ӘПСЕК
ӘПИГӨПШӘ (Р.: дягиль; И.: garden angelica; T.: melek otu) и. диал. ҡар. айыу ҡурайы.
Шыма ҡабыҡлы, ашауға яраҡлы, сәскәһе баллы көпшә (куберәк урман туғайҙарында, дымлы ерҙәрҙә уҫә)\ шыма көпшә. □ Дягиль, дягиль лекарственный; дудник лесной (лат. Angelica sylvestris). Урманда әпигөпшә уҫә. Әпигөпшә — шифалы уҫемлек. Әпигөпшә дымлы ерҙе ярата.
ӘПИПАПА (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: yabani hindiba) и. диал. ҡар. бәпембә.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Ялан тулы әпипапа. Әпипапа уҫеп сыҡҡан. Һап-Һары әпипапа.
ӘПИПӘ (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа.
Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫтәге, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ. □ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Әпипәләр оса. Әпипә канаты.
ӘПИРЕҮ (әпир-) (Р.: подавать что-л:, И.: serve with, serve to; T.: vermek) ҡ. һөйл.
Алып биреү. □ Подавать что-л. Әпиреп тороу. Аҫтан өҫкә әпиреу.
ӘП ИТЕҮ (әп ит-) (Р.: целовать; И.: give a kiss; T.: öpmek) ҡ. шаяр.
Йылы тойғонан ирен тейҙереп алыу; үбеү. □ Целовать. Әп итеп алыу. Битенән әп итеу. Сикәләрҙе әсе һыуыҡ әп итә.
ӘПКИЛЕҮ (әпкил-) (Р.: приносить; И.: bring; T.: getirmek, vermek) ҡ. һөйл.
Алып килеү. □ Приносить. Бесән әпкилеу. Кустәнәс әпкилеу. Әпкилергә ҡушыу. Әпкилеп биреу. ■ Бөксәнләп йөрөгән әсәһе Хисмәтулласа бик ҡыҙғаныс булып китте: «Әсәй, ҡана, һыуҙы уҙем әпкиләйем». Я. Хамматов. [Карт] балыҡтың елле икәнен ҡырҙан уҡ куреп торһа ла, юрый ғына курмәмешкә һалышты. — Ҡана курәйем әле, әпкил әле бында. Р. Ҡол-Дәүләт. «Әпкиләм тигәс, әпкилһен Икмәкбай миңә шул Көнһылыу угеҙен. Әпкилмәһә, башын сабып өҙәм!» — тигән батша. Әкиәттән.
ӘПКИТЕҮ (әпкит-) (Р.: уносить; И.: take away; T.: götürmek) ҡ. һөйл.
Алып китеү. □ Уносить. Ултыртып әпкитеу. Үҙе менән әпкитеу. Әйберҙе әпкитеу. Я Улаҡ эсенән аҡҡан һыу ҡырсындарҙы, таштарҙы әпкитә. Я. Хамматов.
ӘПКӘЛӘЙ (Р.: подхалим; И.: lickspittle, bootlicker; T.: yaltak) и.
Ярамһаҡ, ҡуштан кеше. □ Подхалим. Әпкәләйҙәр баҫҡан донъяны. Әпкәләйҙәр менән алышыу. ■ Арағыҙҙа юҡмы әпкәләйҙәр, эт шикелле, һауыт ялаған?! Үҙ-уҙҙәре өсөн ҡурҡа улар, юҡ, ҡурҡмайҙар ләкин Алланан. Ф. Туғыҙбаева.
ӘППӘКЕС и. диал. ҡар. әтмәкәй I, 1. Әп-пәкес өлгөрөу. Әппәкес йыйыу. Әппәкес ашау.
ӘППӘР ИТЕҮ (әппәр ит-) (Р.: прочитать молитву; И.: say prayers; T.: dua etmek) ҡ. дини. һөйл.
«Аллаһу әкбәр» тип доға ҡылыу. □ Прочитать молитву, благословить Аллаха. Бергәләп әппәр итеу. Аштан һуң әппәр итеу. М [Фәтхиә — Заһитҡа:] Бөгөн кесаҙна, атайың мәрхумдең рухынан булыр, әппәр итеп ал, улым. Я. Хамматов.
ӘПРӘКМӘН и. диал. ҡар. әрекмән.
Әпрәкмән япрағы. Әпрәкмән менән ябыу.
ӘПРӘКӘНГӘ (Р.: попусту; И.: to по purpose; T.: boşuna) р. диал. ҡар. бушҡа 1.
Файҙаһыҙға, юҡҡа. □ Попусту, впустую, понапрасну, зря. Әпрәкәнгә йөрөу. Әпрәкәнгә барып ҡайтыу. Ваҡытты әпрәкәнгә әрәм итеу.
ӘПРӘКӘНДӘН-ӘПРӘКӘН (Р.: понапрасну; И.: for nought; T.: boşuna) р. диал. ҡар. буштан-бушҡа 2.
Сәбәпһеҙ, бушҡа. □ Понапрасну, зря, необоснованно. Әпрәкәндән-әпрәкәнгә әрләу. Әпрәкәндән-әпрәкәнгә йөрөу.
ӘПРӘМ и. диал. ҡар. әрекмән. Әпрәм уҫкән ер. Әпрәм сәсәге. Әпрәм кеуек йәбешеу.
ӘПСЕК (әпсеге) (Р.: овсюг; И.: wild oat; T.: yulaf) и. диал. ҡар. ҡара һоло.
Ялбыр башаҡлы, орлоғо оҙон һолоға оҡшаған ҡый үләне. □ Овсюг (лат. Avena fatua). Әпсек супләу. Әпсек шытыу. Баҫыуҙы әпсек баҫҡан.
305