Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 520 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРҠАЙЫУ
Сабата үреү өсөн әҙерләнгән ҡаты йүкә. □ Твёрдое лыко, приготовленное для плетения лаптей. Ярҡа йукә әҙерләу. Ярҡа йукәне ҡоймаға элеу. Ярҡа йукәнән сабата уреу.
ЯРҠАЙЫУ (ярҡай-, ярҡая) (Р.: быть очень толстым; И.: be too fat; T.: kalınlaşmak) ҡ.
1. Ныҡлы, йыуан булыу. □ Быть очень толстым, упитанным; толстеть, растолстеть. Ярҡайып ултырыу. Ярҡайып китеу. Ярҡайып йөрөу. ■ Дөрөҫ әйтә [Иҫәкәйҙең] бисәһе, хәҙер ҡырҡ йылға яҡын донъя көткәндән аҙаҡ кәуҙәһе ярҡайып, ауырайып китһә лә, йәш сағында арыу уҡ йылғыр ҙа, сая ла була торғайны [Кинйәһолтан]. Н. Мусин.
2. диал. Йәйелеп ултырыу. □ Сидеть развалившись. Дәу ҡатын уфылдап килеп ултырғысҡа ярҡайҙы.
ЯРҠАЛАУ (ярҡала-) (Р.: делать плахи; И.: cut wood with the grain; T.: tahta yapmak) ҡ.
Ярҡа итеү, ярҡа яһау. □ Делать плахи. Ярҡалап ярыу. Ярҡалап ярып ойоу. ■ Төҙөлөш материалына 6 метрлыҡ йыуан бурә-нәләр бысалар, Баймаҡ халҡына ярҡалап, юнлап утын, Тубә шахтаһы өсөн 18-25 см диаметрлы 2 метр 25 см оҙонлоғонда «креп» ҡырҡып штабелгә өйәләр. «Һаҡмар», 18 сентябрь 2014.
ЯРҠАЛЫ (Р.: неровный; И.: uneven-spun; T.: düzensiz (iplik) с. диал. ҡар. төйөрлө 1.
Төйөрө булған, эремекле (йөн тураһында). □ Неровный (о шерсти, пряже). Ярҡалы йөн. Йөндө тетмәһәң, ярҡалы була.
ЯР ҠАРЛУҒАСЫ (Р.: ласточка-береговушка; И.: bank swallow; T.: kum kırlangıcı) и. зоол.
Ҡарлуғастар ғаиләһенән булған бәләкәй генә күсмә ҡош. □ Ласточка-береговушка (лат. Riparia riparia). я һыу алғыс эргәһендә яр ҡарлуғастарының оялары бар. Б. Бикбай.
ЯРҠУНАЙ (Р.: хвастливый; И.: boasting; T.: övüngen) с. диал. ҡар. маҡтансыҡ I.
Үҙен-үҙе шәпкә сығарып һөйләгән. □ Хвастливый, кичливый. Ярҡунай егет. Яр-ҡунай кеше. Ярҡунай ҡатын. Ярҡунай ир.
ЯРҠЫРАУ (ярҡыра-) ҡ. диал. ҡар. ялтырау. Я [Буҙйегеттең] ғәзиз йәне ҡыйналып ергә төштө, айҙай йөҙө ярҡырап ергә төштө. «Буҙйегет».
ЯРЛАНЫУ (ярлан-) (Р.: быть обрывистым; И.: be steep-sided; T.: dik, yüksek olmak) ҡ.
1. Яр һымаҡ, текә, бейек булыу. □ Быть обрывистым, высоким. Я Был ваҡытта ирҙәр бер һыуһын сабып, ярланып ҡалған бесән бакуйҙарын буйлап, айран эсергә йылғаға төшөрҙәр ине. Ш. Янбаев.
2. Өҫкә табан сығып тороу. □ Выступать, быть выпуклым. Ҡабағы ярланып тора. Я Сурағолдоң асыуы ҡабарҙы, төҫтәре ағарып, ярланып торған ҡабағы аҫтынан һөҙә ҡараған ҡара куҙҙәре старшинаның ҡотон алды. Т. Хәйбуллин.
ЯРЛАУ (Р.: обрыв; И.: precipice; Т.: yar) и.
1. Ярға оҡшап торған текә урын. □ Обрыв. Тәрән ярлау. Я Тирә-яҡта ҡуйы урман, тәрән ярлауҙар. Ғ. Ибраһимов. Ана, ағай, баҫма шылып төшкән, ағып китмәгән, - тине Фәриҙә, ярлау буйлап һуҙылып ятҡан һайғауҙарҙы куреп ҡалып. Г. Яҡупова. Егет, уҡшый яҙып, ярлауҙан ҡырсынға төштө, иңкәйерлек куләуек тапҡас, ҡулын ҡом менән оҙаҡ ышҡып йыуҙы, гуйә, бөткөһөҙ бысраҡҡа буялды. С. Шәрипов.
2. Һыу төбөндәге ҡапыл текә булып төшкән ер; соңғол, ялдым. □ Омут. Я һыйырҙар йылға аша сыға башланы. Ағым бер һыйырҙы тубәнләтеп алып китте. Ә аҫта ярлау. Ә. Вахитов. Һуҡмағым мине тәрән бер ярлауға килтереп сығарҙы, уның төшөр ере утә текә ине. Әкиәттән. Ул [Алтынсәс] бәләкәй сағынан уҡ һыуҙан ҡурҡа, сөнки йөҙөргә өйрәнер-өйрәнмәҫ, Ҡаҙаяҡтың семәкәй ярлаулы ерендә сумып, саҡ батмай ҡалғайны. Ә. Хәкимов.
ЯРЛАУЫҠ (ярлауығы) и. диал. ҡар. ярлау 2. Я Мин, өйгә табан китмәйенсә, уңға, ярлау ыҡ аҫтындағы Хәйернас шишмәһенә боролдом. Р. Сабитова.
ЯРЛЫ I (Р.: бедный; И.: poor; T.: yoksul, fakir) с.
520