Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 518 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРҘАМСАН
тельный, служебный. Ярҙамлыҡ исем. Ярҙамлыҡ ҡылым. Ярҙамлыҡ һуҙ. ■ Башҡорт теле ярҙамлыҡ ҡылымдар менән яһалған һуҙбәйләнештәргә бик бай. 3. Ураҡсин.
ЯРҘАМСАН с. диал. ҡар. ярҙамсыл. Ярҙамсан кеше. Ярҙамсан бала. Ярҙамсан булыу.
ЯРҘАМСЫ I (Р.: помощник; И.: deputy; helper; T.: yardımcı) и.
1. Эштә, тормошта һ. б. нимәгәлер булышлыҡ иткән, ярҙамлашҡан кеше. □ Помощник, подсобник. Я Балаларҙы бағыуҙа төп ярҙамсы булып баш бала Миңлебанат ҡалды. И. Аҡъюлов. Кәбир Баймырҙала эште яҡын ярҙамсыларына - Биҡташевҡа, Кама-ловҡа, Дилбәргә тапшырып, уҙе Нурлыға килде. Яр. Вәлиев. Өләсәһенең берҙән-бер ярҙамсыһы Фәузиә ҡаршылашып торманы, йәһәт кенә кейенеп, аяғына ҡуңалтаҡ килеш башмаҡ сабатаһын эләктереп, һоҫҡо тотоп куршеләргә йугерҙе. И. Ғиззәтуллин.
2. Етәксегә туранан-тура буйһоноп, уға ярҙам иткән вазифалы кеше. □ Помощник, ассистент. Капитан ярҙамсыһы. Машинист ярҙамсыһы. Тракторист ярҙамсыһы. Ярҙамсы булыу. Ярҙамсы итеп ҡуйыу. Ярҙамсыһыҙ эшләу. М Ғайсин уҙенең ярҙамсыһын саҡыртты һәм уға Сергейҙың утенесен ҡабатлап әйтте. А. Абдуллин. Отрядтың начальнигы итеп Демидовты, ә уға ярҙамсы итеп Владимир Вольфты билдәләнеләр. А. Карнай. Оло тантанаға өс көн ҡалғас, генерал-губернатор уҙенең ярҙамсыларын йыйып алды. 3. Ураҡсин.
ЯРҘАМСЫ II (Р.: подсобный; И.: subsidiary; T.: yardımcı) с.
Өҫтәмә, ҡушымта булған. □ Подсобный, вспомогательный, служебный. Ярҙамсы эштәр. Я Үҙебеҙгә аҙыҡ-тулек әҙерләнек ярҙамсы хужалыҡта, - тигән булды Дамир. Р. Байбулатов. Ярҙамсы эштәрҙе иһә куп-селек осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар башҡара. Ә. Байрамов. Ниндәйҙер ваҡытҡа ярҙамсы самолёт куҙҙән яҙҙы, тик бер-ике секундтан тағы ла ҡайҙандыр килеп сыҡты, был юлы ул юғарыраҡ һәм икенсе яҡтараҡ оса ине. А. Мағазов.
ЯРҘАМСЫЛ (Р.: отзывчивый; И.: responsive; T.: yardıma hazır) с.
Ярҙам итеүгә ихлас, кешегә ярҙам итеүсән. □ Отзывчивый, готовый оказать помощь. Ярҙамсыл кеше. Ярҙамсыл булыу. Халыҡ бик ярҙамсыл. М Ғәфифә әбей бер аҙға тынып ҡалды ла әйтеп ҡуйҙы: - Мәгәр, Фәсхетдин улымды әйтәм, шундай дыуамал ғәҙәте булһа ла, кешегә ярҙамсыл, яҡшы бала ул. Ғ. Аллаяров. Вася - бөтөнләй икенсе кеше, уның менән һөйләшеуе еңел, һинең етешһеҙлектәреңдән ауыҙ йырып көлөргә тормай, ярҙамсыл. Р. Байымов. Гөл-наздың әсәһе - киң куңелле, ғәжәп ярҙамсыл апай. В. Исхаҡов.
ЯРҘАМҺЫҘЛЫҠ (ярҙамһыҙлығы) (Р.: беспомощность; И.: helplessness; T.: çaresizlik) и.
Ярҙамға мохтажлыҡ. □ Беспомощность. ■ Исмаһам, тынысландырғыс уләндәр бешереп, сәй эсерәйем, тип уйланы әсә уҙенең ярҙамһыҙлығына көйөнөп. Г. Ғиззәтуллина. Һалдаттарҙың ҡараштарында ниндәйҙер бер ярҙамһыҙлыҡ, ышанысһыҙлыҡ, өмөтһөҙлөк бар. Д. Юлтый.
ЯРҘАУ (Р.: уступ; И.: steep bank with ledges; T.: çıkıntı) и. диал. ҡар. һикәлтә 1.
Кәштәләнеп торған текә яр. □ Уступ (берега, скалы). Йылға ярҙауы. Кая ярҙауы. Ярҙау буйына килеп сығыу.
ЯРҘЫҠ АС и. диал. ҡар. ярлы II. Ярҙыҡастарға ярҙам курһәтеу. Ярҙыҡасты йәлләу. Ярҙыҡас хәленә төшөу.
ЯРҘЫРЫЛЫУ (ярҙырыл-) ҡ. төш. ҡар. ярҙырыу, страд, от ярҙырыу. Ярҙырылған таҡта. Ярҙырылған бурәнә. Ярҙырылған ярма. Ярҙырылған утындарҙы өйөп ҡуйыу.
ЯРҘЫРЫУ (ярҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ярыу I. понуд. от ярыу I. Таҡта ярҙырыу. Ярма ярҙырыу. М Сауҙагәр Зарудный ҡарабойҙай ярмаһы ярҙырып һатыу эше менән шөғөлләнгән. М. Ғиләжев. Гөлзифа тураһында беренсе булып, әле Терехтала саҡта уҡ, елкәһендәге шешеген ярҙырырға медсанбатҡа барған Лёня Ласточкин Йәнтимергә ҡайтып хәбәр һалды. М. Кәрим.
♦ Тура ярҙырыу күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтеү. □ Говорить прямо, соотв. Резать
518