Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 303 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҢГӘМӘЛӘШЕҮ
ӘНӘСӘ I (Р.: крупная лапша; И.: handmade noodles; T.: büyük erişte) и. диал. ҡар. ҡул һалмаһы.
Ҡамырҙы ҡул менән өҙөп яһаған һалма.
□ Крупная лапша (которую просто рвут руками). Энәсәне өҙәһең дә, менә һиңә өҙмә һалма була. Энәсәнән сумар бешереү.
ӘНӘСӘ II (Р.: лепёшка; И.: kind of cake; T.: çörek) и. диал. ҡар. өшә I, 1.
Ваҡ ҡына итеп бешерелгән сөсө икмәк. □ Лепёшка. Энәсә бешереү. Энәсәне һындырып һалыу.
ӘНӘСӘ III (Р.: мизинец; И.: little finger; T.: serçeparmak) и. диал. ҡар. сәтәкәй.
Ҡул-аяҡтың ситтәге иң бәләкәй бармағы.
□ Мизинец. Энәсәне ауырттырыу.
ӘҢГЕРӘҮ (әңгерә-) ҡ. диал. ҡар. әлһерәү. Эҫенән әңгерәү.
ӘҢГЕШ (Р.: шмель; И.: bumble-bee; Т.: yabanarısı) и. диал. ҡар. иңкеш.
Бал ҡорттары ғаиләһенә ингән йомро йөнтәҫ эре бөжәк. □ Шмель. Эңгеш ояһы. Эңгеш быжылдауы. Эңгештән сағылыу.
ӘҢГӘМӘ (Р.: беседа; И.: conversation, talk; T.: konuşma, sohbet) и.
1. Ике йәки күмәк кеше һөйләшкән төрлө һүҙ. □ Беседа, разговор; собеседование. Биш минутлыҡ әңгәмә. Әңгәмәне дауам итеү. Әңгәмә бүленеү. Өлкәндәр менән әңгәмә, я Бала саҡта уҡ ат ене ҡағылған Йәнтимер өсөн бындай әңгәмә йән рәхәте ине. М. Кәрим. Тыныс ҡына, үҙ ағышы менән барған әңгәмәнең көйләнеүенә шатланған Хәким Гөльямал әйткән һүҙҙе шунда уҡ элеп алды. Я. Хамматов. Ирҙәр яғы йәнле әңгәмәгә әйләнде. Һ. Дәүләтшина.
2. Үҙ-ара фекер алышыу, аң бирешеү өсөн һөйләшкән һүҙ. □ Беседа, обмен мнениями. Әңгәмә ҡороу. Әңгәмә үткәреү. Я Әле лә ул [Хашим] Камалетдинов менән булған әңгәмәһен ҡайтанан-ҡайта күңеленән үткәрә, иҫенә төшөргән һайын күңеленә рәхәт, йылы тулҡын йүгерә. Т. Ғарипова.
3. Төрлө хәл тураһында һөйләгән хәбәр.
□ Притча, рассказ. Әңгәмә һөйләү. Ҡыҙыклы әңгәмә. Әңгәмә өҙөлөү. М Әңгәмәгә әүрәп көлөшкән һалдаттар төрлөһө төрлө яҡҡа һибелделәр. Я. Хамматов. Әлеге күлдәрҙең
барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай әңгәмә йөрөй. М. Кәрим.
4. күсм. Ҡыҙыҡ ваҡиға, ҡыҙыҡ хәл. □ Забава, потеха, шутка. Әңгәмә табыу. Әңгәмәгә көлөшөү. ■ Шәрифулла ағай бик серле тауыш менән нимә тураһындалыр әңгәмә һөйләй. М. Кәрим.
♦ Әңгәмә һатыу күмәкләшеп һөйләшеү; гәпләшеү. □ Судачить, болтать. Ишек алдында әңгәмә һатыу. Ҡарсыҡтар әңгәмә һата. М Бер нисә кеше түңәрәк яһап алғандар ҙа көлөшә-көлөшә ишеткәндән-күргән-дән әңгәмә һатып ултыралар. С. Агиш.
ӘҢГӘМӘЛӘҮ (әңгәмәлә-) (Р.: потешаться; И.: amuse; T.: eğlendirmek) ҡ.
Ҡыҙыҡ итеү; шаяртыу, мәрәкәләү. □ Потешаться, шутить. Шаяртып әңгәмәләү. Балаларҙы әңгәмәләү.
ӘҢГӘМӘЛӘШ и. ҡар. әңгәмәсе I. ■ Михаил үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнә, әңгәмәләш тапһа, бәхәсләшергә керешә. Ә. Хәкимов.
ӘҢГӘМӘЛӘШЕҮ (әңгәмәләш ) (Р.: беседовать; И.: converse, hold discourse with; T.: sohbet etmek) ҡ.
1. Икәүләп йәки күмәкләп һөйләшеү, әңгәмә алып барыу, гәпләшеү. □ Беседовать, разговаривать. Әңгәмәләшеп ултырыу. Әңгәмәләшеп сәй эсеү. Аҡһаҡалдар менән әңгәмәләшеү. ■ [Старшина] оҙон юлға сығыусыларға, яҡшы аттарын һайлап, юл нәфәҡәләрен әҙерләшеп, әңгәмәләшкәндең икенсе таңында уҡ сәфәр оҙатты. Ғ. Хөсәйенов. Вәғәҙә — иман! — тип сабыр ғына әңгәмәләшкән өләсәһенә аптырап ҡараны ул [Барсынбикә]. Т. Ғарипова. Әсә менән ул, оҙаҡ ҡына йәшәйештең яҙылмаған ҡанундары хаҡында әңгәмәләшеп, көскә йоҡоға талды. Р. Байбулатов.
2. Үҙ-ара фекер алышып һөйләшеү. □ Беседовать, проводить беседу. Балалар менән әңгәмәләшеү. Әңгәмәләшеп алыу. Дәрес барышында әңгәмәләшеү.
3. Үҙ-ара шаярып һөйләшеү; мәрәкәләшеү. □ Шутить. Бер аҙ әңгәмәләшеп алыу. Н Был көндө улар [Сарыбай менән Ҡарабай], дуҫтарса әңгәмәләшеп, уйын-көлкө менән
303