ЯРЛЫҠАШ
М. Кәрим. Ҡан-бабалар куктән ярлыҡау һорап ғибәҙәт ҡылған. Б. Рафиҡов. Элек яуға сыҡҡандар ҙа, Силәбе тирәһендә еңелгәндән һуң таралышып, хәҙер йән һаҡлау өсөн баш ороу, ярлыҡау табыу яйын ҡайғырта. Ғ. Хөсәйенов. • Ят ярлыҡамаҫ, уҙеңдеке ултермәҫ. Әйтем.
ЯРЛЫҠАШ (Р .: вознаграждение, скреплённое указом; И.: reward; T.: ödül) и. тар.
Бойороҡ менән билдәләнгән рәсми бүләк. □ Вознаграждение, скреплённое указом. Мең һум ярлыҡаш. М [Сөләймән старшина -Батыршаға:] Һеҙҙе тотҡан кешегә мең һум ярлыҡаш тәсдиҡ ҡылынған. «Батыршаның хаты». Тәуәккәл хан, уҙенә ярлыҡашҡа тип ҡыуып килтерелгән бер өйөр йылҡыны, унан да бигерәк, өс атҡа артмаҡланған ҡиммәтле йәнлек тиреләрен кургәс, айырыуса кәйефләнә төштө. М. Ямалетдинов. Ҡараһаҡал аҡ батша грамоталары хаҡында Сәлих аҡһаҡалдан, Бәпәнәй абыздан ишеткәндәрен, Низам хаттаттың «Башҡорт тауарихын» яҙа башлауын, ошо тирәләге ил-кустәрҙең шәжәрәләрен, ярлыҡаш ҡағыҙҙарын йыйы-уын иҫкә төшөрҙө. Б. Рафиҡов.
ЯРЛЫЛАНДЫРЫУ (ярлыландыр-) (Р.: делать бедным; И.: make poor; T.: fakirleştirmek) ҡ.
1. Ярлыға әйләндереү, ярлы итеү. □ Делать бедным, обеднять кого. Кешене ярлыландырыу. И Шок терапияһы ярлыны бер көн эсендә ярлыландырҙы, аңлы интеллигенцияны фәҡир итте. Р. Камал.
2. Тупраҡтың һ. б. уңдырышлылығын бөтөрөү. □ Истощать, обеднять (снижать плодородие территории из-за нерациональной её эксплуатации). ■ Ул [Зинунә] баҫыуҙарҙы бик куп биләп торған һәм файҙаһы куп булмаған улән баҫыуҙары тураһында уйланғанда, тупраҡты ярлыландырмай, киреһенсә, уны азотлы матдәләргә байыҡтыра торған борсаҡты хәтерләне. Ә. Вәли.
3. кусм. Ниндәйҙер сифаттарҙы бөтөрөү (куңел, рух һ. б. тураһында). □ Обеднять. Рухты ярлыландырыу. Куңелде ярлыландырыу. ■ Ил тормошона байҡау яһау, бөгөнгө һәм яҡын киләсәктәге иҡтисади һәм сәйәси уҫеш йунәлештәрен билдәләу хакимдарҙың
бурысы булһа, халыҡтың куңелен дауалау, уны рухи яҡтан ярлыландырмай тормошҡа һөйөу, матурлыҡҡа табынып йәшәу кеуек сифаттар тәрбиәләу һәр саҡ һуҙ оҫталарының өҫтөнә төшкән. Н. Мусин.
ЯРЛЫЛАНЫУ (ярлылан-) (Р.: беднеть; И.: grow poor; T.: yoksullaşmak) ҡ.
1. Ярлыға әйләнеү; фәҡирләнеү. □ Беднеть, нищать. // Обеднение, обнищание. ■ Һуғыштар тынмай, халыҡ ярлылана, байҙар байый. Р. Камал. Ауылдар кешегә ярлыланды, Нурдәуләттең, ана, яртыһы ғына тороп ҡалды. Б. Рафиҡов.
2. кусм. Сифатында, составында кәрәкле нәмәләр, тоҙ һ. б. әҙәйеп, ярлыға әйләнеү. □ Беднеть, скудеть, оскудевать. // Оскудение. Тәбиғәт ярлылана. Ярлыланған тупраҡ. Баҫыуҙар ярлыланған. ■ Ил бөлдө, ҡатын-ҡыҙ, уҫмерҙәр, ҡарт-ҡоро ғына эшкәрткән ерҙәрҙең уңдырышлығы ҡалманы, ярлыланды, егер аттарҙы армияға алып китеп бөттөләр, тракторҙар ватылды. Т. Ғиниәтуллин. Сәскәләр ҙә ерҙең тик бер төрлө матдәһен - ашламаһын алғас, ер ярлыланды. С. Ильясов.
3. Ниндәйҙер сифаттар бөтөү, юҡҡа сығыу. □ Беднеть, нищать, скуднеть. М Байлыҡ ишәйгән һайын, рух ярлылана. Л. Яҡшыбаева. Бына шул [мал аҫрау] бөткәндән һуң кеше куңеле ярлыланды, йөрәге ҡатты, этлек уйлай башланы һәм, ниһайәт, ялҡаулыҡҡа өйрәнде. Н. Ҡотдосов. [Иштуған:] Бәлки, рухым ярлыланып, тупаҫланып бөтөргә лә өлгөргәндер был ваҡыт эсендә. 3. Биишева.
ЯРЛЫЛАР КОМИТЕТЫ (Р.: комитет бедноты; И.: Committee of Poor Peasants; T.: Fakirler Komitesi) и. тар.
«Хәрби коммунизм» йылдарында 1918 йылдың 11 июнендә сығарылған декрет буйынса ауыл ярлылары араһында ойошторолоп, ауылда Совет в ласын нығытыуҙа ҙур роль уйнаған ойошма. □ Комитет бедноты. ■ Ә һаҙыйҙың ике аты бар, быйыл ярлылар комитеты аша дәуләт биргән аҡсаға тай алып ебәрҙе. Р. Камал. Йыйылышҡа Ивановка ярлылар комитетының етәксеһе Никита ла килгәйне. 3. Биишева. Былтыр
522