әмәлләү. Һыҙланыуҙы әмәлләү. Бүҫерҙе әмәлләү. Берәү әмәлләгән. Әмәлләп ашатыу. Тоҙ әмәлләү.
4. миф. Им менән кешегә йәки тәбиғәткә насар ниәттә тәьҫир итеү; сихырлау. □ Колдовать, наводить порчу. Үлемгә әмәлләү. Әмәлләп ауырытҡандар.
ӘМӘЛЛӘШЕҮ (әмәлләш-) ҡ. урт. ҡар. әмәлләү 1, 2. взаимн. от әмәлләү 1, 2. Кәртә әмәлләшеү. һарай әмәлләтеү.
ӘМӘЛ-САРА (Р.: всяческие способы; И.: various ways; ropes; T.: her türlü usuller) и. йыйн.
Төрлө сара. □ Всяческие способы, пути, возможности, меры. Әмәл-сара табыу. Төрлө әмәл-сара. Әмәл-сара юҡ.
ӘМӘЛСЕ (Р.: знахарь; И.: healer; Т.: üfürükçü) и.
Им-том иткән кеше. □ Знахарь, колдун. Әмәлсегә йөрөү. Әмәлсенән әмәлләтеү. Әмәлсенән өшкөртөү. ■ Сәғиҙә, әмәлсе Барсын
әбейҙе саҡырып кәңәшкәндән һуң, уның һүҙен тыңланы. Һ. Дәүләтшина. • Ауырыһаң, әмәлсе күп. Әйтем.
ӘМӘЛСЕЛ (Р.: предприимчивый; И.: enterprising; T.: girgin) с.
Тырышып йүнләүсән; йүнсел. □ Предприимчивый; трудолюбивый, старательный. Әмәлсел ҡатын. Әмәлсел кеше. Әмәлсел булыу.
ӘМӘЛ-ТАҠЫЛ (Р.: заговор; И.: spell; sorceries; T.: büyüler) и. йыйн.
Дауалау әмәлдәре; им-том. □ Заговор, заклинания. Борондан килгән әмәл-таҡыл. Әмәл-таҡыл белеү. Әмәл-таҡылды ҡулланыу.
ӘМӘЛ-ТАҠЫЛ ИТЕҮ (әмәл-таҡыл ит-) ҡ. ҡар. әмәлләү 3. Имсе әмәл-таҡыл итте. Тоҙ менән әмәл-таҡыл итеү. Зәхмәттән әмәл-таҡыл итеү. ■ [Ғәрифә:] Юҡ инде, атаһы, әмәл-таҡыл итәйек, ныҡлап ауырып китеүең бар бит. Н. Мусин.
ӘМӘЛ-ТАҠЫЛ ҠЫЛЫУ (әмәл-таҡыл ҡыл-) ҡ. ҡар. әмәлләү 3. V [Әбей:] Минән йәшермә, әйт, эҫе мәлендә әмәл-таҡыл ҡылып ҡалайыҡ. Т. Сәғитов.
ӘМӘЛ-ТАҠЫМ и. һөйл. ҡар. әмәл-таҡыл.
Әмәл-таҡым белеү. Әмәл-таҡым эшләү. Әмәл-таҡым менән дауалау.
ӘМӘЛҺЕҘ I (Р.: безвыходный; И.: hopeless; T.: çaresiz) с.
Әмәлдән (1) мәхрүм; сараһыҙ. □ Безвыходный, безысходный. Әмәлһеҙ донъя. Әмәл-һеҙ булыу. Әмәлһеҙ тороп ҡалыу. М Зариф та, мин дә, шундай шыма отолоуыбыҙҙы төшөнөп, әмәлһеҙҙән көлөштөк. Й. Солтанов.
ӘМӘЛҺЕҘ II (Р.: безмерно; И.: no end of; T.: ölçüsüz) р. диал. ҡар. ныҡ II, 6.
Саманан тыш. □ Безмерно, безгранично. Әмәлһеҙ ҡайғырыу. Әмәлһеҙ арыу. Әмәл-һеҙ шатланыу. ■ Көн әмәлһеҙ эҫе, томра. Ж. Кейекбаев.
ӘМӘН (Р.: точно; И.: right to a tee; T.: tam) р. иҫк.
Хас, нәҡ. □ Точно, точь-в-точь. ■ Сәхрәләрҙә бер гөл күрҙем, әмән дә ул алтынға манған. Мөнәжәттән.
ӘНБИӘ [ғәр. (Р.: пророк; И.:
prophet; T.: enbiya) и. дини. ҡар. пәйғәмбәр.
Алланың теләген, шартын башҡарып торған әҙәми зат; Алланың илсеһе. □ Пророк. /
301