Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 524 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРМА
♦ Ярма ярыу арттырып, ҡабартып һөйләү; шапырыныу; эре сирттереү. □ Бесстыдно врать, лгать; хвастаться. Я [Тәфти-зан] юҡҡа ирәймәне, ҡупырайманы, танау сөйөп борсаҡ ярманы. А. Игебаев. Ярма бөртөгөндәй әҙ күләмдә, бик аҙ, бик бәләкәй. □ Ничтожная малость. ■ Өс тәулек самаһы ярма бөртөгөндәй ҙә ризыҡ ҡапманы Михаил. X. Зарипов. [Эльза апай -Нурияға:] Тыныслан, ҡыҙым, Ҡурт ҡылған эштәрҙең ярма бөртөгөндәйе генә былар. Ә. Байрамов.
ЯРМА II (Р.: ярмо; И.: yoke; T.: halka) и. диал.
Эре малды егеү өсөн ҡулланылған ҡамыт.
□ Ярмо. Ярма яһау. Ярма менән егеу. Ярманы һарайҙа ҡалдырыу. Элек угеҙҙәрҙе баҫыу эштәренә ярма менән еккәндәр.
ЯРМА ЕЛГӘРГЕС (Р: веялка; И.: winnowing machine; T.: kalbur makinesi) и.
Ашлыҡ елгәрә торған машина; елгәргес.
□ Веялка. Ярма елгәргесте эшләтеу. Ярма елгәргес алып ҡайтыу. Ярма елгәргесте ҡулланыу.
ЯРМА ИЛӘК (иләге) (Р.: решето; И.: sieve; T.: kalbur) и. диал.
Ярма иләй торған эре иләк. □ Решето. Ярма иләк менән иләу. Ярма иләкте тотоноу. Ярма иләкте ҡулланыу.
ЯРМАҠ I (ярмағы) (Р.: ярмак; И.: sort of penny; T.: bir çeşit eski para) и. иҫк.
Уртаһында дүрткел тишеге булған боронғо ваҡ аҡса берәмеге. □ Ярмак (древняя мелкая монета с квадратным отверстием посередине). Бер ярмаҡ. Ике ярмаҡ. Ярмаҡ ҡоло булыу.
ЯРМАҠ II (ярмағы) (Р.: обманщик; И.: deceptive person; T.: yalancı) и. диал.
Алдаҡсы, ялғансы. □ Обманщик. Ярмаҡ кеше. Ярмаҡ һатыусы. Ярмаҡ хужа.
ЯРМА ҠАЛҠЫУ (Р.: появление сыпи на коже; И.: rash; breaking-out; T.: ciltte döküntü çıkmak) и. диал.
Тирегә сабыртма сығыу. □ Появление сыпи на коже. Бала ярма ҡалҡыуҙан интегә.
ЯРМА ҠАР (Р.: пороша; И.: a sprinkle of snow; T.: yeni yağmış kar) u.
Ярма һымаҡ бөртөкләнеп торған ҡаты ҡар. □ Пороша. Я Тышта көслө ел. Шәрә ҡалған тирәктәрҙең остары сайҡалалар, ярма ҡар өйөрмәләре һеперелә. Б. Бикбай. Ана, куҙгә куренер-куренмәҫ кенә ярма ҡар төшә башланы. Ф. Чанышева.
ЯРМАЛАНДЫРЫУ (ярмаландыр) (Р.: делать зернистым; И.: make granular; T.: taneli taneli etmek) ҡ.
1. Ярмалыға әйләндереү, ярмалы итеү. □ Делать зернистым, крупчатым. Шәкәр балды ярмаландыра. Эремсекте ярмаландырып эшләу.
2. Таралып тороусанға әйләндереү. □ Делать рассыпчатым. Картуфты ярмаландырып бешереу. Ярмаландырылған тупраҡ.
ЯРМАЛАНЫУ (ярмалан-) (Р.: становиться рассыпчатым; И.: granulate; become arenarious; T.: ufalanan hale gelmek) ҡ.
1. Күпереп таралып тороу (тупраҡҡа ҡарата). □ Становиться рассыпчатым (о почве). Я Тимерҡаҙыҡ .. баҫҡан һайын батып барған йомшаҡ тупраҡты усына алып йомарланы. Тупраҡ ярмаланып, таралып тора. Ғ. Ибраһимов.
2. Эреп ҡатып таралып тороу. □ Становиться зернистым, крупчатым; зерниться, гранулироваться. Я Ҡуҙға кумгән һарына ғәжәп тәмле була, ауыҙға ҡапһаң, ярмаланып иреп тора. Н. Мусин. Ҡара ер берсә ябалаҡлап яуған епшек ҡарҙан, берсә ярмаланып һибелгән ырашҡынан ағарҙы. Ш. Янбаев. Гумерҙә лә иремәҫтәй булып ер өҫтөн ҡаплаған ҡар ҡатламы әкренләп шиңә, ярмалана башланы. М. Ямалетдинов.
3. Бешкәндә иҙелеп таралыу (картуфҡа һ. б. ҡарата). □ Становиться рассыпчатым. Ярмаланып бешеу. Я Тасҡа бушатылған ваҡ картуфтар араһында шәйлә арыу ғыналары ла бар, ярмаланып, ярылып киткәндәре ауыҙ һыуҙарын килтерә. М. Садиҡова.
4. Шәкәрләнеү, шәкәргә әйләнеү, ҡомоғоу. □ Засахариться (о мёде, варенье и т.д.). Ҡайнатма ярмаланған. Бал ярмаланған. ■ Әхирәте яңы бал тине бит. Шуны белә тороп [Шәмсибанат ҡарсыҡ], нисек уның
524