Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 302 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭНЕЙ
Пророческий. М Йәрҙе һөймәк, ғишыҡ тот-маҡ — әнбиәләр сөннәте. Мөнәжәттән.
ӘНЕЙ и. диал.
1. ҡар. әсәй. Әней булыу. Әнейгә оҡшау. Әней менән кәңәшләшеү.
2. Ирҙең әсәһе (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың әсәһе (иренә ҡарата)', ҡәйнә. □ Свекровь, тёща. Өлгөлө әней. Әнейҙе ҡотлау. Әней менән донъя көтөү.
ӘНЕҮ (Р.: вдохновение; И.: inspiration; T.: ilham) и. диал. ҡар. дәрт I, 1.
Эшкә, тормошҡа булған ашҡыныу тойғоһо, рухи күтәренкелек, ҙур теләк; илһам. □ Вдохновение, воодушевление. Әнеү килеү. Әнеү менән эшләү. Әнеүе ҡайтҡан, эшен ташлап ҡуйҙы.
ӘНИС I [лат. anisum} (Р.: тмин обыкновенный; И.: caraway; T.: karaman kimyonu) и. бот.
1. Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, эфир майы биргән хуш еҫле үлән. □ Тмин обыкновенный (лат. Сагит carci). Аҡ әнис. Ҡара әнис. Әнис сәсеү. Хуш еҫле әнис. Әнис таждарын киптереү.
2. Шул үләндең орлоғо. □ Анисовое семя. Әнистән төнәтмә. Әнис майы. ■ Был үләндең [әнистең] хуш еҫле, әскелтем тәм биргән ваҡ ҡына орлоҡтары аҙыҡ-түлек сөнәғәтендә тәмләткес булараҡ, парфюмерияла, шарап етештереүҙә бик киң ҡулланыла. «Йәшлек», 28 апрель 2009.
ӘНИС II (Р: черёмуховая смола; И.: kind of resin; T.: idris katranı) и. диал.
Муйыл ағасы сайыры. □ Черёмуховая смола. Әнис йыйыу.
ӘНИС АЛМАҺЫ (Р.: анисовка; И.: anise apple tree; T.: elmanın bir türü) и. бот.
Алманың бер сорты һәм уның алмаһы. □ Анисовка (сорт яблок). Хуш еҫле әнис алмаһы. Әнис алмаһынан ҡайнатма. Әнис алмаһын һаҡлау.
ӘНИС МАЙЫ (Р.: анисовое масло; И.: anis seed oil; T.: kimyon tohumu yağı) u.
Әнис орлоғонан алынған май. □ Анисовое масло. Әнис майы менән ышҡыу. Әнис майын дауалауҙа ҡулланыу.
ӘНКӘЙ и. диал. ҡар. әсәй. Әнкәйҙең һүҙе. Әнкәйҙең фатихаһы. М Йәмле үҙәндең яры
бейек, менә алмаҫһың да, әнкәйем; аҡ таҫтарҙарың керләнде иһә, йыуа ла алмаҫһың, әнкәйем. Сеңләүҙән.
ӘНКӘЛ (Р.: крупно нарезанная лапша; И.: sort of large noodles; T.: iri erişte) и. диал.
Эре итеп ҡырҡылған һалма. □ Крупно нарезанная лапша. Әнкәл ҡырҡыу. Ашҡа әнкәл ташлау. Әнкәл ҡайнатыу.
ӘННӘН (Р.: затем; И.: then, next; T.: sonra) р. диал. ҡар. унан.
Берәй эш-хәл булғандан һуң; аҙаҡ. □ Затем. Әннән хәл һорашты. Әннән эш башлау. Әннән китеп барҙы.
ӘНТЕК (Р.: слабый; И.: weak; rickety; T.: zayıf, kuvvetsiz) с. һөйл.
1. Көсһөҙ, хәлһеҙ. □ Слабый, изнурённый. Әнтек мал. Әнтек малай булып сыҡты.
2. күсм. Эшкә булдыҡһыҙ, йүнһеҙ. □ Неспособный, бестолковый. Бер әнтек әҙәм ине. Әнтек, бар белгәне алдашыу.
ӘНУАҒ [ғәр. Ijjl] (Р.: разнообразный;
И.: multifarious; T.: enva) с. иҫк. кит.
Һәр төрлө. □ Разнообразный, различный. Әнуағ емеш. ■ Ашау-эсеү фәләндәрҙең күреп үткәрҙем әнуағын. М. Ғафури.
ӘНҮӘР [ғәр. jljjI] (Р.: лучезарный; И.: effulgent; T.: enver) с. иҫк. кит.
Нур бөрккән, нурлы. □ Лучезарный, лучистый, сияющий. ■ Салауат — Урал балаһы, Салауат — йөрәк ҡәғбәһе, ерҙә әнүәр кәүҙәһе, күктә зәңгәр шәүләһе. Ш. Бабич.
ӘНҺАР [ғәр. jlfrjl] (Р .: река; И.: stream; brook; Т.: enhar) и. иҫк. кит.
Йылға, һыу. □ Река; ручей. Шәп ағышлы әнһар. Тар ғына әнһар аға. Кескәй генә әнһар.
ӘНЧИ БАРМАҠ (бармағы) (Р.: мизи нең; И.: little finger; T.: serçeparmak) и. диал. ҡар. сәтәкәй.
Ҡул-аяҡтың ситтәге иң бәләкәй бармағы. □ Мизинец. Әнчи бармағы киҫелгән. Әнчи бармаҡ шешеү. Әнчи бармаҡтың тырнағы төшөү.
ӘНЧҮР (Р .: малёк; И.: whitebait; T.: balık yavrusu) и. диал. ҡар. селбәрә.
Иң ваҡ йылға балығы. □ Малёк, мальки. Был күлдә әнчүр бар. Йылғала әнчүр өйөрө менән йөрөй.
302