Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 519 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРҠА ЙҮКӘ
правду в глаза. ■ Уҡытыусының, Ҡуштирәк ғәҙәтенсә, тура ярҙырыуынан Матростың йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе. Ә. Хәкимов. Эре ярҙырыу эре һөйләшеү, эре ҡыланыу. □ Высокомерничать. М Бикбай үҙе тураһында һүҙ барғанда бик эре ярҙыра торған егет ине. И. Насыри.
ЯР ЕЛӘГЕ I (Р.: ежевика; И.: blackberry; T.: böğürtlen) и. диал. ҡар. ҡара бөрлөгән.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәкле үрмә һабаҡлы туғай үҫемлеге һәм уның емеше. □ Ежевика. / Ежевичный (лат. Rubus). Яр еләге ашау. Яр еләге йыйыу. Яр еләге ҡайнатмаһы.
ЯР ЕЛӘГЕ II (Р.: волчья ягода; И.: meze-reon; T.: mezaryon) и. диал. ҡар. бүре еләге.
Ашарға ярамаған ҡыҙыл емешле, ваҡ япраҡлы ҡыуаҡ һәм уның емеше. □ Волчья ягода, волчье лыко (лат. Daphne mezereum). Яр еләге ашап ағыуланыу. Яр еләге бешкән. Яр еләге япрағы.
ЯРИӘ [ғәр. âjjU] (Р.: рабыня; И.: female slave; T.: cariye) и. иҫк. ҡар. йәриә.
1. Ҡол ҡатын; хеҙмәтсе ҡатын. □ Рабыня; наложница; служанка. Яриә тотоу. М Имеш-тер, Болғар хандарының береһе ҡыҙын рус кенәзенә кейәүгә биргәс, уға ҡолсо-иптәш булырҙар тип, яриәләрен, ялсыларын да эйәртеп ебәргән, ти. Ғ. Ибраһимов.
2. Күңел һөйгән, ғишыҡ уятҡан ҡатын-ҡыҙ; һөйәркә. □ Возлюбленная, любимая; любовница. Яриәм минең. Яриәләр тотоу.
ЯРКӨЙӨЛДӨҺӨ (Р .: малый кроншнеп; И.: lender-billed curlew; T.: küçük kervan-çulluğu) и. зоол.
Төньяҡ ярымшарҙың йылға буйҙарында һәм һаҙлыҡтарында йәшәй торған кәкре суҡышлы ҡош. □ Малый кроншнеп (лат. Numenius tenuirostris). Яр көйөлдөһө ояһы. Яр көйөлдөһө йомортҡаһы. Яр көйөлдөһө бала сығара.
ЯР КҮБЕК (Р.: очень много; И.: no end of; T.: çok) р. диал. ҡар. күп I.
һаны, күләме ғәҙәттәгенән артыҡ; иҫәпһеҙ, һанһыҙ. □ Очень много. Яр күбек халыҡ. Яр күбек мал. Яр күбек булып йыйылып бара кеше.
ЯР КҮРӘНЕ (Р.: осока береговая; И.: greater pond sedge; T.: bir çeşit kamış) и. бот.
Дымлы урындарҙа үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән. □ Осока береговая (лат. Carex riparia). Яр күрәне ҡыяғы. Яр күрәне башағы. Яр күрәне үҫкән урын.
ЯРҠА I (Р.: плаха; И.: block; T.: odun, kütük) и.
1. Ярған утын ағасы. □ Плаха, плашка, полено. Ҡайын ярҡа. М Һүрелә төшкән сыуалға бер нисә ярҡа утын өҫтәнем. С. Кулибай. Түрбаш яҡта килене Бибеш, боҫо-рап-бышылдап ятҡан сей усаҡ ярҡаларын тоҡандыра алмай, усаҡҡа өфөлдәп өрөп маташа. 3. Биишева. Сәлим, әҙер ярҡаларҙы сәрпәкләп, тиҙ үк ут тоҡандырҙы. С. Шәрипов. • Ярлы өҫтөнә ярҡа йығылыр. Мәҡәл.
2. Нимә лә булһа яһау өсөн ярып әҙерләнгән ағас. □ Плаха. Ярҡа ярыу. ■ [Салих:] Туғын заводына ярҡа юныусы булып керҙем. Ғ. Хәйри. Саңғы юныр өсөн ярҡа әҙерләргә тотондолар. Н. Мусин. Зөлхәмирә, ишетелер-ишетелмәҫ кенә көй көйләп, йыуан ярҡаларҙан һалынған киң баҫма өҫтөндә кер сайҡай ине. И. Ноғманов.
♦ Ярҡалай, ярҡа кеүек бик ныҡлы, эре кәүҙәле, ҙур, һауһаҡ. □ Крепкий, крепыш. Бынау кеше ярҡа кеүек, һыйыры ярҡалай. ■ Ярҡалай кәүҙәһен ауыр ҡуҙғалтып, Мәм-бәтсура турайыбыраҡ ултырҙы. Н. Мусин. • Бай балаһы маңҡалай, ярлы балаһы ярҡалай. Мәҡәл.
ЯРҠА II (Р .: кусок; И.: piece; T.: parça) и.
Нимәнеңдер бер киҫәге, өлөшө. □ Кусок, часть чего-л. Бер ярҡа бәрәңге. Итте ярҡа-ярҡа итеп телгеләү. ■ Таҡта ярҡалары табып, [Барый] ишек-тәҙрәне арҡыс-торҡос ҡаҙаҡланы. Ғ. Хисамов.
ЯРҠА БҮРӘНӘ (Р .: пластина из дерева; И.: board; half-beam; T.: tahta, levha) и.
Ярылған бүрәнә. □ Пластина из дерева; доска. Ярҡа бүрәнә әҙерләү. Ярҡа бүрәнәләрҙе өйөп ҡуйыу. Ярҡа бүрәнәнән эскәмйә яһау.
ЯРҠА ЙҮКӘ (Р.: твёрдое лыко, приготовленное для плетения лаптей; И.: sort of bast; T.: ayakkabı yapmak için hazırlanan ıhlamur) и. диал.
519