Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 304 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҢГӘМӘСЕ
күңел асып уҙғаралар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ӘҢГӘМӘСЕ I (Р.: собеседник; И.: interlocutor; confabulator; T.: muhatap) и.
Кем менәндер һөйләшеүсе, фекер алышыусы. □ Собеседник. Иғтибарлы әңгәмәсе. Әңгәмәсене тыңлау. Әңгәмәсене ҡыҙыҡһындырыу. Я Мәҙинә, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, әңгәмәсеһенә төбәлеберәк ҡараны. Т. Ғарипова. [Яманғолов] әңгәмәсеһен ышандырырға теләгәндәй, ҡоласын йәйҙе. X. Тапаҡов.
ӘҢГӘМӘСЕ II с. һөйл. ҡар. әңгәмәсел 1. Әңгәмәсе ҡарт.
ӘҢГӘМӘСЕЛ (Р.: любящий разговаривать; И.: apt to converse; T.: sohbeti seven) c.
1. һөйләшергә яратыусан, һүҙгә оҫта. □ Любящий разговаривать. Әңгәмәсел кеше. Әңгәмәсел олатай.
2. диал. Шаяртырға яратыусы, мәрәкәсел. □ Любящий шутить. Әңгәмәсел ҡарт. Бик ныҡ әңгәмәсел. Әңгәмәселгә үпкәләмә.
ӘҢГӘҺЕРҘӘЙ (Р.: здоровенный; И.: beefy; T.: sapasağ, kocaman) с. диал. ҡар. әзмәүерҙәй.
Ҙур кәүҙәле, көслө. □ Здоровенный, богатырский. Әңгәһерҙәй ир-егет. Әңгәһерҙәй кәүҙә.
ӘҢКӘЛ (Р.: крупная лапша, сваренная в бульоне; И.: noodles in broth; T.: et suyunda pişmiş erişte) и. диал.
Һурпала бешкән эре һалма. □ Крупная лапша, сваренная в бульоне. Әңкәл бешереү. Ҡунаҡтарға башта ит менән әңкәл бирәләр, унан һуң һурпа.
ӘПЕ I (Р.: немой; И.: mute; unlanguaged; T.: dilsiz) с. диал. ҡар. телһеҙ.
Тыумыштан һаңғырау булыуҙан йәки башҡа ауырыуҙан тел белмәгән, һөйләшә алмаған. □ Немой. Әпе кеше. Әпегә аңлатыу.
ӘПЕ II (Р.: грубый; И.: rude; T.: kaba) с. диал. ҡар. ҡырыҫ 1.
Килешһеҙ, тупаҫ ҡылыҡлы; □ Грубый, невежливый. Әпе ҡылыҡ. Әпе холоҡ.
ӘПЕКӘЙ и. диал. ҡар. әпәкәй. Әпекәй бешереү. Тәмле әпекәй. Әпекәй еҫе.
ӘПЕМ (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: yabani hindiba) и. диал. ҡар. бәпембә.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Юл ситендә әпемдәр сыҡҡан. һап-һары әпемдәр. Йомшаҡ ҡына әпемдәр.
ӘПЕН-СӨПӨН р. диал. ҡар. әҙ-мәҙ. Әпен-сөпөн генә ашау.
ӘПЕН-ТӨПӨН (Р.: как попало; И.: at random, hit-or-miss; T.: özensizce) p.
1. Тейешенсә эшләмәй; арлы-бирле генә. □ Как попало, поверхностно. Әпен-төпөн эшләү. Я [Егет — Дилбәргә:] Хәҙер бит ул эш менән шөғөлләнеүселәр быуа быуырлыҡ, — тип, ышанмайынса баш сайҡаны. — Күбе-рәге әпен-төпөн йөрөгән шабашниктар. Г. Ғиззәтуллина.
2. Унан-бынан ғына, ашығып; ашыҡ-бошоҡ. □ Кое-как; поспешно. Я Сейле-бешле ашты әпен-төпөн генә ашағандар ҙа былар [батырҙар] йоҡларға ятҡандар. Әкиәттән.
ӘПЕҮЕК (әпеүеге) (Р.: овсюг; И.: wild oats; T.: yulaf) и. диал. ҡар. ҡара һоло.
Ялбыр башаҡлы, орлоғо оҙон һолоға оҡшаған ҡый үләне. □ Овсюг. Баҫыуҙы әпеүек баҫҡан. Әпеүектән ҡотолоуы ауыр. Әпеүеккә ҡаршы көрәш.
ӘПЕҮӘ (Р.: молчаливый; И.: taciturn; Т.: suskun) с. диал. ҡар. өндәшмәҫ.
Аҙ һүҙле. □ Молчаливый. Вәт, әпеүә! Әпеүә ҡатын.
ЭПИ I (Р.: хлеб; И.: bread; T.: ekmek) и. диал. ҡар. икмәк.
Ҡамырҙан йомарлап, мейестә бешерелгән ашамлыҡ. □ Хлеб. Аҡ әпи. Әпи бешереү. Әпи ҡабартыу.
ӘПИ II (Р.: тряпичная кукла; И.: rag doll; T.: paçavra kukla) и. диал.
1. Сепрәктән эшләнгән ҡурсаҡ. □ Тряпичная кукла. Төрлө сепрәктән әпи тегеү. Әпи уйнатыу. Борон әпи тегеп уйнатҡандар.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, ауырыуҙарҙы күсерә торған нәмә. □ Кукла (которую используют в народной медицине и заговорах для переноса болезней). Әпи ағыҙыу. Я Шишмә таҙартҡанда ике әпи килеп сыҡты. «Башҡорт мифологияһы»нан.
304