Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 523 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРМА
бөтә олоста ауыл Советтарын яңынан һайлап, көскә таҙартып, үҙебеҙҙең ярлы-яба-ғайҙан ярлылар комитеты төҙөп кенә бөттөк тигәндә, чехтар килеп сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
ЯРЛЫЛЫҠ (ярлылығы) (Р.: бедность;
И.: poverty; T.: yoksulluk) и.
Ярлы булған хәл; фәҡирлек. □ Бедность, нищета. Ярлылыҡта йәшәу. Ярлылыҡ менән ғүмер итеү. ■ Елкәләренә мәңгелеккә менеп атланған ярлылыҡ та, етеп килгән ҡартлыҡ та Гөлғәйшәнең тыныслығын, бошонмаҫлы-ғын боҙа алмай, ул хатта төҫкә лә үҙгәреп китмәй. 3. Биишева. Бына беҙҙең Шәриф, шул көндән башлап, хәйерселәр йәйрәһенә, ярлылыҡтың да иң түбән дәрәжәһенә керҙе. М. Ғафури. • Байлыҡ аҡыл ятҡырмай, ярлылыҡ аҡыл таптырмай. Мәҡәл.
ЯРЛЫҺЫНЫУ (ярлыһын-) (Р.: считать бедным; И.: deem poor; T.: fakir sanmak kimi) ҡ.
Ярлыға һанау. □ Считать бедным, нищим кого. ■ Ҡыҙҙың атаһына барһалар, Моңкилмәҫте ярлыһынып, риза булмай тора, ти. Әкиәттән.
ЯРЛЫ-ЮҠҺЫЛ (Р.: нищие; И.: beggary, the poor; T.: fukara) и. йыйн.
Ярлы һәм юҡһылдар. □ Нищие, неимущие. ■ Ярлы-юҡһыл булыуҙарына ҡарамаҫтан, бай яғына ауып, үҙҙәрен Сурағол яҡлыларға тере дошман күрһәтә[ләр ]. Т. Хәйбуллин.
ЯРЛЫ-ЯБАҒА (Р.: нищие; И.: beggary, the poor, destitude ones; T.: fukara) и. йыйн.
Ярлы халыҡ. □ Нищие, беднота. ■ Йомшаҡ иҫке ерҙәрҙе генә һөрөп сәскән ярлы-ябағаның баҫыуында ашлыҡ тамырынан уҡ көйөп, ерҙең ҡара саңы осоп ята. 3. Биишева. Быйыл ауыл халҡының ярлы-ябағаһы нисек булһа ла тырышып-тырмашып, аҙ булһа ла иген сәсеп ҡалдырғандар. Т. Йәнәби. Ярлы-ябаға көскә осто осҡа ялғап йәшәй. И. Ноғманов.
ЯРЛЫ-ЯБАҒАЙ с. диал. йыйн. ҡар. ярлы I, 1. Ярлы-ябағай халыҡ. ■ Ул [Шәһәрбаныу], элеккесә, ярлы-ябағай бисәләргә туйғансы ҡысҡырырмын да туҡтатырмын
тип уйланы, шикелле. Эш улай булып сыҡманы. һ. Дәүләтшина.
ЯРЛЫ-ЯБАҒЫ и. диал. йыйн. ҡар. ярлы-ябаға. ■ Тирә-яҡтағы ауылдарҙың ярлы-ябағыһы Хоҙайҙың бирмеш көнөндә уға [баярға] тамаҡ хаҡына эшләгән. М. Тажи.
ЯРЛЫ-ЯЛПЫ и. диал. йыйн. ҡар. ярлы-ябаға. ■ Ярлы-ялпының елеген һурғандан-һурҙылар. Т. Хәйбуллин. Сабирҙың нигеҙҙә ябайыраҡ кешеләр, ярлы-ялпы туҡтай торған ҡунаҡханаһына килергә мәжбүр булды старшина. Н. Мусин. Ыҙа-яфа күреп интеккән ярлы-ялпы, илдәге тәҡәт тотҡоһоҙ хәлгә түҙә алмайынса, яу яраҡтарын аҫып, ярау аттарға атланды. Ғ. Ибраһимов.
ЯРЛЫ-ЯПАН и. диал. йыйн. ҡар. ярлы-ябаға. ■ Ҡөслө, форсатлыға ләззәт, хилүәт, ярлы-япан өсөн тормош тар. С. Кулибай. Түләүен түләй алмаған ярлы-япандың, күп балалы тол ҡатындарҙың аҙаҡҡы һыйырын тартып ала яһаҡсылар. Ә. Хәкимов.
ЯРМА I (Р.: крупа; И.: cereal; T.: yarma) и.
1. Төрлө бөртөклө культураларҙың орлоғон төйөп, һурҙырып, ярып йәки бөтөн көйө әҙерләнгән аҙыҡ. □ Крупа. / Крупяной. Арпа ярмаһы. Дөгө ярмаһы. Һоло ярмаһы. Манный ярмаһы. Ярма бөртөгө. Ярма төйөү. ■ Был юлы ла апайҙар, күпереп торған дебет шәлдәрен һатып, тары ярмаһы алып ҡайтмаҡсы булды. Р. Байбулатов. Ә бына күрше округта төнәген ҡарабойҙай ярмаһы таратҡандар, хатта магазин кәштәһендә күренмәгән Бразилия кофеһы биргәндәр. Д. Бүләков. Үлмәсов ҡалдырып киткән аҙыҡ араһында, белгән шикелле, биш-алты ҡаҙаҡ манный ярмаһы ла булып сыҡты. Р. Өмөтбаев. Малай аш бешереүсенән ике бәйләм банан һәм бер ус дөгө ярмаһы һорап алды. Ә. Бикчәнтәев. • Йөрөгән аяҡҡа йүрмә, йүрмә булмаһа, ярма эләгә. Мәҡәл. Өмөтһөҙҙөң итәгенә ярма һалһаң, абына-һөрөнә түгер. Әйтем.
2. миф. Байлыҡ, муллыҡ символы (миф-лаштырылған предмет). □ Крупа (мифологизированный предмет, символ изобилия, плодовитости). ■ Ҡарға бутҡаһында, йыл мул килһен, тип ярманан бутҡа бешерәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
523