Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 521 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРЛЫҠАУ
1. Йәшәү өсөн мөмкинлеге етерлек түгел, донъя кәрәге бик етешһеҙ; фәҡир; киреһе -бай. □ Бедный, неимущий. Ярлы кеше. Ярлы халыҡ. Ярлы тормош. Ярлы булыу. Ярлы йәшәу. ■ Ярлы егет Ирғәле Бәхтийәров Ағиҙел буйындағы Арғымаҡ ауылына килгән ҡыҙылдар отрядына ҡушылып, революция дошмандарына ҡаршы һуғышҡа китә. Ш. Янбаев. Ярлы нәҫелдән булһа ни, хәлле йортҡа килен итеп төшөргәс, нисек тә килештереп, байбисә булып йөрөр ине әле Айһылыу. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Составында кәрәкле матдәләр, минераль тоҙҙар һ. б. кәрәкле нәмә әҙ, уңдырышһыҙ. □ Бедный, скудный чем-л. Ярлы руда. Азотҡа ярлы тупраҡ.
3. кусм. һай йөкмәткеле; эстәлеге сикле (сәнғәт әҫәрҙәренә ҡарата). □ Бедный, убогий, скудный, неинтересный. Ярлы фекер. Ярлы әҫәр. Пьесаныц икенсе куренеше ярлы. Ярлы һурәтләнеу. М Ошо илаһи матурлыҡ эсендә тыуған, уҫкән, йәшәгән кешеләр рухының ярлы булыуы мөмкинме ни? Ф. Чанышева.
ЯРЛЫ II (Р.: бедняк; И.: poor man, pauper; T.: yoksul, fakir) u.
Йәшәү өсөн мөмкинлеге етерлек түгел, донъя кәрәге бик етешһеҙ булған кеше; фәҡир. □ Бедняк. Ауыл ярлыһы. Ш Илдә тыныслыҡ урынлашҡас, Баяс Кусей ауылындағы һылыу ғына ярлы ҡыҙын кәләш итеп ала. Я. Хамматов. Әхиәр ярлы балаһы булыуы, көтөу көтөп уҫеуе, Дөмәй баҙарҙарына йыш барып йөрөуе хаҡында һөйләне. С. Поварисов. • Бай - бай өсөн тырышыр, ярлы - ярлыға булышыр. Әйтем. Байға барымта юҡ, ярлыға ҡарымта юҡ. Мәҡәл. Байға ялынам тип, ярлының йөҙ һумлыҡ хаҡы сыҡты. Әйтем.
ЯРЛЫ III (Р.: бедно; И.: miserably, poorly; T.: sefil bir halde) p.
Мохтаж булып, етешһеҙ тормошта. □ Бедно. Ярлы йәшәу. Ярлы көн итеу. ■ Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бер бабай. Бик ярлы йәшәгәндәр, етмәһә, ҡартайып та киткәндәр. Әкиәттән.
ЯРЛЫҠ (ярлығы) (Р.: ярлык; И.: yarlyk; T.: yarlık) и.
1. тар. Хандарҙың яҙма бойороғо йәки грамотаһы. □ Ярлык, письменный указ, грамота. Хан ярлығы. Ярлыҡ биреу. Я Кинйәнең белеуенсә, аҡ батша Иван Васильевич, уҙенә табиғ булып баш орған башҡорттарҙы аҫабалыҡ хоҡуғына малиҡ итеп, уларға элекке нуғай кенәздәренең урҙуғаһы һарай-сыҡҡа саҡлы бөтә Яйыҡ буйҙарында ла йәйләргә, кулдәренән тоҙ алырға ярлыҡ биргән. Ғ. Ибраһимов. Әмирҙең ҙур аҡ тирмәһендә мең, йөҙ баштары, оло мырҙалар, әмәлдарҙар алдында тантаналы төҫтә Туҡтамыш хан исеменән Боғараға бей дәрәжәһе бирелде, быға тарханлыҡ ярлығы өҫтәлде. Ә. Хәкимов.
2. Төрлө нәмәгә, тауарға атамаһын, күләмен, эшләнгән урынын һ. б. мәғлүмәттәрен яҙып йәбештергән ҡағыҙ. □ Ярлыҡ, этикетка. Багаж ярлығы. Тауарҙың ярлығы. Шешә ярлығы. Я [Көнһылыу:] Ғилемдар, бынауы магазин ярлығын өҙөп ташлайыҡ әле. Д. Исламов.
3. кусм. һөйл. Ғәҙәттәге ҡалып буйынса бирелгән баһа. □ Ярлык (оценка, характеристика). Ярлыҡ йәбештереу. 1 Солта-новҡа бынан «эшләй алманы» тигән ярлыҡ алып китеуҙең һис кәрәге юҡ ине, был уның артабанғы ынтылыштарына кәртә буласаҡ. Н. Мусин. Бер туҡтауһыҙ тәнҡитләргә, эш бармауҙа, магазин кәштәләрендә кәрәкле әйбер булмауҙа власть кешеләренә ярлыҡ тағырға өйрәндек. Д. Бүләков.
ЯР Л ЫҠ АС с. диал. ҡар. ярлы I. Ярлыҡас кеше. Ярлыҡас хужалыҡ. Ярлыҡас крәҫтиән.
ЯР Л ЫҠ АТЫУ (ярлыҡат-) ҡ. йөкм. ҡар. ярлыҡау, понуд. от ярлыҡау. ■ Мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, ярлыҡата. М. Кәрим.
ЯРЛЫҠАУ (ярлыҡа-) (Р.: миловать; И.: have mercy upon; T.: affetmek) ҡ.
Ғәйеп-гөнаһты ғәфү итеү; кисереү. □ Миловать, прощать кого; отпускать грехи кому. // Помилование, прощение. Кешене ярлыҡау. Ярлыҡау һорау. М Мәскәуҙең ҙур батшаһы, бөтә боласыларҙы ярлыҡайым, тип, илгә хәбәр ташланы. «Юлай менән Салауат». Әммә ғәйебе бөтә армияға фаш ҡылынған сержант Зухты ҡурсалау, ярлыҡау яуаплылығын өҫтөнә алманы [комбриг].
521